Күсәрбай

Күсәрбай (рус. Кучербаево) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 341 кеше[1].Почта индексы — 453162, ОКАТО коды — 80249880003.

Ауыл
Күсәрбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлетамаҡ районы

Координаталар

53°40′50″ с. ш. 55°40′20″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 249 880 003

ОКТМО коды

80 649 480 111

Күсәрбай (Рәсәй)
Күсәрбай
Күсәрбай
Күсәрбай (Башҡортостан Республикаһы)
Күсәрбай

Тарихы

Күсәрбай ауылы Тәлтем-Юрматы улусының Аҡсулпан түбәһенә ҡарай. Ауылға нигеҙ һалғандарҙың береһенең вариҫы Юлай Аҡсулпанов һөйләүенсә, XVIII быуатта был ауыл Аҡсулпан тип аталған була. Аҡсулпандың ейәне Күсәрбай Өмөтбай улы батша армияһында капитан дәрәжәһендә хеҙмәт итә. 1793 йылда башҡорттарҙан беренсе булып дворянлыҡ титулына лайыҡ була[2].

Билдәле булыуынса, 1798 йылда башҡорт еренә кантон идаралығы индерелә, һәм Күсәрбай Аҡсулпанов VII башҡорт кантонының башлығы итеп ҡуйыла. Ауыл уның исеме менән атала башлай. Күсәрбайҙың беренсе ҡатыны Айытбикә Юлдашеванан (1760 йылғы) Аралбай, икенсе ҡатыны Ҡотлобикә Хәләтованан (1769) Тайып тыуа. 1801 йылда Күсәрбай 2 350 дисәтинә ер һатып ала, ләкин 43 йылдан һуң уның улдары һәм ейәндәре был ерҙәрҙе крәҫтиәндәргә һата. Ҡарайған, Ишәй һәм Күсәрбай ауылдары Аҡсулпан түбәһен хасил итә һәм Яланғас-Тәлтем түбәһе тип атала[2].

Күсәрбайҙың улы Аралбайҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша һәм, Колбин ҡалаһы янында барған һуғышта батырлыҡ күрһәтеп, IV дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә. V рәүиз материалдарында Аҡсулпан (Күсәрбай) ауылындағы 21 ихатала 124 кеше йәшәүе теркәлә. Ә X Бөтә Рәсәй халыҡ иҫбен алыу мәлендә ауылдағы 36 ихатала 224 кеше йәшәгән була. Өҫтәүенә 82 керҙәш-ерһеҙ башҡорттар булыуы ла теркәлә[2].

1920 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлендә ауыл Аккүҙ тип теркәлә, һәм 105 ихатала 510 кеше йәшәгән була. 1786 йылда Өфө наместниклығы картаһында ла ауыл шул атама менән инеп ҡалған була[2].

Халыҡ һаны

Дөйөм халыҡ һаны[1]
Халыҡ һаны2002—2009 халыҡ үҙгәреше
20022009кеше%
278341+63+22,66

Географик урыны

Билдәле шәхестәре

  • Аҡсулпанов Аралбай Күсәрбай улы (1783—1835) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 2-се Башҡорт атлы полкының ғәскәр старшинаһы, подпоручик (1812).
  • Аҡсулпанов Күсәрбай Өмөтбай улы (1760—?) — хәрби эшмәкәр. 1788–1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып нәҫелдән күсеп килгән дворянлыҡ титулына лайыҡ була.
  • Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы (1868—?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан офицерҙарҙың береһе, башҡорт дворяндары Аҡсулпановтар нәҫеленән, батша армияһының подполковнигы.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә