Мирзаһитов Әсхәт Мәсғүт улы

драматург, актёр, режиссёр, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре.
(Әсғәт Мирзаһитов битенән йүнәлтелде)

Мирзаһитов Әсхәт Мәсғүт улы (13 октябрь 1928 йыл — 24 ноябрь 1989 йыл) — башҡорт драматургы, актёр, режиссёр һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1973—1988 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы идараһы председателе, 1976—1988 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы секретары. Башҡорт АССР-ының IХ, Х һәм ХI саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Юғары Совет рәйесе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1978) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1976) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1969) премиялар лауреаты.

Әсғәт Мирзаһитов
Мирзаһитов Әсхәт Мәсғүт улы
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Тыуған көнө13 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыныБикмәт ауылы, Татар-Олҡан ауыл Советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө24 ноябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыныӨфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Ерләнгән урыныҠандры
Туған телурыҫ теле
Һөнәр төрөактёр, драматург
Уҡыу йортоА. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Әүҙемлек урыныҠандры
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһыСССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Биографияһы

Әсхәт (Әсғәт) Мәсғүт улы Мирзаһитов 1928 йылдың 13 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Бикмәт ауылыңда тыуған.

1948 йылда Өфө театр училищеһын тамамлай һәм республиканың колхоз-совхоз театрҙарында актёр, режиссёр, директор булып эшләй.

1953 йылдан «Ҡыҙыл таң» газетаһының, «Ағиҙел» журналының әҙәби хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт академия театрының әҙәби бүлек мөдире була.

1958—1960 йылдарҙа ул СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай. Һуңынан Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, партия ойошмаһы секретары, «Ағиҙел» журналының баш редакторы вазифаларын башҡара. 1973 йылда Әсхәт Мирзаһитов БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1976 йылда СССР Яҙыусылар союзы сәркәтибе итеп һайлана.

1953 йылдан КПСС ағзаһы, 1957 йылдан профессиональ яҙыусы, һуңғараҡ КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты ағзаһы, БАССР Юғары Советы депутаты.

Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге уңышлы хеҙмәттәре өсөн ул ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән бүләкләнде. Башҡортостандың — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияларына лайыҡ булды.

Әсхәт Мирзаһитов «Тымыҡ күл» (1953), «Боҙҙар аҡтарылғанда» (1955), «Утлы өйөрмә» (1957), «Әсәйемдең сал сәстәре» (1960), «Күршеләр» (1961), «Ауыл күренештәре» (1962), «Гөл баҡсаһы» (1965), «Һалдат улы» (1966), «Бәхтегәрәй» (1972), «Әсәләр көтәләр улдарын» (1974) пьесаларын ижад итте, улар сәхнәләрҙә уңыш менән барҙы.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2019)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Башҡорт драматургияһы антологияһы
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә