Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы

(ҠҠХЛ битенән йүнәлтелде)

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы (ҠҠХЛ) (рус. Женская хоккейная лига, ингл. Women's Hockey League) — Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар клубтары араһында хоккей лигаһы. ҠҠХЛ 2015 йылда барлыҡҡа килә һәм уға тиклем булған ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатын алмаштыра. Лигала Рәсәйҙең 8 ҡалаһынан 8 команда ҡатнаша.

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы
ҠҠХЛ 2024/25 йылдар миҙгелендә

Шайбалы хоккей
Нигеҙләнгән:

2015 йыл

Ил:

Рәсәй флагы Рәсәй (8)

Регион:

Евразия

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

8

Ғәмәлдәге еңеүсе:

«Динамо-Нева» (Санкт-Петербург)

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

«Ағиҙел» (4 еңеү)

Рәсми сайт:

http://www.whl.khl.ru/

Санкт-Петербургтан «Динамо-Нева» хоккей клубы ғәмәлдәге чемпион исемен йөрөтә, ә Өфөнән «Ағиҙел» хоккей клубы дүрт тапҡыр ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай.

Тарихы

2014 йылдың 12 сентябрендә КХЛ һәм РХФ президенттарының Александр Медведевтың һәм Владислав Третьяктың эш осрашыуында Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын төҙөһө тураһында тәү тапҡыр иғлан ителә. Яҡтар бергә ҠҠХЛ-ды нигеҙләргә һәм Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар хоккейын үҫеше буйынса яңы кимәлгә күтәрергә килешәләр[1]. Әммә РХФ Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын үҙ-аллы ойоштора. Был хәл 2014 йылдың 2 июлендә үткән Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар командаларының вәкилдәре осрашыуында була[2]. Шул уҡ көндө Лига президенты итеп атҡаҙанған спорт мастеры Алексей Яшин һайлана, ә башҡарма директоры булып Евгений Чижмин ҡуйыла.

Әммә лиганы төҙөү КХЛ менән килешмәйенсә РХФ лиганы ойоштороуо менән КХЛ килешмәгәне арҡаһында туҡталып тора. 2014 йылдың 22 декабрендә Алексей Яшин «Чемпионат.com» сайтына интервьюһында Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын ойоштороу процессы туҡталып тороу тураһында әйтә[3].

КХЛ менән РХФ ҠҠХЛ тураһында һорауға 2015 йылда кире ҡайталар. 2015 йылдың 23 апрелендә РХФ башҡарма комитеты КХЛ-ға ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында Рәсәй чемпионатын үткәреү хоҡуҡутарын тапшырыу өсөн тауыш бирә[4]. 2015 йылдың 18 июнендә КХЛ Рәсәй спорт министрлығында яңы лиганың презентацияһын үткәреп Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын ойоштора. 28 августа ҠҠХЛ логотипы ҡабул ителә[5]. Тәүге миҙгел 4 сентябрҙә башлана һәм шунда 7 ҡаланан ете команда ҡатнаша.

2016 йылдың 20 июнендә Мәскәүҙә үткән кәңәшмәлә Курск ҡалаһынан «Динамо» хоккей клубының инеүе тураһында билдәле була. Шулай уҡ командалар бер-береһе менән алты уйын уҙғарасаҡ. Тик миҙгел башланыуынан бер көн генә үткәс, Курск командаһының етәксеһе КХЛ-ға хат яҙа һәм шунда команданы ҠҠХЛ ярыштарынан төшөрөп ҡалдырырға һорай. Сәбәбе — әҙер булмаған инфраструктура һәм финанс мәсьәләләре[6]. Шуға күрә был миҙгелдә үткән миҙгел менән сағыштырғанда командалар һаны үҙгәрмәй, тик уйындар һаны ғына күбәйә. 3 сентябрҙә КХЛ-ТВ каналы тәү тапҡыр ҠҠХЛ уйынын күрһәтә һәм Рәсәй тарихында беренсегә команданы ҡатын-ҡыҙ етәкләй.

2017/2018 йылдар миҙгеленән башлап ҠҠХЛ чемпионатында плей-офф уйнатыла башлай[7]. Был миҙгелдә ҠҠХЛ йондоҙҙары уйынында Астананан «Томирис» хоккей клубының уйынсылары ҡатнашасаҡ, ә 2018/2019 йылдар миҙгеленән башлап был клуб Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының составын тулыландырасаҡ тип көтөлә ине[8]. Тик ысынында шул уҡ ете команда дүртенсе миҙгелдә ҡатнаша. Ухта ҡалаһынан «Арктик-Университет» командаһы 2018 йылда исемен «Горный» тигәнгә үҙгәртә һәм 2018/19 йылдар миҙгеле барышында Санкт-Петербург ҡалаһына күсә.

2019 йылдың июль айында Лига тәүгегә ҙурая: ҠҠХЛ составына тәүге сит ил вакиле — Ҡытайҙың Шэньчжень ҡалаһынан «Куньлунь Ред Стар Ванке Рэйз» хоккей клубы инә[9]. 2020/21 йылдар миҙгеле алдынан Лига составынан Санкт-Петербургтан булған ике команда ла — «Динамо» һәм «Горный» сыға. Шуларҙың уйынсылары нигеҙендә Санкт-Петербургта «Динамо-Нева» командаһы төҙөлә[10]. Шулай уҡ был миҙгелдән башлап Воскресенск ҡалаһынан «МСМО 7.62» командаһы чемпионатта ҡатнаша башлай[11]. «КРС Ванке Рэйз» коронавирус пандемияһы арҡаһында үҙенең өйҙәге уйындарын Мәскәү өлкәһендәге Ступино ҡалаһында уҙғара.

2021/22 йылдар миҙгеле алдынан ҠҠХЛ составына Ярославлдән яңы төҙөлгән «Ледяные Крылья» һәм Силәбенән «Белые Медведицы» хоккей клубтары керә[12]. Силәбелә ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 1997 йылдан 2015 йылда ҠҠХЛ төҙөлгәнгә тиклем була. Әммә миҙгел барышында «Ледяные Крылья» килеп сыҡҡан финанс ауырлыҡтары өсөн чемпионаттан сығырға мәжбүр булалар[13].

2022/23 йылдар миҙгеле алдында «СКИФ» хоккей клубы урынына Түбәнге Новгородтан «Торпедо» командаһы Лига составына керә, ә Ҡытайҙан «КРС Ванке Рэйз» клубы исемен «КРС Шэньчжэнь» тигәнгә алмаштыра[14].

2023 йылдың йәйендә ҠҠХЛ составынан «КРС Шэньчжэнь» хоккей клубы сыға һәм Ҡытайҙа ҡыҙҙар чемпионатында уйнарға күсә, шуға 2023/24 йылдар миҙгелендә Рәсәйҙән 8 команда ҡатнаша.

Командалар

Динамо-Нева
Бирюса
Торпедо
Белые Медведицы
Мәскәү һәм МӨ
СӨЙК
МСМО 7.62
Торнадо
Мәскәү өлкәһе командалары
Бындағы мәғлүмәт 2023/2024 йылдар миҙгеленә ҡарата күрһәтелгән
КомандаҠалаАрена (ҙурлығы)НигеҙләнгәнЛигалаБаш тренерКапитан
Ағиҙел Өфө«Салауат Юлаев» СҺ (3 500)20102015 Валерий Дәүләтшин Мария Печникова
Белые Медведицы Силәбе«Трактор» БА (7 500)19972021 Денис Афиногенов Екатерина Лебедева
Бирюса КрасноярскПлатинум-Арена (7 046)19872015 Александр Ведерников Павлина Горалкова
Динамо-Нева Санкт-Петербург«Юбилейный» СК БА (1 700)20202020 Александр Зыбин Алёна Андрющенко
МСМО 7.62 Воскресенск«Подмосковье» БҺ (4 000)20202020 Александр Сырцов Влада Назаренко
Торпедо Түбәнге Новгород«Нагорный» МКАК (5 600)20222022 Олег Наместников Ангелина Гончаренко
СӨЙК ЕкатеринбургА. Козицын ис. БҺ (1 100)20152015 Сергей Чистяков Кристина Сергеева
Торнадо Дмитров«Дмитров» СК (2 000)20032015 Сергей Бондаренко Екатерина Захарова

Миҙгел форматы

Һәр команда ҡалған командалар менән бер миҙгел эсендә алтышар осрашыу үткәрә. 2016/2017 йылдар миҙгелендә һәр команда 36 уйын үткәрә. Ҡалған Рәсәй хоккей лигаларындағы кеүек даими миҙгелдән һуң был лигала плей-офф уйындары юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими чемпионат ҡына бар. Даими чемпионат бөткәс Рәсәй чемпионы, вице-чемпион һәм бронза миҙалы яулаусы билдәләнә.

2017 йылдан башлап ҠҠХЛ чемпионын билдәләр өсөн плей-офф индерелә. Даими чемпионатта һәр команда башҡалар менән алтышар уйын үткәрә, бөтәһе — 36 осрашыу. Һөҙөмтәләр буйынса дүрт иң яҡшы команда плей-оффҡа эләгә, шунда ярымфиналдар ике еңеүгә һәм финал өс еңеүгә тиклем дауам итә. Шулай уҡ календарҙә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар уйыны һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей ял көндәре кеүек ХАХФ махсус проектарына урын ҡаралған[15].

2023/2024 йылдар миҙгеленән алып лигала 8 команда сығыш яһай, һәр коллектив башҡа дәғүәселәр менән өйҙә һәм ҡунаҡта өсөшәр уйын үткәрә. Тимәк бөтә клубтар даими чемпионатта 42 осрашыу уҙғара. Плей-оффҡа бөтә һигеҙ команда сыға. Ошо миҙгелдән алып сирекфиналда һәм ярымфиналда сериялар өсөшәр еңеүгә тиклем дауат итә, ә финал серияһы дүрт еңеүгә тиклем барасаҡ.

Миҙалсылар теҙмәһе

Миҙгел Алтын Көмөш Бронза
2015/16 Торнадо Ағиҙел Бирюса
2016/17 Торнадо Ағиҙел Динамо
2017/18 Ағиҙел Торнадо Динамо, СКИФ
2018/19 Ағиҙел Динамо Бирюса, СКИФ
2019/20 КРС Ванке Рэйз (инг.)баш. Ағиҙел Торнадо, Бирюса
2020/21 Ағиҙел КРС Ванке Рэйз (инг.)баш. СКИФ, Бирюса
2021/22 КРС Ванке Рэйз (инг.)баш. СКИФ Торнадо, Динамо
2022/23 Ағиҙел Динамо-Нева Бирюса, Торпедо
2023/24 Динамо-Нева Бирюса Ағиҙел, Торпедо

Командаларҙың лигала һөҙөмтәләре

2015 йылда барлыҡҡа килгәндән бирле лигала 10 команда ҡатнашҡан була. Таблицала һәр команданың даими миҙгел һөҙөмтәләре буйынса урындары һандар менән күрһәтелгән. 2017 йылда индерелгән плей-офф һөҙөмтәләре төҫ менән билдәләнгән.

Команда201620172018201920202021202220232024
Динамо-Нева5634
Бирюса345344423
Ағиҙел221112311
Торпедо42
Белые Медведицы875
Торнадо112536556
МСМО 7.627787
СӨЙК777788998
КРС Шэньчжэнь2126
СКИФ5544631
Динамо СПб43327
Горный*66665
Ледяные Крылья10
ТөҫАңлатмаһы
ҠыҙылҠҠХЛ чемпионы
ҺарыФиналсы
ЙәшелЯрымфиналсылар
ЗәңгәрСирекфиналсылар
КүкМиҙгелдә ҡатнаша
ҺороМиҙгелдә ҡатнашмай
Иҫкәрмәләр: тәүге ике миҙгелдә плей-офф булмай. Шуға күрә күрһәтелгән һандар йомғаҡ урындары ла була

* Элекке исеме «Арктик-Университет»

Бөтә йондоҙҙар уйыны

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙары уйыны тәүге миҙгелдә үк Мытищи ҡалаһында булырға тейеш ине. Тик улай барып сыҡмай. Икенсе миҙгелдә йондоҙҙар уйыны Өфө ҡалаһында 2017 йылдың 21 ғинуарында Башҡортостанда хоккей аҙнаһы сиктәрендә үтә[16]. Уйын Көнсығыш—Көнбайыш командалары араһында уйын форматында үтә. 2018 йылда Астанала үткән йондоҙҙар уйынында Ҡаҙағстан хоккейсылары ла ҡатнаша.

  • 19 ғинуар 2017, Өфө, Өфө-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 0:4.
  • 10 ғинуар 2018, Астана, Барыҫ-Арена, Көнсығыш — Көнбайыш 3:2.
  • 13 ғинуар 2019, Түбәнге Кама, СМК «Нефтехимик», Көнсығыш — Көнбайыш 2:4.
  • 11 ғинуар 2020, Мәскәү, ВТБ Арена, Көнбайыш — Көнсығыш 1:4.
  • 4 декабрь 2022, Силәбе, «Трактор» БА, Көнсығыш — Көнбайыш 3:4
  • 2 декабрь 2023, Тула, Боҙ Һарайы, Көнбайыш — Көнсығыш 4:5

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Үткән:
Рәсәй чемпионаты
Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар лигаһы
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы
Киләһе:
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә