15 декабрь

көнө

15 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 349-сы көнө (кәбисә йылында 350-се). Йыл тамамланыуға 16 көн ҡала.

15 декабрь
Аҙна көнөЙәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 15 декабрь Викимилектә
декабрь
ДшШшШрКсЙмШбЙш
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031     
2024 йыл

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
Милли
Һөнәри
  • 1699: Пётр I указы менән Рәсәй батшалығында йыл башы 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсерелә.
  • 1917: Ҡыҙыл Армияла мөһим айырыу билдәһе булараҡ ҡыҙыл йондоҙ индерелә.
  • 1932: Хәҙерге «Почёт Билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты эш башлай.
  • 1984: СССР-ҙа Венера планетаһын өйрәнеү өсөн «Вега-1» планета-ара автоматик станцияһы осорола.

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Кәримов Хөснөтдин Минһажетдин улы (Кәрим Хөсни; 1887—25.12.1965), уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре, яҙыусы. 1919 йылдан Өфө ҡала халыҡ мәғарифы бүлегенең мосолман әҙәбиәте секцияһы мөдире, РКП (б)-ның Өфө губерна комитеты ҡарамағындағы татар—башҡорт нәшриәтенең бүлек мөдире; 1926—1936 йылдарҙа Татар АССР-ының Әҙәбиәт һәм нәшриәттәр эштәре буйынса баш идаралығы начальнигы; республика радиокомитетының әҙәби-музыкаль тапшырыуҙар секторы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Таймырҙа ауылынан.
  • Шабаев Ғариф Хафиз улы (1907—25.08.1944), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. «Иҙел-Урал» легионының йәшерен төркөм ағзаһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнеүсе (1990, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
  • Байрушин Михаил Александрович (1917—14.02.1998), партия һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1978 йылдарҙа КПСС-тың Благовещен район комитетының беренсе секретары. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Благовещен ҡалаһы һәм Благовещен районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Ҡурғаштамаҡ ауылынан.
  • Йоносов Нәжип Кабил улы (1917—10.03.2003), ауыл хужалығы һәм совет органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Дүртөйлө районы «Әсән» колхозы, 1972—1977 йылдарҙа Әсән ауыл советы рәйесе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән Әсән ауылынан.
  • Йоносов Зәки Кабил улы (1922—25.02.2010), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, тау-сапёр полкының рота командиры. 1944 йылдың апреленән — СССР дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре; 1947 йылдан — Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары бүлеге начальнигы; 1971—1987 йылдарҙа — СССР Эске эштәр министрлығының Өфө махсус урта мәктәбе начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы. Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Әсән ауылынан.
  • Аҡбулатов Фәтих Далха улы (1927—29.01.2012), агроном, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозы агрономы, бригадиры һәм рәйесе; 1964 йылдан район мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры; 1982—1988 йылдарҙа «Аҡъяр» совхозы агрономы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Журналист һәм яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың атаһы. Сығышы менән ошо райондың Үрнәк ауылынан.
  • Әхәтов Мөбәрәк Шәйхулла улы (1927—22.02.1998), нефтсе. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1987 йылдарҙа Коми Республикаһының Усинск вышка монтажлау идаралығының бригадир-монтажсыһы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1974), СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1971). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Усинск ҡалаһының почётлы гражданы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүрөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылынан[1].
  • Вәхитов Шәүәли Мөхәмәт улы (1932—20.12.2020), малсы. 1962—1987 йылдарҙа Көйөргәҙе районы «Таймаҫ» совхозының машина менән һыйыр һауыу оҫтаһы. КПСС-тың XXV съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1973). Сығышы менән ошо райондың Ялсыҡай ауылынан.
  • Мөстәҡимов Нәбиулла Айнулла улы (1932—2019), композитор, музыкант, уҡытыусы. 1986 йылдан хәҙерге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыкаль тәрбиә биреү интернат-гимназия уҡытыусыһы; 1998—2007 йылдарҙа хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһы ның тынлы оркестр түңәрәге етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан.
  • Шафиҡов Бәхтегәрәй Сәлимгәрәй улы (1932—2021), төҙөүсе. Күмертау ҡалаһындағы 2-се төҙөлөш идаралығының ташсылар бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ярмунса ауылынан.
  • Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы (1937—2015), ғалим-инженер-механик. 1973—2006 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1993 йылдарҙа — хеҙмәтте һаҡлау, 1995 йылдан — ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу, 1998—2005 йылдарҙа — электр энергияһы менән тәьмин итеү һәм электр энергияһын ауыл хужалығында ҡулланыу кафедралары мөдире. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1999), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978).
  • Илембәтов Фәттәх Фәтхулла улы (1942), педагог, мәғариф, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1979 йылдан КПСС-тың Балаҡатай район комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире, 1982 йылдан — халыҡ депутаттарының район советы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары; 1986 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1989 йылдан — секретары, 1990 йылдан — район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары; 1996—2004 йылдарҙа Аҡъярҙың 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Сәлихйән ауылынан. Дәүләт хеҙмәткәре Азамат Илембәтовтың һәм ғалим-этнограф Азалия Илембәтованың атаһы.
  • Хафизов Нәзир Хәсән улы (1947), ғалим-табип. 1987 йылдан Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының бүлек мөдире, 2000—2012 йылдарҙа — дауахананың баш табибы, бер үк ваҡытта 1992—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты, доцент (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылынан.
  • Ибраһимова Әнисә Хөрмәт ҡыҙы (1952), педагог. 1975 йылдан Хәйбулла районы Яңы Ергән, 1976 йылдан — Аҡъярҙағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1985 йылдарҙа уҡытыу эштәре мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996). Мәғариф өҫтөнлөклө милли проектының «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2007). Сығышы менән ошо райондың Айыулы ауылынан.
  • Сальникова Зоя Ивановна (1952), сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1975 йылдан Дүртөйлө тимер-бетон изделиелары заводы мастеры, 1976 йылдан — өлкән инженер, 1981 йылдан — производство-техник бүлеге начальнигы; 1987 йылдан — баш инженер, 1997 йылдан — завод идарасыһы; 1999 йылдан Дүртөйлө ҡала советы рәйесе урынбаҫары, 2004—2014 йылдарҙа Дүртөйлө район советы секретары. «Роснефтегазстрой»ҙың почётлы хеҙмәткәре (1995), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2003). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ҡара Баян ауылынан.
  • Ҡобағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (1957), театр һәм кино артисы. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
  • Иҙелбаев Урал Мирас улы (1972), композитор. 2001—2007 йылдарҙа һәм 2014 йылдан М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

Ай һәм көндәр
Ғинуар1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)


Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә