Ҡумыҡ теле

Ҡумыҡ теле (үҙатамалары — къумукъ тил, qumuq til, рус. кумы́кский язы́к) — Дағстанда, Чечняның төньяҡ-көнбайышында һәм Төньяҡ Осетияның Моздок районында йәшәгән ҡумыҡтарҙың теле.

Ҡумыҡ теле
ҡум. къумукъ тил
ҡум. Къумукъ‎
Ҡыҫҡаса атамаһыхъуымыхъхъаг
Дәүләт Рәсәй[1]
Барлыҡҡа килгәнДағстан, Ҡумыҡтар, Чечен Республикаһы һәм Төньяҡ Осетия — Алания
Тел төрҙәреагглютинатив телдәр
Яҙыукумыкская письменность[d], Кирил алфавиты, Латин алфавиты һәм ғәрәп яҙыуы[d]
Телдә һөйләшеүселәр426 212 кеше (2010)[2]
Телдең ЮНЕСКО статусыбирешеүсән[d][3]
Ethnologue каталогында тел статусы5 Developing[d][4]
Тасуирлау биттәреturkic.elegantlexicon.com/…
Wikimedia Incubator URLincubator.wikimedia.org/…
Викимедиа проекттарында тел кодыkum
Дағстан райондарында ҡумыҡ теллеләр өлөшө

Төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡараған тел. Был телдә һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 450—500 мең кеше.

Ҡумыҡ теле — Дағстан телдәре араһында алты «әҙәби телдең» береһе. Ҡумыҡ телендә «Ёлдаш» гәзите нәшер ителә.

Тарихы

Ҡумыҡ теленең барлыҡҡа килеү ваҡыты әлегә тиклем асыҡланмаған. Ул монгол-татар осорона тиклем нигеҙләнгән булған тигән фараз йәшәй (XIII быуатҡа тиклем).

Ҡумыҡ теле Дағстандың боронғо әҙәби яҙма телдәренең береһе булып тора. XX быуат дауамында ҡумыҡ теле яҙмаһы дүрт тапҡыр үҙгәртелә: традицион ғәрәп графикаһы 1920-се йылдар башында үҙгәртелә; 1929 йылда башта уны латин алфавиты алмаштыра , ә артабан, 1938 йылда — кириллицаға күсәләр. Кириллица алфавиты ла 1940—1950 йылдарҙа үҙгәртелә.

Ҡумыҡ теленә иң яҡыны — ҡарасай-балҡар, ҡырымтатар һәм ҡараим телдәре[5].

Ҡумыҡтар араһында шулай уҡ урыҫ һәм төрөк телдәре таралған (төрөксә XIX -ХХ быуаттың беренсе яртыһында күсеп килгәндәр тоҡомо һөйләшә).

Ҡумыҡ теле төньяҡ-көнсығыш Кавказ менән рус хакимиәте мөнәсәбәттәрендә рәсми тел булып торған[6]. Шулай уҡ бары ҡумыҡ теленә ҡарата «мосолман теле» тигән лингвоним (бусурман тил) ҡулланылған[7].

Таулылар эмиграцияһы

1935 йылда Кавказ Бойондороҡһоҙ комитетының телдәр комиссияһы һәм Варшава Көнсығыш телдәр институты съезының тикшернеү һөҙөмтәләре буйынса ҡумыҡ теле «бөтә Төньяҡ Кавказ ҡәбиләләре өсөн уртаҡ ҡәбилә теле» тип һайлап алынған[8].

Яҙмаһы

Хәҙерге заман ҡумыҡ алфавиты: А а, Б б, В в, Г г, Гъ гъ, Гь гь, Д д, Е е, Ё ё, Ж ж, З з, И и, Й й, К к, Къ къ, Л л, М м, Н н, Нг нг, О о, Оь оь, П п, Р р, С с, Т т, У у, Уь уь, Ф ф, Х х, Ц ц, Ч ч, Ш ш, Щ щ, Ъ ъ, Ы ы, Ь ь, Э э, Ю ю, Я я.

А ааП ппe
Б ббeР рэр
В ввeС сэс
Г ггeТ ттe
Гъ гъгъaУ уу
Гь гьгьeУь уьуь
Д ддeФ фэф
Е еeХ ххa
Ё ёёЦ ццe
Ж жжeЧ ччe
З ззeШ шшa
И ииЩ щщa
Й йкъысгъа иЪ ъкъатты белги
К ккeЫ ыы
Къ къкъaЬ ьйымышакъ белги
Л лэлЭ ээ
М мэмЮ юю
Н нэнЯ яя
Нг нгэнг
О оo
Оь оьоь

Хәҙерге заман латиницаһы

1991 йылда ҡумыҡ вәкилдәре Дөйөм төрки алфавит ҡабул итеүҙә ҡатнаша[9], ул хәҙерге мәлдә популярлаша бара[10].

Латиница нигеҙендә ҡумыҡ алфавиты[9]
ЛатиницаКириллицаМФА
A aА а⟨a⟩
B bБ б⟨b⟩
C cЖ ж⟨d͡ʒ⟩
Ç çЧ ч⟨t͡ʃ⟩
D dД д⟨d⟩
E eЭ э⟨e⟩, ⟨æ⟩
G gГ г⟨ɡ⟩
Ğ ğГъ гъ⟨ʁ⟩
H hГь гь⟨h⟩
İ iИ и⟨i⟩
I ıЫ ы⟨ɯ⟩
Y yЙ й⟨j⟩
J jЖ ж⟨ʒ⟩
K kК к⟨k⟩
Q qКъ къ⟨q⟩
L lЛ л⟨l⟩
M mМ м⟨m⟩
N nН н⟨n⟩
Ñ ñНг нг⟨ŋ⟩
O oО о⟨o⟩
Ö öОь оь⟨ø⟩
P pП п⟨p⟩
F fФ ф⟨f⟩
R rР р⟨r⟩
S sС с⟨s⟩
Ş şШ ш⟨ʃ⟩
T tТ т⟨t⟩
U uУ у⟨u⟩
Ü üУь уь⟨y⟩
V vВ в⟨v⟩
W wВ в⟨w⟩
X xх х⟨x⟩
Z zЗ з⟨z⟩
Ä äя либо а⟨æ⟩
ʼЪ ъ⟨ʔ⟩, ⟨ʕ⟩

Иҫкәрмәләр

Библиография

  • Н. К. Дмитриев. Грамматика кумыкского языка. — М., 1940.
  • Русско-кумыкский словарь. Бамматов З. З. — Махачкала. 1960.
  • Русско-кумыкский словарь. ред. Бамматов Б. Г. — Махачкала. 1997.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә