Һаҙый Мөхәмәҙи улы Арыҫланов | |
Тыуған көнө | 29 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны | Үрге Этҡол ауылы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) |
Вафат булған көнө | 21 август 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (73 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Наградалары һәм премиялары | |
Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы (29 март 1925 йыл — 21 август 1998 йыл) — СССР һәм Рәсәй журналисы, «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең баш мөхәррире (1966—1990). Экология мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр авторы.
СССР Журналистар союзы ағзаһы (1957). СССР Журналистар союзы премияһы лауреаты (1975). РСФСР-ҙың (1979), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).
Һаҙый Мөхәмәҙи улы (Ғәди Мөхәмәт улы) Арыҫланов Стәрлетамаҡ медучилищеһын тамамлай[1]
Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985). Фронт тураһында иҫтәлектәр баҫтыра, улар хаҡында яҙыусы Виктор Астафьев хатлашҡан саҡта былай ти: «Күңелдәргә үтеп инерлек, дөрөҫ, ялтырауыҡһыҙ әҫәрҙәрегеҙ талантығыҙҙан ғына түгел, ә һыҙландырып, һуғыш тураһында бөтәһен дә әйтеү теләген ҡуҙғытып, Һеҙгә ҡаҙалып торған шул шырауҙан да ул… Һеҙ — халыҡтың выжданы, ә ул бик тә кәрәк, айырыуса хәҙер».
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Этҡол ауылы (хәҙер Ишембай районы) участка дауаханаһының етәксеһе була, ауырыуҙарға медицина хеҙмәте күрһәтеүгә, туҡландырыуға һәм уларҙың хәл-торошона бик иғтибарлы була[1].
1951 йылдан КПСС ағзаһы[2]. КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлай (Мәскәү, 1966).
1955—1966 йылдарҙа — «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире, 1966—1990 йй. — был гәзиттең баш мөхәррире.
1998 йылда Башҡортостанда Һаҙый Арыҫланов иҫтәлегенә «Башҡортостан экологияһы» тигән йыл да тапшырылыусы журналистик премия булдырыла, ул тирә-яҡ мөхит темаһына яҙылған публикациялар өсөн бирелә[3].
2005 йылда Стәрлетамаҡтағы бер урамға Арыҫланов исеме биреләа[4]