Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 16494 |
Ҡылыс балыҡ (лат. Pelecus cultratus, рус. Чехонь) — һаҙандар тоҡомона кергән балыҡ.
Ҙур буйға етә, ҡайһы берҙәре 30-40 см була. Ауыҙы өҫкә ҡарап тора. Түш ҡанаттары оҙон, яп-ялтыр төҫтә, һыуҙа ҡылыс һымаҡ ялтырап күренә. Арҡаһы төҙ, ә ҡорһаҡ яғы осланып барып бөткән кәкре ҡылыслтың йөҙө һымаҡ. Бик ҡурҡып бармай.
башлыса бөжәктәр, ылымыҡтар менән туҡлана. Ҙур буйға еткән балыҡтар ыуылдырыҡ һәм селбәрәләр менән дә туҡлана.
Уларҙы иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем осратырға мөмкин. Көтөүҙәре менән эркелеп йөрөйҙәр. Ғәҙәттә ағын һыулы ҡомлаҡтарҙы, шаршыларҙы үҙ итә. Татырлы һыуҙарҙы ла үҙ итә.