Ҡуҡый

?
Ҡуҡый
Ҡуҡый
Фәнни классификация
Батшалыҡ:Хайуандар
Тип:Хордалылар
Класс:Ҡоштар
Отряд:Тартай һымаҡтар
Ғаилә:Ҡуҡыйҙар
Ырыу:Ҡуҡыйҙар
Төр:Ҡуҡый
Латинса исеме
Porzana porzana
Linnaeus, 1766
Ареал
рәсем
     Оялау урыны

     Йыл әйләнәһенә

     Ҡышлау урыны
ITIS 176241

Ҡуҡый, ҡуҡыйыҡ, һыу тауығы (рус. Погоныш, лат. Porzana porzana) — сыйырсыҡтан ҙурыраҡ, һирәк оса торған бик һаҡ ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106002903
Porzana porzana

Ҡылыҡһырлама

Күберәк ерҙән йүгереп йөрөй. Осҡанда аяҡтарын йыймай. Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына. Һырты ҡара һәм аҡ сыбарлы көрән, ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты күкһел арҡыры һыҙыҡлы-аҡ. Түше, муйынының ике яғы аҡ төртөклө күкһел һоро. Суҡышының төбө ҡыҙыл, осо һары. Оҙон ғына аяҡтары йәшкелт, һыу тауығынан бәләкәйерәк, суҡышы ҡыҫҡараҡ, түше сыбар булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы киҫкен: «ҡуҡ-ҡуҡ».

Йәшәү рәүеше

Яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, һирәкләп үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. Көрән таплы һарғылт йәшел йомортҡаларының һаны 25-кә етә.Ите өсөн аулайҙар.


🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә