Үзбәкстан

Үзбәкстан (үзб. O'zbekiston, Ўзбекистон), йәки Үзбәкстан Республикаһы (үзб. O'zbekiston Respublikasi, Ўзбекистон Республикаси) — Үҙәк Азиялағы дәүләт. Төньяҡ-көнсығышта, төньяҡта һәм төньяҡ-көнбайышта Ҡаҙағстан, көньяҡта Афғанстан, көнсығышта Ҡырғыҙстан, көньяҡ-көнбайышта һәм көньяҡта Төркмәнстан, көньяҡ-көнсығышта Тажикстан менән сиктәш.

Үзбәкстан Республикаһы
O'zbekiston, Ўзбекистон, O'zbekiston Respublikasi, Ўзбекистон Республикаси[1]
Үзбәкстан гербы
Флаг
Гимн: «Serquyosh hur o'lkam (Мой солнечный и свободный край)»
Үҙаллылыҡ датаһы31 август 1991 йыл ( СССР)
Рәсми телүзбәк
Баш ҡалаТашкент
Эре ҡалаларТашкент, Сәмәрҡәнд, Наманган, Фәрғәнә, Бохара, Әндижан, Нөкөс
Идара итеү төрөпрезидентская республика[2]
Президент
Премьер-министр
Председатель сената
Шавкат Мирзиёев
Абдулла Арипов
Нигматилла Юлдашев
Дәүләт динеИслам
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
56
447 400[3] км²
4,9
Халыҡ
• Һаны (2017)
• Халыҡ тығыҙлығы

32 345 000[4] чел. (41)
72 чел./км² (64)
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе

188.329 млрд. долл.
Валютаһум (UZS, код 860)
Интернет-домен.uz
Код ISOUZ
МОК кодыUZB
Телефон коды+998
Сәғәт бүлкәтеUTC+5

Үзбәкстандың Арал диңгеҙенә сығыу юлы бар. Әммә (Лихтенштейн кеүек) Донъя океанына сығыу өсөн ике ил биләмәһен киҫеп үтергә кәрәк. Күрше илдәрҙең Донъя океанына сығырға мөмкинлектәре юҡ.[6].

Этимологияһы

СССР-ҙа милли-территориаль бүленеш һөҙөмтәһендә 1924 йылда Хәрәзм Социалистик Совет республикаһы һәм Бохара Социалтистик Совет Республикаһы бөтөрөлә, уларҙың территорияларында, шулай уҡ РСФСР составына ингән элекке Төркөстан АССР-ында ике яңы союз республика — Үзбәк ССР-ы һәм Төркмәнстан ССР-ы ойошторола. 1991 йылдың авгусында Үзбәк ССР-ының Юғары Советы «Үзбәкстан Республикаһының дәүләт бойонодороҡһоҙлоғон иғлан итеү тураһында» ҡарар, шулай уҡ «Үзбәкстан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо нигеҙҙәре тураһында» Закон ҡабул итә[7], 1992 йылда ҡабул ителгән Үзбәкстан Конституцияһында «Үзбәкстан» һәм «Үзбәкстан Республикаһы» атамалары тиң мәғәнәле тип теркәлгән[8]. 1980 йылдар аҙағынан башлап һәм ил бойондороҡһоҙлоғоноң беренсе йылдарында үзбәк телендә «республика» терминын аңлатыу өсөн рәсми «йөмһүриәт» һүҙе — «Үзбәкстан Йөмһүриәте» термины ҡулланыла башлай, әммә 1993 йылдан башлап, был терминды билдәләү өсөн «республика» термины кире ҡайтарыла — «Үзбәкстан Республикаһы/Oʻzbekiston Respublikasi»[9][10].

Топоним «үзбәк» этнонимы һәм иран форманты -стан — «ил» һүҙҙәре теҙмәһенән барлыҡҡа килә. «Үзбәк» этнонимының килеп сығышы бөгөнгө көнгә тиклем дикуссиялар темаһы булып тора. Шәхси исем «Үзбәк» XII быуаттың ғәрәп сығанаҡтарында осрай, мәҫәлән, Усама-ибн-Мункыза «Өгөт-нәсихәт китабында» 1115—1116 йылдарҙа Хәмәдан хакимы Бурсуктың ғәскәре башлыҡтарының береһе «ғәскәрҙәр әмире» Үзбәк — Мосул хакимы булған, тип яҙа[11]. Г. В. Вернадский фекере буйынса, «үзбәк» термины төрлө һөнәр, тел, дин һәм сығышы буйынса берләшкән «ирекле кешеләрҙең» үҙатамаһы кеүек ҡулланыла, тип билдәләнә. «Монголдар һәм Русь» эшендә Вернадский әйткәнсә: «Поль Пелиоға ярашлы, Үзбәк (Özbäg) исеме тимәк „үҙенә хужа“ (maître de sa personne), йәғни „ирекле кеше“. Үзбәк милләттең атамаһы булараҡ ул саҡта „ирекле кешеләр нацияһы“» тигәнде аңлатыр ине[12]. Был фекер менән 1830 йылдарҙа Бохара үзбәктәре тураһында яҙған П. С. Савельев та риза, ул «үзбәк» атамаһы тимәк «үҙенә үҙе хужа» тигәнде аңлата тип иҫәпләй.[13].

Үзбәктәрҙең бороғо ата-бабалары согдийҙар, хәрәзмдәр, бактриялылар, фәрғәнәлеләр һәм саҡ-масcаһит ҡәбиләләре тора[14][15]. Яңы эра сиктәрендә Урта Азия аралына төрки телле ҡәбиләләрҙең үтеп инеүе башлана[16].

«Үзбәк» этнонимы төбәккә Тимур ваҡытында индерелә[17], ә XV—XVI быуаттарҙа киң ҡулланыла башлай. XVII быуат шағиры Турды «үзбәк» этнонимы Урта Азия территорияһында 92 ырыуҙы берләштереүсе атама кеүек, тип яҙа[18]. Бохара әмирлеге Урта Азияла Хиуа ханлығы һәм Коканд ханлығы менән бер рәттән өс үзбәк ханлыҡтарының береһе булып тора[19].

1870 йылдарҙа «үзбәктәр, ниндәй генә тормош төрө алып барһалар ҙа, бөтәһе лә үҙен бер халыҡ тип атай, әммә күп ырыуҙарға бүленә», тип билдәләйҙәр[20]. Күп һанлы үзбәк халҡы нигеҙендә 1924 йылда Үзбәк ССР-ы ойошторола.

Географияһы

Үзбәкстандың спутник фотоһүрәте

Сиктәренең оҙонлоғо — 6221 км.

Һуҙылышы: оҙонлоғо буйынса (төньяҡтан көньяҡҡа) 925 км, киңлеге буйынса (көнбайыштан көнсығышҡа) 1400 км. Үзбәкстандың иң көнсығыш нөктәһе Андижан өлкәһенең Тополино ҡала тибындағы ҡасабаһы.

Диңгеҙ кимәленән иң юғары бейеклеге: Хәҙрәт-Солтан түбәһе, 4643,3 м бейеклектә[21] (Ғиссар һырты). Диңгеҙ кимәленән иң түбән бейеклеге: Мынбулаҡ уйпатында Ҡулатай татырлауығы — −12,7 м[22] (Ҡыҙылҡом сүллеге).

Климат ҡырҡа континенталь. Ғинуарҙа уртаса температура — +4 °C алып көньяҡта −10 °C тиклем төньяҡта, июлдә — +27 °C алып төньяҡта +37 °C тиклем көньяҡта. Иң түбән температура −38 °C.

Үзбәкстан территорияһы күп төрлө, әммә был илдең ҙур арауыҡтары йәшәү өсөн яраҡһыҙ: былар сүллектәр, далалар һәм тауҙар. Был илдең тормошо тупланған Үзбәкстан ҡалалары йылға үҙәндәрендә урынлашҡан[23].

Административ бүленеше

Республикала 12 өлкә, 1 республика, шул иҫәптән республика ҡарамағындағы бер ҡала (Ташкент) иҫәпләнә.

Үзбәкстандың административ бүленеше
ТөбәкАдминистратив үҙәкМайҙаны (км²)Халҡы
1Әндижан өлкәһеӘндижан4 2402 857 300
2Бохара өлкәһеБохара39 4001 785 400
3Жизак өлкәһеЖизак20 5001 250 100
4Ҡашҡадаръя өлкәһеКарши28 4002 958 900
5Навои өлкәһеНавои110 800913 200
6Наманган өлкәһеНаманган7 9002 554 200
7Сәмәрҡәнд өлкәһеСәмәрҡәнд16 8003 584 600
8Сурхандаръя өлкәһеТермез20 8002 358 300
9Һырдаръя өлкәһеГөлстан5 100777 100
10Ташкент өлкәһеНурафшон15 3002 644 400
11Фәрғәнә өлкәһеФәрғәнә6 8003 564 800
12Хәрәзм өлкәһеГүргәнж6 3001 715 600
13Ҡарағалпаҡстан РеспубликаһыНөкөс166 6001 791 100
16Ташкент — республика ҡарамағындағы ҡала3352 371 300

Халҡы

Үзбәк ҡарты милли кейемдә
Халыҡ һаны буйынса Үзбәкстан төбәктәре
ТөбәкХалыҡ һаны
,
мең кеше,
01.01.2020 йылға[24]
Сәмәрҡәнд өлкәһе3878
Фәрғәнә өлкәһе3752
Ҡашҡадаръя өлкәһе3280,1
Әндижан өлкәһе3127,6
Ташкент өлкәһе2941,4
Наманган өлкәһе2810,9
Сурхандаръя өлкәһе2629,3
Ташкент ҡалаһы2571,7
Бохара өлкәһе1924,2
Хәрәзм өлкәһе1866,7
Ҡарағалпаҡстан Республикаһы1898,3
Жизак өлкәһе1382,1
Навои өлкәһе997,1
Һырдаръя өлкәһе846,4

2020 йылдың 1 апреленә Үзбәкстан халҡы 34 036 800 кеше тәшкил итә, шуларҙың 50,5 % — ҡалала һәм 49,5 % — ауылда йәшәй[24]. Был пропорцияны баһалағанда илдә 2009 йылда 966 ауыл тораҡ пунктын иҫәпкә алыр кәрәк, унда 4 млн кеше йәшәй, улар ҡала ҡасабалары рәтенә күсерелә, һөҙөмтәлә урбанизацияның дөйөм күрһәткесе ҡапыл 35,8 проценттан 51,7 % тиклем күтәрелә[25].

2019 йылдың ғинуар-декабре эсендә Үзбәкстан халҡы 650,3 мең кешегә арта.

2019 йыл дауамында тыуыусылар һаны 815,9 мең кеше тәшкил итә, тыуым коэффициенты — 24,3 промилле (2018 йылда — 23,3 промилле). 2019 йылда үлеүселәр һаны 155 мең кеше тәшкил итә, үлем коэффициенты 4,6 промилле (2018 йылда — 4,7 промилле).

Үзбәкстан, Бохара, Ебәк һәм тәмләткестәр фестивале

Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 74,1 чел./км². Өлкәләр араһында халыҡтың иң юғары тығыҙлығы буйынса Үзбәкстанда ла, шулай уҡ БДБ илдәрендә лә Әндижан өлкәһе биләй. Халыҡ һаны буйынса Үзбәкстан БДБ илдәрендә, Рәсәй һәм Украинанан ҡалышып, өсөнсө урында тора.

Әммә һуңғыларынан айырмалы рәүештә, Үзбәкстанда тыуымдың юғары кимәле һәм халыҡтың ыңғай артымы теркәлә һәм, һөҙөмтәлә, халыҡтың күп өлөшөн балалар һәм йәштәр тәшкил итә. Әммә Үзбәкстанда тыуым кимәле ярайһы уҡ тиҙ кәмей. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса 1985 йылда тыуым коэффициенты бер ҡатынға 5,7 бала тәшкил иткән[26], ә 2014 йылға ул 1,8 тәшкил иткән[27].

Ил халҡы өсөн никахҡа инеүгә уртаса йәштең артыуы хас: 2000—2010 йылдарҙа ир-егетәрҙә ул 24,2 йәштән 26,5 йәшкә, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында 21,4 йәштән 22,4 йәшкә тиклем[28]. Средний возраст женщин при рождении первого ребёнка в 2010 году составил 22,6 года (в 2000 году — 23,3 года)[28]. Халыҡтың артыуына шулай уҡ сабыйҙар үлеменең кәмеүе булышлыҡ итә (35,1 промилленан алып 1990 йылда 10,8 промиллеға тиклем 2010 йылда)[29].

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғүмер оҙонлоғо (2010 йыл) 72,9 йәш тәшкил итә, шул иҫәптән ирҙәр 70,6 йәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар 75,1 йәш[28].

Үзбәкстандан халыҡтың китеүе бойондороҡһоҙлоҡтоң тәүге йылдарында бик күп була, ул яйлап кәмей һәм 2019 йылда 13,2 мең кеше тәшкил итә[24].

Республикала 120 ҡала һәм 115 ҡала ҡасабалары бар; уларҙа дөйөм алғанда 15 552 800 кеше, йәки бөтә халыҡтың 51 % йәшәй[30].

Халҡының милли составы

Үзбәкстан халҡының милли составы тураһында рәсми мәғлүмәттәр
Милләт1989 йылдың 12 ғинуары(халыҡ иҫәбен алыу)[31]1 января 1991 (оценка)[32]1 января 2011 (оценка)[32]1 января 2017 (оценка)[32]
һаны
мең кеше.
Өлөш %һаны
мең кеше.
Өлөш %һаны
мең кеше.
Өлөш %һаны
мең кеше.
Өлөш %
үзбәктәр14 142,571,3914 995,372,7723 983,282,3526 917,783,8
тажиктар933,64,71980,74,761 411,64,851544,74,81
ҡаҙаҡтар808,24,08845,34,1832,72,86803,42,5
урыҫтар1653,58,351593,87,73837,52,887502,33
ҡарағалпаҡтар411,92,08431,92,1641,52,2708,82,21
ҡырғыҙҙар374,91,88482,61,89254,61,87274,41,85
татарҙар467,82,36414,62,01218,60,751950,61
төркмәндәр121,60,61126,60,61174,70,61920,6
кореялылар183,10,92183,70,89188,00,65176,90,55
украиндар153,20,77146,80,7178,20,2770,70,22
башҡалар759,83,84706,43,43502,81,73486,91,52
Бөтәһе19 810,110020 607,710029 123,410032 120,5100

Халыҡ иҫәбен алыу Үзбәкстанда 1989 йылдан үткәрелмәгән. Халыҡтың һаны тураһында мәғлүмәттәр ЗАГС-тың дәүләт органдары, шулай уҡ Үзбәкстан Республикаһы Министрҙар кабинеты янындағы Дәүләт шәхесләштереү үҙәге тарафынан билдәләнгән. Милләте паспорттың тейешле графаһында уны биргәндә тыуыу тураһында таныҡлыҡ нигеҙендә күрһәтелә.

2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата рәсми мәғлүмәттәр буйынса халыҡты милләте буйынса бүлеү (бөтә милләттәр ҙә индерелмәгән)[33]:

2000 йыл баһаһы буйынса халыҡты милләттәр буйынса бүлеү (киңәйтелгән отчёт)[34]:

Иҡтисады

Дөйөм эске продуктта ауыл хужалығы өлөшө 25,9%, сәнәғәт өлөшө 13,2%, хеҙмәт күрһәтеү тармағы өлөшө 60,9 процентты тәшкил итә.

Төп экспорт партнерҙары — Ҡытай(25%), Швейцария(22%), Ҡаҙағстан(16%), Рәсәй(14%), Төркиә(13%), Франция (2,1%), Украина (1,2%).

Экспортлана торған тауарҙар — ҡиммәтле металдар (алтын), текстиль (элгән еп, сей мамыҡ, футболкалар, һ.б.), нефть һәм газ, металдар (баҡыр, тутыя), аҙыҡ-түлек, машиналар, химия (радиоактив матдәләр, азот ашламалары, һ.б.), һ.б.

Төп импорт партнерҙары — Рәсәй(25%), Ҡытай (21%), Көньяҡ Корея (16%), Ҡаҙағстан (8,3%), Германия (4,9%), Төркиә (4,8%), Украина (2,4%), Италия (1,6%), Һиндстан.

Импортланған тауарҙар — һауа һурғыстар, телефондар, төҙөлөш машиналары, транспорт (автомобиль өлөштәре, йөк автомобилдәре, осҡостар, бурлаҡтар, тракторҙар), металдар (тимер махсуслаштырыу, алюминий, химия махсуслаштырыу (дарыуҙар, ҡан, һ.б.), минераль махмутлар, пластмасса һәм каучук, ағас эшләнмәләре, аҙыҡ-түлек (он, бойҙай, сәй, һ.б.), текстиль, кизе-мамыҡтан тегелгән әйберҙәр.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә