O-Zone

O-Zone (рус. Озон йәки рус. Зона 0) — 19992005 йылдарҙағы молдаван музыкаль поп-төркөмө[1].

O-Zone
Жанрҙар

евродэнс, евродиско

Йылдар

1999—2005

Ил

Молдова Молдова

Ҡайҙан

Кишинёв

Язык песен

Молдаван теле, инглиз теле

Элекке
ҡатнашыусылар

Дан Балан
Раду Сырбу
Арсение Тодираш
Петру Желиховский

Башҡа
проекттар

Дан Балан: Dan Bălan, Crazy Loop
Раду Сырбу: RadU
Арсение Тодираш: Arsenium

O-Zone на Universal Music  (нем.)
O-Zone на Music.md

Төркөм тарихы

Төркөмдө 1999 йылда Inferialis молдаван рок-төркөмөнөң элекке ҡатнашыусылары Дан Балан (рум. Dan BălanТан Bălan) һәм Петру Желиховский (рум. Petru JelihovschiPetru Jelihovschi) Молдавияла Кишинев ҡалаһында ойошторғандар[2]. Төркөм исеменең мәғәнәһен уның лидеры һәм нигеҙ һалыусыһы ошолайтып аңлатҡан:

«Ямғырҙан һуң һауа озон һымаҡ таҙа һәм саф була. Шунан, кем генә инде мобиль селтәрендә Conex Зона 0 — Молдова тигәнде белмәй».

Шул уҡ йылда төркөм 11 композициянан торған Dar, unde eşti (рус. Но где же ты...) исеме аҫтында беренсе альбомын сығара. Ошо мәлдән төркөм үҙ илендә бик популяр булып китә. Әммә төркөмдөң был составы бик оҙаҡҡа бармай. Музыка менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнергә кәрәк тигән һүҙ сыҡҡас та, төркөмдән Петру китә, уның өсөн музыка — тик хобби ғына, тип аңлата ул үҙенең был ҡарарын.

2001 йылдың яҙында төркөмдәге буш урынға кастинг иғлан ителә. Ике кеше: Раду Сырбу (рум. Radu Sîrbu) һәм Арсение Тодираш (рум. Arsenie Todiraş) кастингты уңышлы үтә. Өсәүләп улар O-Zone төркөмөн яңынан тергеҙәләр.

2002 йылдың авгусында яңы составтағы төркөм Number 1 (рус. Номер 1) исемле икенсе альбомын сығара, был альбом төркөмдө Румынияла һәм сит илдәрҙә киң таныта. «Despre Tine» (рус. «О тебе») синглы румын чартының иң башында өс аҙна дауамында тора[3].

Бынан да ҙурыраҡ популярлыҡты коллектив «Dragostea Din Tei» (рус. «Липовая любовь») йыры сыҡҡандан һуң яулай, был йыр уларҙы бөтә донъяға таныта. Йырҙың бер юлы — «nu mă, nu mă iei» — бөтә донъялағы музыка яратыусыларына билдәле булып китә. Композиция бик оҙаҡ ваҡыт донъя хит-парадтарының беренсе юлдарында тора. Төркөмдөң өсөнсө һәм һуңғы DiscO-Zone (һүҙҙәр уйыны: Disc O-Zone һәм Disco Zone) альбомы Румынияла 2003 йылда һәм (киңәйтелгән вариантта) бөтә донъяла 2004 йылда сыға,2005 йылда иң йыш һатылған дисктарҙың береһе тип таныла.

2005 йылдың 14 ғинуарында төркөм солистары араһында контракт өҙөлә.

Ҡатнашыусылар составы

Дискографияһы

Файл:DiscO-Zone (2004).jpeg
Обложка альбома DiscO-Zone

Альбомдар:

  • 1999 — Dar, Unde Eşti…
  • 2002 — 1 Number
  • 2003 — DiscO-Zone

Синглдар:

  • 2003 — «Numai Tu»
  • 2003 — «Dragostea Din Tei»
  • 2004 — «Despre Tine»
  • 2004 — «De Ce Plang Chitarele»

Клиптары

  • 2003 — Tu Numai
  • 2003 — Dragostea Tei Din
  • 2004 — Despre Tine
  • 2004 — De Ce Plang Chitarele

Башҡа проекттары

  • Arsenium
  • Тан Bălan/Crazy Loop
  • RadU

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә