Ду́а Ли́па (ингл. һәм алб. Dua Lipa ; 22 август 1995 ) — Косово албандары сығышлы Бөйөк Британия йырсыһы, йырҙар авторы һәм модель[7] [8] . Уның музыкаль карьераһы 14 йәшендә башлана, был ваҡытта ул YouTube сайтына Кристина Агилера һәм Нелли Фуртадо йырҙарының кавер-версияларын урынлаштыра башлай. 2015 йылда ул Warner Bros. Records компанияһы менән контракт төҙөй һәм тиҙҙән үҙенең тәүге синглын сығара. 2016 йылдың декабрендә The Fader журналы булышлығында йырсы тураһында See in Blue тигән документаль фильм сыҡҡан[9] . 2017 йылдың ғинуарында йырсы EBBA Public Choice Award премияһына лайыҡ була[10] . 2017 йылдың 2 июнендә Dua Lipa исемле тәүге дебют альбомының релиз була. Альбомдан айырым ете сингл сыҡҡан, шуларҙың икеһе («Be the One» һәм «IDGAF») шунда уҡ Бөйөк Британия чарттарында уңыш яулай. Британияла (UK Singles Chart) беренсе урын алған «New Rules» синглы, шулай уҡ АҠШ чарттарында алтынсы урынды биләргә ирешкән. 2018 йылдың февралендә British Female Solo Artist and British Breakthrough Act номинацияһында ике Brit Awards премияһын яулай. Апрелдә Липа һәм Кельвин Харристың «One Kiss» синглы шулай уҡ UK Singles Chart чартында беренсе урын алырға ирешкән.
2019 йылдың февралендә Grammy Awards церемонияһында ике бүләк алған: «Electricity» синглы өсөн (Silk City менән бергә дуэт) Иң яҡшы башҡарыусы һәм Иң яҡшы бейеү яҙмаһы категорияларында[11] .
1995 йылдың 22 авгусында Лондонда тыуған[12] . Уның исеме «Дуа» албан теленән «Яратам», «Теләйем» йәки «Мохтажмын» булараҡ тәржемә ителә[13] . Уның ата-әсәһе — 1990-сы йылдарҙа Косово Республикаһы Приштинанан сыҡҡан этник албандар [7] [8] . Sylvia Young Theatre School ru en уҡыу йортонда белем ала[14] [15] . Липа атаһы йырсы Дукагжин Липаның музыкаһын тыңлап үҫкән[4] [16] . 2008 йылда ғаиләһе менән бергә Косовоға ҡайтҡан, был ваҡытта ил Сербиянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән. 15 йәшендә ул йәнә Лондонға китә, сөнки музыкаль карьераһын дауам итергә теләгән һәм үҙенең дуҫтары менән йәшәй башлаған[17] . 16 йәшендә модель карьераһын башлай[18] .
14 йәшендә ул YouTube сайтына Кристина Агилера һәм Нелли Фуртадо һымаҡ башҡарыусылар йырҙарының кавер-версияларын урынлаштыра башлай[18] [19] . 2013 йылда The X Factor телевизион рекламаһында төшкән[20] .
Липа 2016 йылда 2015 йылда Липа Warner Bros. Records лейблында үҙенең дебют альбомы өҫтөндә эшләй башлай[18] . Шул уҡ йылдың авгусында үҙенең «New Love» дебют синглн сығара,[21] , уның продюсерҙары Эмили Хейни һәм Эндрю Уотт була[18] . 2015 йылдың октябрендә[22] «Be the One» тигән икенсе синглы сыға. Йырҙың авторы Люси «Поус» Тейлор була[13] . Ул Европала уңышҡа эйә була, Бельгияла , Польшала һәм Словакияла беренсе урынға барып етә[23] , шулай уҡ 11 Европа илдәренең беренсе тиҫтәһенә эләккән. Австралияла һәм Яңы Зеландияла йыр ярашлы рәүештә 6 һәм 20 урын биләгән[24] .
Йырсы үҙенең музыкаль стилен «дарк-поп» булараҡ билдәләй[22] . 2015 йылдың 30 ноябрендә Sound of…2016 исемлегенә индереүгә номинациялана[19] . 2016 йылдың ғинуарында уның Бөйөк Британия һәм Европа буйлап тәүге концерт туры башланған[4] . 2016 йылдың көҙөнә ҡарай уның Европа буйынса туры дауам иткән[25] .
2016 йылдың 18 февралендә Дуа Липа үҙенең «Last Dance» тигән өсөнсө синглын сығара, уның артынса 6 майҙа «Hotter than Hell» йыры сыға. Ул бөтә донъяла, шул иҫәптән Бөйөк Британияла (15 урынға барып етә) хит булып китә[26] . 26 августта «Blow Your Mind (Mwah)» бишенсе синглының релизы була. Ул йырсының US Billboard Hot 100 чартына эләгеп 72-се урынға барып еткән тәүге синглы була[27] . «Blow Your Mind (Mwah)» йыры шулай уҡ Billboard Dance Club Songs чартына эләгергә ирешкән[28] һәм Billboard Mainstream Top 40 чартында 23-сө урынға барып еткән[29] .
Лос-Анджелеста Belasco Theater бинаһында сығыш яһауы, 2017 йыл2016 йылдың ноябрендә Шон Пол йырсы Дуа Липа ҡатнашлығында «No Lie» синглын сығарған[30] . 2016 йылдың декабрендә The Fader журналының булышлығы менән йырсы тураһында See in Blue тигән документаль фильм төшөрөлгән[9] . 2017 йылдың ғинуарында Липа ҡатнашлығында Мартин Гаррикс «Scared to Be Lonely» синглын сығара[30] .
2017 йылдың 2 июнендә уның «Dua Lipa» тигән дебют альбомы сыға[31] [32] [33] . Альбомдың «New Rules» тип аталған етенсе синглы Бөйөк Британияла беренсе урында яулай алған[26] [34] . Хәҙерге көнгә йыр иң күп һатылыусы сингл булып киткән һәм төрлө илдәрҙең чарттарында top 10 эләккән (шул иҫәптән Австралияла — 2-се урын, Канадала — 7-се урын), шулай уҡ АҠШ -та 11-се урынға күтәрелгән[35] . 2017 йылдың июнендә Дуа Липа Glastonbury фестивалендә сығыш яһай[36] [37] . Дүрт синглы 2017 йылда Бөйөк Британияның иң яҡшы тиҫтә йырҙары иҫәбенә ингән: «Be the One», «Bridge over Troubled Water», «New Rules» һәм «No Lie»[38] [39] .
2018 — хәҙерге ваҡыт: Икенсе студия альбомы сығанаҡты үҙгәртеү 2018 йылдың ғинуарында 2018 Brit Awards премияһының биш номинацияһында күрһәтелә: British Female Solo Artist , British Breakthrough Act , MasterCard British Album of the Year («Dua Lipa»), British Single of The Year («New Rules») һәм British Video of The Year («New Rules»). Brit Award премияһын тапшырыу тантанаһында сығыш яһай һәм British Female Solo Artist менән British Breakthrough Act номинацияларында еңеү яулай[40] .
2018 йылдың 6 апрелендә Кельвин Харрис менән берлектә «One Kiss» синглын сығара[41] , ул 20 апрелдә Бөйөк Британияның UK Singles Chart хит-парадында беренсе урынға күтәрелә[42] . Липа был тректа вокалсы ғына түгел, ә уның авторҙашы ла була[43] .
2018 йылдың 26 майында Киевта «Олимпийский» стадионында УЕФА Чемпиондар Лигаһы финалы алдынан сығыш яһай (шул иҫәптән бер йырҙы Sean Paul менән бергә башҡара). Эфир донъяның 220 иленә трансляцияланған[44] [45] [46] .
2018 йылдың 8 сентябрендә Марк Ронсон менән берлектә «Electricity» синглының релизын сығара[47] [48] [49] . Атаһы менән бергә үҙенең музыкаль фествалендә — SunnyHill Festival сығыш яһай. Августта Косовоға фестивалде уҙғарыу өсөн ҡайтҡанда Приштинаның мэры Шпенд Ахмети уға ҡала асҡысын тапшыра[50] . Сентябрҙә Липа 2018 йылғы Формула-1 Сингапур Гран-приһында сығыш яһай[51] . 19 октябрҙә үҙенең «Dua Lipa» тигән дебют студия альбомының Complete Edition исеме аҫтында суперэксклюзив сығарылышын сығара, уға яңы өс йыр өҫтәлә (улар өҫтөндә эшләгәндә ул төрлө башҡарыусылар менән хеҙмәттәшлек иткән[52] .
2018 йылдың ғинуарында Липа биш ай дауамында осрашҡан үҙенең егете Пол Клейн менән айырылышҡан. Хәҙерге ваҡытта Айзек Кэрью менән мөнәсәбәттәрҙә[53] [54] .
2016 йылдың йәйендә Дуа атаһы менән бергә Sunny Hill Foundation фондын ойошторған, ул Косово Республикаһы халҡына ярҙамға йүнәлтелгән[55] .
Хедлайнер 2016 UK Tour (2016) Hotter Than Hell Tour (Dua Lipa) (2016) US and Europe Tour (2017) The Self-Titled Tour (2017—2018) Концерттарҙа ҡатнашлығы Трой Сиван — Suburbia Tour (2016) Бруно Марс — 24K Magic World Tour (2017—2018) Coldplay — A Head Full of Dreams Tour (2017)[56] Фото, видео һәм аудио Тематик сайттар Норматив контроль