Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
? Баҫыу көйгәнәге |
---|
Өлкән ҡош |
Фәнни классификация |
---|
|
Латинса исеме |
---|
Circus cyaneus (Linnaeus, 1766) |
Синонимдары |
---|
|
Ареал |
---|
|
Оялау урыны Йыл буйы йәшәйҙәр Ҡышҡы миграция |
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003407 |
Баҫыу көйгәнәге (рус. полевой, или обыкновенный лунь, лат. Circus cyaneus)— ҡарсығалар ғаиләһенән ҙур булмаған йыртҡыс ҡош.
Ҙурлығы ҡарғалай. Ҡанаттары һәм ҡойроғо оҙон булғанға, байтаҡ ҙур күренә. Төҫтәре бер төрлө түгел, һырты аҡһыл һоронан алып ҡара-көрәнгә тиклем. Ҡорһаҡтары һәм ҡойроҡ төптәре аҡ. Ҡайһы берҙәренең аҫ яғы сыбар. Ҡанаттарының остары ҡара. Башҡа көйгәнәктәрҙән ҡойроҡ төбө аҡ булыуы менән айырыла.
Яңғырауыҡлы сырылдай: «сырр-сырр».
Яланда, баҫыуҙарҙа йәшәй. Ваҡ кимереүселәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, үлән араларында оялай. 4—5 бөртөк йәш¬келт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9