Ҡырғыҙ

Ҡырғыҙ — башҡорт ҡәбиләһе.

Ҡырғыҙ
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәренә ҡарай.

Ырыу-ҡәбилә ҡоролошо

  • Ҡаҙыҡай
  • Тәнекәй.

Сығышы

Башҡорттарҙың ҡырғыҙ ырыуы Йәнәсәй ҡырғыҙҙары нәҫеленән барлыҡҡа килгән. VIII—X быуаттарҙа улар Һырдаръя буйҙарына күсенәләр, артабан — Волганың уң ярына, ә унан инде Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығына барып сығалар[1]. XIII—XIV быуаттарҙа ҡәбилә Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә туплан [1]. Көньяҡта башҡорт ҡырғыҙҙарының ерҙәре Ыҡ һәм Зәй йылғалары үрҙеренә тиклем барып етә.Үҙ сығышын ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары Сыңғыҙхан нәҫеленән Тонаҡ бей һәм Ҡадыҡ бейгә бәйләйҙәр.

Йәнәсәй ҡырғыҙҙары монголдар менән тығыҙ бәйләнештә булған, тигән фекерҙәр бар[2][3]. Н. Я. Бичурин фекеренсә, боронғо ҡырғыҙҙар (хәгәстәр, хағастар) монгол[4] йәки төрки-монгол ҡатнаш сығышлы булған [3][5][6][7].

Ҡырғыҙ ырыуы шәжәрәһе

Ҡырғыҙҙарҙың боронғо шәжәрәһе 1913 йылда «Шура» журналының 10-сы һанында баҫтырыла, уны Бөгөлмә мөғәллиме Әхмәтғәли Хәлимов ишетеп яҙған. Әлеге шәжәрәне урыҫ теленә С. М. Абрамзон тәржемә итә:

«Ата-бабаларыбыҙҙан һаҡланып ҡалған шәжәрәгә ярашлы ҡырғыҙ башҡорттарына (йәғни, Бөгөлмә өйәҙе Александровка улусы Ташлы ауылы ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарына) нигеҙ һалыусының исеме Сәйет ҡырғыҙ йорто (Мөхәммәт ырыуы) нәҫеленән „Ҡорҡот ата“; ул Һыр диңгеҙе янындағы Бохара юлында (йәшәгән). Уның (Ҡорҡот атаның) атаһы Әхмәт бей, унан Мөхәммәт бей, унан Йәнбә бей, унан Ҡушыҡ бей.

Ҡушыҡ Татыш күле янындағы Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә Иҫке Ҡырғыҙ ауылында йәшәгән һәм Аҡ бейгә буйһонған. Ҡушыҡ бейҙең ике улы булған: беренсеһе Аҡҡош бей, икенсеһе Күккүҙ бей. Аҡҡош бейҙең Бутамыш бей исемле улы булған, унан Буралмыш бей (тыуған). Күккүҙ бейҙең ике улы булған: Ҡылсан исемлеһе (хәҙер бер бәләкәй ауылдың исеме) һәм Тыныс исемлеһе; ошо ике зат беҙҙең ерҙәргә Бөйөк батша Алексей Михайловичтан грамота алғандар, тип яҙалар.

Ҡылсандың Ураҙгилде улы булған, унан Ыҙай, унан Модоҡ, унан Бикмөхәмәт. Данлыҡлы Бикмәхәмәт үҙенең ырыуҙаштары менән Иҫке Ҡырғыҙ ауылынан килделәр һәм Ҡатай ауылында йәшәй башланылар. Бикмөхәмәттең Хөсәйен исемле улы булған, ул 1755 йылда үҙенең ырыуҙаштары менән Бөгөлмә өйәҙе Александровка улусында Ташлы ауылына нигеҙ һалды[8]».

Урынлашыуы

Ҡырғыҙ ҡәбиләһе башҡорттарының тораҡ пункттары[9][10][11][12]
РФ субъектыРайонТораҡ пункттар
БашҡортостанБаҡалы районыИҫке Ҡатай, Иҫке Ҡорос, Иҫке Ҡуян, Ҡамай, Килкабыҙ, Ҡамышлытамаҡ, Мулланур, Саҡат, Үҫтем, Туҡтағол, Яңы Ҡатай
Илеш районыБаҙы-Ҡуян, Иҫке Айыу, Иҫке Күктау, Иҫке Ҡырғыҙ, Иҫке Татыш, Иҫәнбай, Үрмәт, Иштирәк, Ҡарабаш, Тыпый, Уяндыҡ, Үрге Юлдаш, Шәммәт, Ябалаҡ, Яңы Күктау
Краснокама районыИҫке Мошто, Уртауыл, Яңы Мошто
Туймазы районыАблай, Бәтке, Илеш, Туҡмак-Ҡаран, Үрмәт
Шаран районыБурһыҡ, Ерекле, Күгәрсен-Бүләк, Сәкәнтамаҡ, Түбәнге Зәйет, Түбәнге Ташлы
ТатарстанАҡтаныш районыАйыш, Аҡтаныш, Иҫке Әлим, Кәзкәй (Ҡаҙыҡай), Тыңламаҫ, Чөгәнә, Яңы Әлим
Баулы районыТашлы
Ютазы районыАҡбаш, Бәйрәкә, Иҫке Ҡаражирек, Кәрәкәшле, Ташкичү

Шәжәрә

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Видеояҙмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә