Ҡамышлы (рус. Камышло́в) — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге ҡала, өлкә кимәлендәге статусҡа эйә категориялы административ-территориаль берәмек; Ҡамышлы районының административ үҙәге, Ҡамышлы ҡала округы составындағы муниципаль берәмек ойошторған берҙән-бер тораҡ пункт.
Көнсығыш идара итеү округының «Ҡамышлы ҡала округы» муниципаль берәмеге Ҡамышлы ҡалаһы Екатеринбургтан көнсығыштараҡ, Пышма йылғаһының һул ярында Ҡамышлы йылғаһы ҡойған урында урынлашҡан. Автомобиль юлдары үҙәге. Свердловск тимер юлының тимер юл станцияһы, Екатеринбург — Төмән участкаһы ошонан үтә. Екатеринбургҡа тиклемге ара — 128 саҡрым (автомобиль трассаһы буйынса — 140 саҡрым), Төмәнгә — 183 саҡрым. Ҡала янында Пышма яры буйында ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ҡамышлы Ҡарағайлығы, шулай уҡ «Обухов» бальнеология курорты урынлашҡан, унда «Обухов» минераль һыуҙар ҡойоу цехы эшләй.[2].
1668 йылдың ноябрендә Пышма слободаһы приказчигы Семен Миронович Будаков тарафынан воевода И. Я. Колтовскийға, бында 1966—1668 йылдарҙа Ирбит һәм Пышма слободаларынан күсереп килтерелгән крәҫтиәндәр һәм казактар Ҡамышлы слободаһына нигеҙ һалған, тип хәбәр ебәрелә. Верхотур воеводаһы күрһәтмәһе буйынса, Будаков «Пышма йылғаһы үренә сығып, нығытма төҙөрлөк урын табырға» тейеш булған, 1668 йылда Ҡамышлы йылғаһы буйында Ҡамышлы нығытмаһы нигеҙләнә. «Ҡалмыҡ һәм башҡорт һуғышсан кешеләренән һаҡланыу» («оберегания от калмыцких и башкирских воинских людей») өсөн нығытма төҙөү 1678—1679 йылдарҙа тамамланған.
1687 йылдан Ҡамышлы слободаһы тип атала.
XVIII быуат башында халыҡтың төп шөғөлө — игенселек, шулай уҡ крәҫтиәндәр Уктус һәм Каменск ҡаҙна заводтарына беркетелгән булған[2].
1763 йылда слобода аша Себер тракты үтә, ул иген менән сауҙа итеү үҙәгенә әйләнә[3]
Иген Тобольскиға тиклем барып етә. Слобода батша һарайын ыласын менән тәьмин итеүсе булып тора[2].
1773—1775 йылдарҙа слобода һәм уның тиәрһендәге тораҡ пункттар Пугачев ихтилалы солғанышында ҡала.[4]
1781 йылдан Ҡамышлы Пермь наместниклығының өйәҙ ҡалаһы булып китә[3].
1885 йылдың декабрендә Транссебер тимер юлы буйынса хәрәкәт асыла, вокзал бинаһы төҙөлә. 1871 йылда ҡыҙҙар гимназияһы, 1907 йылда — ир-егет прогимназияһы асыла, 1888 йылдан — дини училище, 1899 йылда ҡала училищеһы, шулай уҡ ике сиркәү приходы мәктәбе эшләй[2].
1918 йылдың июлендә Ҡамышлыны — Себер армияһы, 1919 йылдың июлендә — Ҡыҙыл Армия көстәре баҫып ала. Ҡамышлы өйәҙе территорияһы 1921 йылғы 1921 йылғы Көнбайыш Себер ихтилалы солғауында ҡала.
1924—1934 йылдарҙа — Урал өлкәһенең , 1934 йылдан — Свердловск өлкәһе район үҙәге.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡамышлының шифалы, яра уңалтыу сифаттарына эйә диатомиты (аҡ балсыҡ) яралыларҙы дауалағанда киң ҡулланыла. 1941 йылда диатомит комбинатына Ленинградтан электротехник фарфор етештереүсе «Пролетарий» изолятор заводы эвакуациялана, «Урализолятор» заводына шулай нигеҙ һалына[2].
1960 йылда паровоз депоһы элемтә һәм сигнализация оҫтаханалары базаһында электротехника заводы, металл эшкәртеү заводы, 1967 йылда — елем заводы, юл машиналары заводы, 1975 йылда — хром күн заводы, ҡошсолоҡ фабрикаһы, һөтсөлөк һәм икмәк комбинаттары, 1953 йылда тегеү фабрикаһы төҙөлә[2].
1963 йылдың 1 февралендә Ҡамышлы хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы Свердловск өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы ҡарамағына тапшырыла[5].
2016 йылдың 15 февралендә Ҡамышлы ҡала суды бөтөрөлә.
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[6] ҡалаһы араһында [7] 375-се урында була2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[6] ҡалаһы араһында [8] 375-се урында була
2002 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, милли составы: урыҫтар — 96,8 %[22].