Википедияла
Бәҙретдинов фамилиялы башҡа кешеләр тураһында мәҡәләләр бар.
Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы (3 май 1950 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре кандидаты (2010). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), СССР Журналистар союзы (1988) һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика (1996) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге (1996) премиялары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2000) һәм «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы (2003) менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2010).
Сәлимйән Миңләхмәт улы Бәҙретдинов 1950 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының[1] Ҡыйғы районы Иҙрис ауылында тыуған.
Иҙрис һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1965), Мәсәғүт педагогия училищеһын (1969) тамамлаған.
Педучилищенан һуң Ҡыйғы районының Иҙрис ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тарих, география фәндәрен уҡыта (1969—1970).
1970—1972 йылдарҙа Совет Армияһында Һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙә радиолокация станцияһы операторы булып хеҙмәт итә. Университетта хәрби әҙерлек курсы үтә, политрук, өлкән лейтенант.
1972 йылда Башҡорт дәүләт университетның филология факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә һәм 1977 йылда уңышлы тамамлай, аспирантураға тәҡдим ителә. Әммә ауылына ҡайта, 1978—1983 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләй.
1983 йылдан башлап Белорет, Учалы, Бөрйән биләмәләре буйынса «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.
1996 йылдан Зәйнәб Биишева исеменендәге «Китап» нәшриәтендә — баш мөхәррир.
1999 йылдан — «Ватандаш» журналында баш мөхәррир урынбаҫары.
2015 йылдан хаҡлы ялда.
Ғилми эҙләнеүҙәре башҡорт фольклорында ғаилә ҡороу йолаларын өйрәнеүгә нигеҙләнгән. Ошо темаға ул кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған, «Башҡорттарҙа ғаилә ҡороу рәүеше» исемле монографияһын китап итеп нәшер иткән. Ғилми мәҡәләләре ваҡытлы матбуғатта даими донъя күрә.Журналистика өлкәһендә тәүге мәҡәләләре Дыуан районының «Ленинское знамя», Ҡыйғы районының «Коммунизмға» гәзиттәрендә 1966—1970 йылдарҙа баҫылып сыға. Уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгән сағында очерктары «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре биттәрендә урын ала, Башҡортостан радиоһынан тапшырыла. Бер-бер артлы «Таңды ҡоштар уята» (1989), «Ҡан ҡәрҙәштәр төйәге» (1998) һәм башҡа нәфис‑документаль китаптары нәшер ителә. Байтағы Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса уҡыу ҡулланмаһы итеп файҙаланыла. Архивында — меңдән ашыу хәбәрнамә, мәҡәлә, очерк, тарихнамә, ғилми яҙма… Бик күп әҫәрҙәре республика гәзит-журналдарында әле лә даими сығып тора.
Тәүге шиғырҙары, нәҫерҙәре, ҡәрҙәштәренән яҙып алған бәйеттәре, мөнәжәттәре Ҡыйғы районының «Коммунизмға» гәзитендә баҫыла. «Һай, Уралым», «Ҡайҙарҙа һин?», «Эй, күк толпар», «Һүндермә күк нурын», «Һуңланым шул», «Торатау», «Был донъяның һинһеҙ йәме юҡ», «Эйелә миләш» шиғырҙарына Артур Туҡтағолов, Риф Бикбаев, Фәнил Яманаев, Сания Мортазина көйҙәр яҙған.
Ижади эшмәкәрлегенең тулы исемлеге Сәлимйән Бәҙретдинов библиографияһы битендә төҙөлә.
«Башҡортостан» гәзитенең 1985, 1990, 2007 йылдарҙағы лауреаты, очерктар буйынса («Мәңгелек хәтер» очеркы өсөн, № 277) 1987 йылғы конкурс премияһын яуланы. «Мир нашему дому», «Экология Башкортостана» республика конкурстары, «Ватандаш» журналының «Человек дела — 2003», «Человек дела — 2004», «Человек дела — 2005» конкурстары лауреаты, «Йәшлек» гәзите лауреаты. 2018 йылда «Ағиҙел» журналының «Ғаилә усағы» конкурсында «Башҡорт ғаиләһе» ғилми яҙмаһы, «Атаһы — дегет силәге, инәһе — күмер силәге» повесы беренсе урын алды. «Шүлгәнташ» мәмерйәһе торошон яҡтыртҡан өсөн VIII Бөтә Рәсәй журналистар конкурсының «Рәсәй экологияһы. Быуаттан быуатҡа» дипломы менән бүләкләнгән.
Ижтимағи тормошта ла әүҙем ҡатнаша. Агитатор, лектор, пропагандист, режиссёр, ауыл советы депутаты, парторг, йәнә юл, йорттар, мәктәп һалыуҙы, автобус йөрөтөүҙе юллаусы… Үҙ хәбәрсе сағында балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен, мәктәбен, Учалы филармонияһын, музыка училищеһының фольклор бүлеген, «Яйыҡ» (Учалы), «Урал» (Белорет) гәзиттәрен асырға булыша. Йәнә уның сығыштары буйынса Учалыла гимназия асыла, Белоретта «Асы» шифаханаһы, Бөрйәндә яңы ауыл, ағас эшкәртеү цехы төҙөлә. Учалыла «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе вазифаһын да башҡара. I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты.
Сәлимйән Бәҙретдинов тураһында биографик мәғлүмәттәр «Башҡортостан» күп томлы энциклопедияһына, «Писатели земли башкирской» белешмәһенә, «Башҡортостандың билдәле кешеләре» китабына индерелгән.
Тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында «Автограф» видеофильмы төшөрөлгән.
- Отражение традиций создания семьи в башкирском фольклоре : автореф. дис. канд. филолог. наук : Спец. 10.01.09 — фольклористика / С. М. Бадретдинов .— Челябинск : Б.и., 2009 .— 22 с.
- Башҡорттарҙа ғаилә ҡороу рәүеше. Монография. — Өфө: Ғилем, 2007. — 160 бит;
Ғалимдың башҡа хеҙмәттәре - Тыйыу йолаһы. Ғилми мәҡәлә. Ағиҙел. 2010, № 10.
- Әсәйме, әллә инәйме? Ғилми мәҡәлә. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 24 май[2].
- Башҡорт ғаиләһе. Ғилми мәҡәлә. Ағиҙел. 2018, № 4.
- Башҡорт туйы тамашаһы. Ғилми мәҡәлә. Шоңҡар. 2018, № 3
- Башкирские свадебные обряды как источник фольклорно-поэтического наследия. Вестник Башкирского университета. — 2007. — № 4. — С.90-93. (На русск. яз.).
- Поэзия свадебного обряда башкир. Бельские просторы. — 2009. — № 4. — С. 131—136. (На русск. яз.).
- VI синыфта сеңләүҙәрҙе өйрәнеү. Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1982, № 7, 43-45 биттәр.
- Халыҡ ижадын тарих һәм әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнеү. Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1983. — № 2, 14-15 биттәр.
- Сеңләүҙәрҙе өйрәнеү буйыса өҫтәлмә мәғлүмәттәр. Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1985, № 7, 40-42 биттәр.
- Яҡты донъянан бер ҙә туйманым. Тереләргә — тере һыу. — Өфө: Китап, 2006. 329—335 биттәр.
- Башҡорт сеңләүҙәре. Ватандаш, 2006, № 5, 120—143 биттәр.
- Башҡорт туй йолалары. Ватандаш, 2006, № 3, 123—143 биттәр.
- Эпостарҙа һәм риүәйәттәрҙә ғаилә ҡороу үҙенсәлектәре. Ватандаш, 2007, № 3, 102—135 биттәр.
- Халыҡты тергеҙеү юлдары. Ватандаш. — 2007, № 6, 10-17 биттәр.
- Салауаттың мөхәббәт йырҙары. Ватандаш, 2007, № 11, 157—163 биттәр.
- Ҡөрьәндә ғаилә мөнәсәбәттәре сағылышы. Ватандаш, 2008, № 6, 183—199 биттәр.
- Инәй һәм әсәй һүҙҙәренең килеп сығышы һәм мәғәнәһе. Ватандаш, 2008, № 7, 156—161 биттәр.
- Отражение традиций создания семьи в башкирском фольклоре. Ватандаш. — 2010, № 3. С. 156—174. (На русск. яз.).
- Тыйыу йолаһы. Ағиҙел, 2010, № 10, 151—163 биттәр.
- Әй башҡорттары йыйыны һәм Ҡарға туйы. Халҡым хазинаһы. — Өфө: Китап, 2011, 43 — 53 биттәр.
- Ҡаһым түрә, вай кем. Йәшә әле, йәшә. — Өфө: Китап, 2015. 315—322 биттәр.
- Ҡайһы йырым һеҙгә бик кәрәк. Йәшә әле йәшә. — Өфө: Китап, 2015. 272—284 биттәр.
|
- Таңды ҡоштар уята. Очерктар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте,1989. — 120 бит.
- Ғүмер артында — ғүмер. Очерктар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1996. — 224 бит.
- Ҡан ҡәрҙәштәр төйәге. Очерктар, мәҡәләләр, хаттар. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. 376 бит.
Башҡа китаптары - Отчий край ты мой, Учалы : 70 лет Учалинскому районую Очерк. — Уфа: Б.и., 2000 .— 24 с.
- Муртаза Рахимов. Башкортостан — моя судьба. Очерки, статьи, интервью, выступления, обращения, документы. Сост. С. М. Бадретдинов. — Уфа: Китап,1998,. — 368 с.
- Зов родной земли. Очерки. Уфа: Китап, 2004. — 192 с.
- Тереләргә — тере һыу. Хикәйәләр, хәтирәләр, очерктар, мәҡәләләр. — Өфө: Китап, 2006. — 416 бит;
- Башҡорттарҙа ғаилә ҡороу рәүеше. Монография. — Өфө:Ғилем, 2007, 160 бит.
- Бал ҡорто мөғжизәһе. Фәнни-популяр очерк. — Өфө: Ғилем, 2007. 64 бит.
- Әйлеләр. Шәжәрә, мәҡәләләр, шиғырҙар, документтар. Автор-төҙөүсе С. М. Бәҙретдинов. Өфө: Башҡортостан, «Мир печати», 2007, 72 бит.
- Халҡым хазинаһы. Очерктар. — Өфө: Китап, 2011. — 352 бит. ISBN 978-5-295-05146-3.
- Йәшә әле, йәшә. Ҡиссалар, повесть, хикәйәләр, шиғырҙар, очерктар. — Өфө: Китап, 2015. — 380 бит.
|
Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәресығанаҡты үҙгәртеү
- Хан ҡыҙы Ҡисса. Ағиҙел. 2012, № 7.
- Ҡыҫҡа хикәйәләр, мәҙәктәр. Ағиҙел. 2014, № 4.
Башҡа әҫәрҙәре - Урал атам — ҡотоң бир, Һомай инәм — һөтөң бир. Шиғырҙар. Шоңҡар. 2014, № 11.
- Башҡортомдоң имле биләүе. Шиғырҙар. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 2 декабрь[3].
- Благословление. Рассказ. Ватандаш. 2016, № 5.
- Упырь. Рассказ. Бельские просторы.2016, № 7.
- Аҙашҡан алмағас. Хикәйә. Ағиҙел. 2017, № 7.
- Атай йәне. Мажаралы хикәйә. Башҡортостан. 2018, 16 февраль.
- Уралҡайым минең, шанлы Уралҡайым… Ҡобайырҙар… Башҡортостан. 2018, 25 май.
- Яҡшылыҡ булһын атығыҙ. Ҡобайырҙар, шиғырҙар. Йәшлек. 2018, 8 июнь.
- Атаһы — дегет силәге, инәһе — күмер силәге. Повесть. Ағиҙел. 2018, № 9.
- Өндәмә. Тарихи-документаль хикәйә. Ағиҙел.2019, № 3.
- Сихри ҙа ғаләм даръяһында… Шиғырҙар. Башҡортостан. 2019, 22 май.
- Әй башҡорттары йыйыны һәм Ҡарға туйы. Башҡортостан. 2016, 8 март.
- Киләсәккә әйҙәй тел нурым (Рәми). Мәҡәлә. Йәшлек. 2016, 18 март.
- Аҡбуҙ үә Урал заңы. Ҡобайыр. Башҡортостан. 2014, 4 апрель.
- Башҡортомдоң имле биләүе. Шиғырҙар. 2014, 2 декабрь.
- Кеше булһын затығыҙ! Мәҡәлә. Башҡортостан. 2014, 31 ғинуар.
- Башҡа донъялар, нур һәм йән. Фәсәфәүи мәҡәлә. 2014, 21, 22 ғинуар.
- Кеше бит минең затым. Мәҡәлә. Башҡортостан.2014, 3 октябрь.
- Йөҙ милләт бер милләткә әйләнәме? Мәҡәлә. Башҡортостан. 2014, 17 октябрь.
- Кем һин, ҡайҙан һин, Матросов? Мәҡәлә. Йәшлек. 2014, 20, 21 февраль.
- Тамыры тәрән, даирәһе киң. Мәҡәлә. Башҡортостан. 2014, 26 февраль.
- Улар — ысын кешеләр… Минһажетдиновтар. Мәҡәлә. Башҡортостан. 2014, 29 октябрь.
- Мәҙәктәр. Башҡортостан. 2013, 15 ноябрь.
- Йәншишмәмде эҙләп табайым. Шиғырҙар Йәшлек. 2013, 27 декабрь.
- Ялҡынланып янаһың бар… Шиғырҙар. Йәшлек. 2012, 15 май.
- Тамаҡ. Хикәйә. Башҡортостан. 2010, 23 апрель.
- Убыр башы. Хикәйә. Ҡыҙыл таң. 2010, 10 май.
- Әткәй рухы. Хикәйә. Өмет. 2010, 29 апрель.
- Апайымдың йырҙары. Башҡортостан. 2008. 2 сентябрь.
- Упырь. Рассказ. Истоки. 2007, 14 февраля.
- Зауралье или юго-восток республики? Статья. Республика Башкортостан. 2003, 21 июнь.
- Йәшенле ямғыр. Хикәйә. Йәшлек. 2001, 28 август.. # Музыка — моя стихия (Диляра Габитова). Статья. Республика Башкортостан. 2001,5 мая.
- Музыка — моя стихия (Диляра Габитова). Статья. Республика Башкортостан. 2001,5 мая.
- Һағышым — Һомай ҡошом. Шиғырҙар. Йәшлек. 1999, 29 июль.
- Ширкәй. Хәтирә. Йәшлек. 1997, 12 август.
- Һуҡыр. Уймаҡ хикәйә. Башҡортостан. 1996, 29 май.
- Һемәйеү. Уймаҡ хикәйә.Башҡортостан.1996,13 сентябрь.
- Кәнифүл. Хикәйә. Башҡортостан. 1994, 23 апрель.
- «Бүренән булһа ла фәһем алайыҡ!» Совет Башҡортостаны.1991, 30 ғинуар.
- Сафлыҡта сафланып, асылға ҡайтайыҡ. Шиғырҙар. Башҡортостан. 1990. 31 июль.
- Яҙмышҡа баш эймәйенәсә (Һәҙиә Дәүләьшина). Совет Башҡортостаны.1190, № 184.
- Хыянат. Совет Башҡортостаны. 1989, 11, 12 февраль.
- Ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм (Башҡортса һөйләшкән славяндар). Совет Башҡортостаны. 1988, 30 июнь.
- Зәхмәт. Хикәйә. Башҡортостан. 1986, 14 июнь.
- «Тәртипһеҙ» айыу. Мажара. Совет Башҡортостаны.1983, 13 октябрь
|
- Хажиев Р. Талмаһын ҡанаттарың. «Совет Башҡортостаны», 1989, 14 ноябрь.
- Ғарипова Т. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр. «Совет Башҡортостаны» . — 1990, 28 апрель.
Башҡа мәҡәләләр - Шаһиев Р. Геройҙары беҙҙең арала. «Яйыҡ».- 1997,31 ноябрь.
- Латипова Ф. Йәндәрем ҡуҙҙай яна. «Башҡортостан». — 1999,23 ноябрь.
- Хажиев Р. Ғәҙеллек илсеһе. «Башҡортостан» . — 2000, 29 апрель.
- Рәсүлев С. Дуҫ тураһында һүҙ. «Йәшлек». — 2000, 29 апрель.
- Аҙнағолов Р. Кеше асылын тойоусы әҙип. «Ватандаш» . — 2006, № 11.
- Хажиев Р. Хазина : [журналист Сәлимйән Бәҙретдинов Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде] // Башҡортостан : респ. ижтимағи-сәйәси гәз. — Өфө., 2012 . — 28 авг.
- Хасанова М. Известный публицист Салимьян Бадретдинов отмечает 65-летие. Сайт радио Спутник-ФМ. 2015, 4 май.
- Романов В. С думой о родной земле (К 65-летию Салимьяна Бадретдинова). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 3 май[4].
- Риф Ахмадиев. Истоки духовности. На соискание Гос. премии им. Салавта Юлаева. Статья. Истоки. 2012, 23 августа.
- Фирҙәүес Юнысова. Әҫәрҙәрендә — ил-йорт яҙмышы. Башҡортостан. 2013, 17 ғинуар.
- Нурия Амангилдина. Белем байлыҡтан ҡиммәт. Йәншишмә. 2001, 23 ноябрь.
|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәресығанаҡты үҙгәртеү
Башҡа бүләктәре - Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы (1996)
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2000)
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Ҡотлауы (2000).
- Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса БР Дәүләт комитеты һәм БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы дипломы (2002)
- «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы (2003)
- Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ветераны» (2010)
- Диплом VIII Всероссийского конкурса журналистов «Экология России. Из века в век» за освещение проблем и состояния пещеры «Шульган-таш» в Республике Башкортостан (2004)
- Сертификат за вклад за совершенствование журнала «Ватандаш», удостоенного Знака отличия XIII Международной профессиональной выставки «ПРЕССА» «Золотой фонд прессы» (2006)
- Диплом за вклад за совершенствование журнала «Ватандаш», удостоенного Знака отличия XIV Международной профессиональной выставки «ПРЕССА — 2007» «Золотой фонд прессы» (2007)
- Диплом победителя творческого конкурса «Лучшая публикация об энергетике Башкортостана — 2007» (2008)
|
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.