Әхмәтйәнов Альберт Мөхәмәт улы

Техник фәндәр докторы, профессор . Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Әхмәтйәнов Альберт Мөхәмәт улы (18 февраль 1941 йыл, Өфө – 22 февраль 2001 йыл, Өфө) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1978), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан Республиканың Дәүләт премия лауреаты (1999)[1][2].

Әхмәтйәнов Альберт Мөхәмәт улы
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө18 февраль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыныӨфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө22 февраль 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыныӨфө, Рәсәй
Һөнәр төрөуниверситет уҡытыусыһы, ғалим
Эш урыныӨфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йортоӨфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжәтехник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]

Биографияһы

Альберт Мөхәмәт улы Әхмәтйәнов 1941 йылдың 18 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1963 йылда Өфө авиация институтын (Өфө дәүләт авиация техник университетын) тамамлай. 1968 йылда - кандидатлыҡ, 1978 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

Институтты тамамлағас, унда эшләргә ҡала: 1976-1979 йылдарҙа - авиация двигателдәре факультеты деканы, 1980 йылдан - авиация двигателдәрен проектлау һәм һынау кафедраһы мөдире, 1983-2001 йылдарҙа - авиация двигателдәре кафедраһы мөдире[3].

2001 йылдың 22 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

Капиталь техник системаларҙың термогазодинамик процестарының математик моделен әҙерләү өлкәһендә ғилми мәктәп ойоштороуға етәкселек итә. Мәғлүмәт технологиялары уйлап табыу, индереү; традицион булмаған энергия үҙгәрткестәрен ҡулланыу базаһында яңы энергия һәм ресурстарҙы һаҡлаусы, экологик яҡтан таҙа технологиялар әҙерләү һәм производствоға индереү мәсьәләләрен комплекслы хәл итеү менән шөғөлләнә. Ил предприятиеларында һәм конструкторҙар бюроларында индерелгән двигателдәрҙе автоматлаштырылған проектлау системаһын эшләгән. Альберт Мөхәмәт улы ҡатнашлығында газ турбиналы ҡоролма уйлап табылған. Уйлап табыуҙарға 2 авторлыҡ таныҡлығы бар. 180 баҫма ғилми хеҙмәт авторы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[3]

— Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994)

— Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).

— Башҡортостан Республиканың Дәүләт премия лауреаты (1999).

Хеҙмәттәре[4]

  • Диагностика состояния ВРД по термогазодинамическим параметрам. М., 1983 (авторҙаш);
  • Принципы эквивалентности в технике и жизни. М., 1996 (авторҙаш);
  • Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙаш).


Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә