Spacewar!
Ҡалып:КИ:Дөйөм тикшереүҙәр
Spacewar! — билдәле булған иң тәүге цифрлы компьютер уйындарының береһе. Уны Стив Рассел[en] Мартин Грец һәм Уэйн Витенен менән бергә эшләгән ( формаль булмаған Hingham Institute ижади төркөмө). 1961 йылда был төркөм Массачусетс технология институтында DEC PDP-1 мини-компьютер платформаһында уйын эшләп ҡарарға була. Расселдың танышы Алан Коток[en] Digital Equipment Corporation (DEC) компанияһынан космос аппаратының осош траекторияһын хисаплау өсөн бер нисә тәжрибә программаһы алғас, Рассел уйын программаһын төҙөй башлай. 1962 йылдың февраленә Spacewar! уйынының тәүге версияһы әҙер була, бының өсөн яҡынса бер кеше 200 сәғәт ваҡыт сарыф итә .
Ике уйынсы уйыны
Spacewar! уйынында ике уйынсы ҡатнаша, һәр бер уйынсы үҙ карабы менән идара итә. Улар йондоҙҙоң гравитация ҡоҙоғо (гравитационный колодец-Gravity well}}) янында ауырлыҡ юғалтыу шарттарында төрлө маневрҙар яһай . Башта һәр береһенең маневрҙар яһау өсөн яғыулығы һәм бер нисә торпедаһы бар. Уйын донъяһын симуляциялау Ньютон физикаһы нигеҙендә бара— әгәр ҙә уйынсы бер ниндәй ҙә хәрәкәт эшләмәһә, караптар инерция буйынса бара. Әгәр карап йондоҙға, йәки башҡа карапҡа бәрелһә, уға торпеда тейһә, ул һәләк була . Уйынсы үҙе теләгән ваҡытта гиперарауыҡҡа күсеү функцияһын ҡуллана ала, тик ундай күсеү карапты юҡ итеүе мөмкин, һәр ҡулланған һайын карапты юғалтыу хәүефе арта бара. Башта уйын PDP-1-ҙең үҙендәге переключателдәр менән идара ителгән, һуңыраҡ Боб Сандерс геймпад-тың баштағы версияһын эшләгән, был идара итеүҙе уңайлыраҡ итә һәм уйын барышын яҡшырта.
Spacewar! — компьютер уйындары тарихы башындағы иң мөһим һәм көслө йоғонто яһаған уйын. Ул 1960-сы йылдарҙағы иң популяр, PDP-1 компьютерҙарының барыһында ла ҡуйылған уйын. Spacewar! башҡа компьютер платформаларына ла яраҡлаштырылған (портирование), һуңыраҡ PDP-1 компьютеры эмуляторҙары (имитация эшләүселәр) өсөн эшләнгән замансараҡ программа телдәрендә яңынан тергеҙелгән. Был уйын башҡа электрон уйындар эшләүгә этәргес була, мәҫәлән, 1971 йылда тәүге аркадалы автоматтар (уйын автоматтары) өсөн эшләнгән Galaxy Game һәм Computer Space коммерция уйындарын. Бынан тыш, мәҫәлән,1979 йылда барлыҡҡа килгән Asteroids уйыны. 2007 йылда Spacewar!АҠШ Конгрессы китапханаһында уйын ҡанундарына нигеҙ һалған донъялағы иң әһәмиәтле ун компьютер уйыны иҫәбенә инә.
Ҡарағыҙ
- История компьютерных игр
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Spacewar! Викимилектә | |
Spacewar! Викияңылыҡтарҙа |
- Страница Spacewar! на сайте Музея компьютерной истории
- Computer and Video Game History(недоступная ссылка) описывает Spacewar! и другие ранние компьютерные игры, такие как Tic-Tac-Toe от A.S. Douglas' и Tennis for Two от William Higinbotham’a
- Brand, Stewart Spacewar: Fantastic Life and Symbolic Death Among the Computer Bums (инг.) // Rolling Stone. — Straight Arrow Publishers, 1972. — № 123. — С. 50—58. — ISSN 0035-791X. Архивировано из первоисточника 6 февраль 2009.
- Goodavage, Joseph F. Space War!: A Computer Game Today, a Reality Tomorrow? (инг.) // Saga. — Gambi Publications, 1972. — Т. 44. — № 8. — С. 34—37, 92—94. Архивировано из первоисточника 5 февраль 2019.
- Barton, Matt; Loguidice, Bill. The History of Spacewar!: The Best Waste of Time in the History of the Universe (ингл.). Gamasutra. UBM (10 июнь 2009). Дата обращения: 7 март 2016. Архивировано 3 март 2016 года.
Ҡалып:Хорошая статья