Википедияла Ханов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Ханов Олег Закир улы (11 август1951 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, режиссёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983) һәм Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының А. Яблочкина исемендәге премияһы лауреаты (1995), профессор, Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты (2005), Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2014).
2012—2019 йылдар — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе. 11 апрелдә Олег Ханов был вазифаһын үҙ теләге менән бушатты. Ул республика Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген театрҙа актёр сифатында дауам итәсәк[1].
Олег Ханов — актёр оҫталығы кафедраһы профессоры, 2005 йылдан Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының (русса Петровская академия наук и искусств) ағза — корреспонденты.