Әхмәтов Хәмит Борхан улы

Ҡурайсы

Әхмәтов Хәмит Борхан улы - ( 1 ғинуар 1904 йыл, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Күсей ауылы(Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) – 9 сентябрь 1966 йыл, Сибай ҡалаһы) ҡурайсы.

Әхмәтов Хәмит Борхан улы
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө1 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған көнө9 сентябрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыныСибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөҠурай

Биографияһынан

Хәмит Әхмәтов 1904 йылда Күсейҙә старатель ғаиләһендә донъяға килгән. Бала саҡтан көтөү көткән, ҡырҙа йөрөгәндә лә ҡурайынан айырылмаған. Ҡаяға баҫып уйнап ебәрһә, Ирәндек бу­йындағы барлыҡ йәйләүҙәргҙә уның ҡурай тауышын ишетер булғандар. Бирғәле исемле оҫта ҡурайсынан башҡарыу серҙәренә өйрәнеүенән тыш байтаҡ йырҙарҙың тарихын да отоп алып ҡалған.

1923 йылдың йәйендә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр СССР ауыл хужалығы һәм сәнәғәт күргәҙмәһе асылған. Төрлө милләт вәкилдәре баш ҡалаға килеп, үҙҙәренең көнкүрешен, мәҙәниәт, сәнғәт оҫталығын да күрһәтергә тейеш була. Башҡортостан исеменән был сарала ҡатнашыу хоҡуғы Бөрйән-Таналыҡ халҡы вәкилдәренә бире­лә, һәм делегация составынайәш ҡурайсы Хәмит Әхмәтовты ла индерәләр [1]

1924 йылдан алып Башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.

1935—64 йылдарҙа Баймаҡ колхоз‑совхоз театр сәхнәһендә уйнай ( Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ошо театрҙан башлана) эшләй.

Әхмәтов Хәмит Борхан улы үҙенсәлекле башҡарыу стиленә эйә булған,ҡырыҫ тотанаҡлыҡ, эпик манера, моңло уйнауы менән айыры­лып торған. Репертуарында классик оҙон көйҙәрҙең инструменталь башҡарылыш өсөн варианттары, программалы пьеса‑һүрәтләмәләр һәм йыр‑бейеү көйҙәре булған, “Айүкә”, “Баяс”, “Ҡарасәс”, “Сыңрау торна”, “Һыр” көйҙәренең уникаль варианттарын башҡарған.

Ул спектаклдәрҙә ҡатнашҡан: Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Д.Юлтыйҙың “Маҡтымһылыу”, “Башҡорт туйы”, С.М.Мифтахов­тың “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл” әҫәрҙәрендә сәхнәгә сыҡҡан.

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Әхмәтов Хәмит Борхан улы [2](недоступная ссылка)

Һылтанмалар

  • Мусикия [3]
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә