Ҡышҡы Олимпия уйындары

Ҡышҡы Олимпия уйындары — спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса донъялағы иң эре ярыштар. Халыҡ-ара олимпия комитеты эгидаһы менән 4 йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Ҡышҡы Олимпия уйындары 1924 йылдан алып йәйге Олимпия уйындарына өҫтәлмә булараҡ үткәрелә башлай. Ҡайһы бер ҡышҡы спорт төрҙәре йәйге Олимпия уйындарына тағы ла иртәрәк — 1908 һәм 1920 йылдарҙа индерелгән була. 1924 йылдан 1992 йылғаса ҡышҡы Олимпия уйындары йәйге уйындар менән бер үк йылда уҙғарылған. 1994 йылдан башлап улар йәйге Олимпиаданан ике йылға һуңлатып үткәрелә.

Ҡышҡы Олимпия уйындары уҙғарылған урындар
Ҡышҡы Олимпия уйындарында еңеүселәр картаһы      Ҡышҡы Олимпия уйындарында 1 тапҡыр еңгән илдәр      Ҡышҡы Олимпия уйындарында 2 тапҡыр һәм унан күберәк еңгән илдәр      Ҡышҡы Олимпия уйындарында 5 тапҡыр һәм унан күберәк еңгән илдәр

Башҡа исемдәре: ҡышҡы Олимпиада, Аҡ олимпиада.

Еңеүселәр

1924—2014 йылдарҙа үткән 22 ҡышҡы Олимпия уйындарында дөйөм команда иҫәбе буйынса еңеүселәр исемлеге:

Ҡышҡы Олимпия уйындарының спорт төрҙәре

Союз/ФедерацияСпорт төрөУҙғарыла башланыуыДисциплина
FISТау саңғыһы1936Тиҙлеккә төшөү, супергигант, слалом-гигант, слалом, күпбәйге
Саңғы ярышы1924Шәхси спринт, командалы спринт, айырым стартлы ярыш, масс-старт, эстафета, скиатлон
Трамплиндан саңғыла һикереү1924K120 шәхси беренселеге, K120 командалы беренселеге, K90 шәхси беренселеге
Саңғы буйынса икебәйге1924Шәхси ярыштар, спринт, эстафета
Фристайл1992Могул, саңғы акробатикаһы, ски-кросс, хафпайп, слоупстайл
Сноуборд1998Биг-эйр, параллель слалом-гигант, слоупстайл, сноуборд-кросс, хафпайп
IBUБиатлон1960Спринт, шәхси уҙыш, пасьют, масс-старт, эстафета, ҡатнаш эстафета
ISUКонькиҙа фигуралы шыуыу1908/1924Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым, шәхси фигуралы шыуыу, парлы фигуралы шыуыу, боҙҙа бейеүҙәр, команда ярыштары
Конькиҙа ярышыу1924500 м, 1000 м, 1500 м, 3000 м, 5000 м, 10000 м, команда ярышы
Шорт-трек1992500 м, 1000 м, 1500 м, эстафета
FIBTБобслей1924Ике урынлы боб, дүрт урынлы боб
Скелетон1928/1948/2002
FILСанала шыуыу1964Шәхси ярыштар, парлы уҙыштар, командалар эстафетаһы
IIHFШайбалы хоккей1920/1924
WCFКёрлинг1924/1998

Уҙғарыу йылдары һәм урындары

УйындарЙылҠалаДәүләтИҫәбеИҫәбе
ҡатнашыусы илдәрҡатнашыусы спортсыларспорт дисциплиналарыспорт төрҙәре
I1924Шамони  Франция16280144
II1928Санкт-Мориц  Швейцария25464144
III1932Лейк-Плэсид АҠШ17252144
IV1936Гармиш-Партенкирхен  Германия28646174
(1)1940Гармиш-Партенкирхен  Германия
(1)1944Кортина д’Ампеццо  Италия
V1948Санкт-Мориц  Швейцария28669224
VI1952Осло  Норвегия30694224
VII1956Кортина д’Ампеццо  Италия32821244
VIII1960Скво-Вэлли АҠШ30665274(2)
IX1964Инсбрук  Австрия361091346(3)
X1968Гренобль  Франция371158356
XI1972Саппоро  Япония351006356
XII1976Инсбрук  Австрия(4)371123376
XIII1980Лейк-Плэсид  АҠШ371072386
XIV1984Сараево  Югославия491272396
XV1988Калгари  Канада571423466
XVI1992Альбервиль  Франция641801576
XVII1994(5)Лиллехаммер  Норвегия671739616
XVIII1998Нагано  Япония722302687(6)
XIX2002Солт-Лейк-Сити  АҠШ772399787
XX2006Турин  Италия802508847
XXI2010Ванкувер  Канада822766867
XXII2014Сочи  Рәсәй Федерацияһы882800987
XXIII2018Пхёнчхан  Корея республикаһы
XXIV2022Пекин  Ҡытай
1 Икенсе донъя һуғышы арҡаһында уҙғарылмай.
2 Биатлон ҡышҡы олимпия спорт төрө булып китә. Бобслей буйынса ярыштарҙан баш тартыла.
3 Сана спорты ҡышҡы олимпия спорт төрө булып китә.
4 Тәүҙә уйындар АҠШ-тың Денвер ҡалаһында булырға тейеш булған, әммә финанс мәьәләләре ҡатмарлы булыу сәбәпле Олимпиада Австрияла уҙғарыла.
5 Ошо йылдан алып ҡышҡы Олимпия уйындары йәйге уйындары булған йылдарҙа уҙғарылмай. Тәүге һәм һуңғы тапҡыр ҡышҡы Олимпия уйындары араһындағы ваҡыт арауығы ике йыл тәшкил итә.
6 Кёрлинг етенсе ҡышҡы олимпия спорт төрө булып китә. Шулай уҡ уйын программаһына сноубордингты индерәләр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ


Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә