Әсмә бинт Әбү Бәкер

ислам пәйғәмбәре Мөхәммәттең көрәштәше, тәүге хәлифә Әбү Бәкер ас-Ситдыҡтың ҡыҙы

Әсмә бинт Әбү Бәкер әл-Ҡорайыш (ғәр. أسماء بنت أبي بكر‎;595, Мәккә, хәҙ. Сәғүд Ғәрәбстаны — 692, шунда уҡ) — ислам пәйғәмбәре Мөхәммәттең көрәштәше, тәүге хәлифә Әбү Бәкер ас-Ситдыҡтың ҡыҙы.

Әсмә бинт Әбү Бәкер
ғәр. أسماء بنت أبي بكر
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Хаҡ хәлифәт
 Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө595
Тыуған урыныМәккә, Хижәз
Вафат булған көнөноябрь 692[1]
Вафат булған урыныМәккә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
АтаһыӘбү Бәкер
ӘсәһеКутайла бинт Абд аль-Узза[d]
Бер туғандарыҒәйшә бинт Әбү Бәкр, Умм Кульсум бинт Абу Бакр[d], Мухаммад ибн Абу Бакр[d], Абдуллах ибн Абу Бакр[d] һәм Абдуррахман ибн Абу Бакр[d]
Хәләл ефетеЗөбәйер ибн әл-Ғәүүәм
БалаларыҒабдуллаһ бин Зөбәйер, Урва ибн аз-Зубайр[d] һәм аль-Мунзир ибн аз-Зубайр[d]
Туған телҒәрәп теле
Һөнәр төрөМөхәддис
Һуғыш/алышЙәрмүк һуғышы

Биографияһы

Әсмә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яҡын дуҫы Әбү Бәкер әс-Ситдыҡтың ҡыҙы. Уның әсәһенең исеме Ҡотайла бинт Әбд әл-Үзә. Уның туған ағаһы — Абдуллаһ ибн Әбү Бәкер, апай-һеңлеләре Ғәйшә һәм Өммөгөлсөм, шулай уҡ ата бер инә башҡа Абдрахман һәм Мөхәммәт исемле туғандары була. Уның шулай уҡ Өммөруман бинт Әмир исемле үгәй әсәһе һәм Әт-Туфайл ибн әл-Хариса әл-Азди исемле ата бер инә башҡа энеһе була[2].

Әсмәнең ата-әсәһе Мөхәммәттең пәйғәмбәрлек миссияһы башланмаҫ элек айырылған була[3]. Ата-әсәһе айырылышҡандан һуң, Әсмә атаһы йортонда ҡала.[4].

Әсмә ислам динен тәүгеләрҙән булып ҡабул иткән. Ибн Исхаҡ төҙөгән «Әбү Бәкерҙең саҡырыуы буйынса ислам ҡабул иткәндәр» исемлегендә Әсмә 15-се урында тора[5]. мөхәммәт пәйғәмбәр менән Әбү Бәкерҙең Мәҙинәгә (Ясриб) күсенгән осоронда Әсмә уларға Саур мәмерйәһенә ашарға алып килгән. Пәйғәмбәр һәм Әбү Бәкер мәмерйәнән киткәндә, Әсмә йөктө ике билбауға бәйләгән өсөн, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән «Зату-Нитакайн» (ике билбау эйәһе) тигән титул ала.

Мәҙинәгә күсер алдынан ул әз-Зөбәйер ибн әл-Аввамға кейәүгә сыға, һәм ире күскәндән һуң бер нисә ай үтеүгә уның янына Мәҙинәгә килә[6]. Мәҙинәлә улар бик ярлы йәшәй. Әбү Бәкер уларға ҡол биргәндән һуң, Әсмә «был мине азат итеүгә тиң булды» ти[7].

Бер ваҡыт Мәҙинәгә ҡыҙына ҡунаҡҡа Әсмәнең әсәһе Ҡотайла бинт Әбд әл-Үзә килә. Әсмә, әсәһе Ғәйшә һеңлеһен Мөхәммәткә кәңәшкә ебәргәндән һуң ғына, уны индерә һәм бүләктәрен ҡабул итә. Мөхәммәт пәйғәмбәр, Ҡотайла бер ваҡытта ла мосолмандарға ҡарата дошманлыҡ күрһәтмәгәнлектән, Әсмә әсәһенә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тейеш тип кәңәш бирә. Аңлатма биреүселәр Ҡөрьәндең 8-се һәм 9-сы Әл-Мөмтәхән сүрәһен («Һынланыусы») ошо ваҡиға уңайынан ебәрелгән тип иҫәпләйҙәр[3].

Дин өсөн көрәшмәгәндә лә, һеҙҙе торлаҡтарығыҙҙан ҡыумағандарға ҡарата Аллаһы тәғәлә яғымлы һәм ғәҙел булығыҙ ти. Ысын, Аллаһы тәғәлә рыяһыҙҙарҙы (бер яҡты ла яҡламағандарҙы) ярата. Аллаһы тәғәлә дин мәсьәләһе буйынса һеҙҙең менән һуғышыусылар, һеҙҙе торлаҡтарығыҙҙан һәм илегеҙҙән ҡыуыусылар менән генә дуҫлашыуҙан тыя. Кемдәр уларҙы ярҙамсы һәм дуҫ итеп ҡабул итә, уларҙы закондан тыш тип атай.
Әл-Мумтахана 60:8, 9 (Кулиев)

Әсмә менән әз-Зөбәйерҙең 8 балаһы була:

  • Абдуллаһ ибн әз-Зөбәйер — һижрәнән һуң Мәҙинәлә тыуған беренсе мосолман[6],
  • Әл-Мүнзир ибн әз-Зөбәйер,
  • Әсим,
  • Әл-Мөжәһир,
  • Хәтижә,
  • Өммөлхәсән,
  • Ғәйшә,
  • Урва ибн әз-Зөбәйер[8].

Әз-Зөбәйер «көнсөлдәрҙең көнсөлө» булғанлыҡтан, Әсмәнең ғаилә тормошо бәхетһеҙ була. Мәҙинәлә ул тағы өс ҡатынға өйләнә. Бер ваҡыт Әсмә атаһына иренең аяуһыҙлығы тураһында һөйләй, ләкин Әбү Бәкер былай тип кәңәш итә: «Ҡыҙым минең, түҙемле бул. Ҡатындың хаҡ ире булып, ул вафат булған хәлдә лә ҡатыны башҡа иргә сыҡмаһа, улар ожмахта осрашасаҡ»[9][7]. Әз-Зөбәйерҙең Өммөгөлсөм бинт Укба исемле ҡатыны ла. бер нисә ай йәшәгәндән һуң, унан айырыуҙарын үтенгән[10]. Аз-Зубайр в конечном итоге развелся с Асмой[11].

Әсмә Ярмук алышында ҡатнаша (636)[12][13].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Ҡалып:ЭИ/2
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә