15 июнь

көнө

15 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 166-сы (кәбисә йылында 167-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 199 көн ҡала.

15 июнь
Аҙна көнөЙәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 15 июнь Викимилектә
июнь
ДшШшШрКсЙмШбЙш
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
2024 йыл
  • Ер: Ел көнө.
    • Оло йәштәгеләргә ҡарата баш-баштаҡлыҡ күрһәтеү тураһында мәғлүмәт таратыу көнө.
    • Иғәнә (хәйер-саҙаҡа) биреү көнө.
    • Йәйәү йөрөү көнө.
Һөнәри байрамдар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Копылов Василий Данилович (1921—1.04.1966), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк бригадаһының мотоуҡсылар отделениеһы командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
  • Ямалетдинов Сәғҙи Сәләх улы (1921—2005), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия бригадаһының отделение командиры, сержант. 1945 йылдың 30 апрелендә 13 сәғәт 20 минутта рейхстаг бинаһына беренсе булып Ҡыҙыл байраҡ элеүсе. Был батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденын алыусы, тағы ла 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Һеңрән ауылынан.
  • Әйүпова Фәүзиә Вәлиулла ҡыҙы (1926—?), табип-терапевт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1962 йылдан Хәйбулла үҙәк район дауаханаһының баш табибы, 1965 йылдан Мәләүез үҙәк район дауаханаһы баш табибының дауалау эштәре буйынса урынбаҫары, 1973 йылдан Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының өлкән инспекторы, 1988—1995 йылдарҙа табип-статистигы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1976), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән Иркутск ҡалаһынан.
  • Мөҡминов Рәйес Әғзәметдин улы (1941—15.05.2004), ғалим-тау инженеры.1963 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972—1984 йылдарҙа хеҙмәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кафедрһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998), СССР-ҙың юғары мәктәбе отличнигы (1976) һәм уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Ҡашҡалаша ауылынан.
  • Нуриев Марс Ғималетдин улы (1941), хеҙмәт ветераны, уҡытыусы, яҙыусы, шағир һәм публицист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты.
  • Әбделмәнов Илшат Ғаяз улы (1941—25.07.2007), ғалим-тау инженеры. 1976—1990 йылдарҙа Мәскәү геология-разведка институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире, 1990—1991 йылдарҙа һәм 1994 йылдан «Экогеоцентр» ғилми-производство үҙәге директоры, бер үк ваҡытта «Металинк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1995).
  • Миһранов Фәнир Ғилметдин улы (1951), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, музыкант. 1968—2016 йылдарҙа Миәкә районы Садовый ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Ғәлиев Радик Гәрәй улы (1956), ғалим-стоматолог. Медицина фәндәре докторы, профессор (2004). 1987 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Яңы Ишле ауылынан.
  • Иманғолов Айҙар Әҙһәм улы (1956), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2000 йылдан «Октябрьсккоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы директоры. 2011 йылдан — Октябрьский ҡала Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағынның атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән ошо ҡаланан.
  • Ҡаҙыева Розалия Мәүләүи ҡыҙы (1956), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2012 йылдарҙа Мәсетле районы Яңы Мөслим урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты буйынса үткәрелгән «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2008). Сығышы менән ошо райондың Абдулла ауылынан.
  • Хафизов Фәнил Шамил улы (1956), ғалим-химик-технолог. 1987 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2007 йылдан янғын һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап сығарыусыһы (2002). Сығышы менән Приют ҡасабаһынан.
  • Мөслимова Әлфиә Рәшит ҡыҙы (1961), ғалим-гинеколог. 2003 йылдан Республика клиник перинаталь үҙәгенең Ғаиләне планлаштырыу һәм репродукция үҙәге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

Ай һәм көндәр
Ғинуар1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә