Ҡаҙ йыуаһы

?
Ҡаҙ йыуаһы
Һары ҡаҙ йыуаһы
Gagea lutea — Һары ҡаҙ йыуаһы
Фәнни классификация
Батшалыҡ:Үҫемлектәр
Бүлексә:Ябыҡ орлоҡлолар
Класс:Бер өлөшлөләр
Тәртип:Ләлә сәскәлеләр
Ғаилә:Ләлә һымаҡтар
Ырыу:Ҡаҙ йыуаһы
Латинса исеме
Gagea Salisb. (1806)
Виды
ITIS 500928
NCBI 82208

Ҡаҙ йыуаһы (Gagea) — лилиә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Ботаник яҙма

Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: һары ҡаҙ йыуаһы, бөртөклө ҡаҙ йыуаһы, һуғанбашлы ҡаҙ йыуаһы, кесе ҡаҙ йыуаһы, ненец ҡаҙ йыуаһы, тәпәш ҡаҙ йыуаһы. Һуғанбашлы эфемероидтар, бейеклеге 5—30 см. Һабағы төҙ, 1 тар ҡыяҡлы йәки киң ланцет тамыр яны япрағы һәм 1—3 (һирәк осраҡта 5‑кә тиклем) сәскәлек аҫтында урынлашҡан ҡыяҡ, яҡынайтылған осло япраҡ менән. Сәскәләре тыш яҡтан йәшкелт, эстән — һары, сатыр йәки ҡалҡансыҡ рәүешендәге сәскәлектәргә йыйылған. Апрель—майҙа сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, май—июндә өлгөрә.

Gagea villosa — Йөнтәҫ ҡаҙ йыуаһы Ботаник иллюстрация Якоб Штурмдың «Deutschlands Flora in Abbildungen китабынан» (1796).

Таралышы

Һары ҡаҙ йыуаһы һәм кесе ҡаҙ йыуаһы — киң япраҡлы урмандарҙа, тәпәш ҡаҙ йыуаһы далала, тауҙарҙың һәм ҡалҡыулыҡтарҙың ҡоро битләүҙәрендә үҫә; республика бөтә территорияһында таралған. Далала бөртөклө ҡаҙ йыуаһы, һуғанбашлы ҡаҙ йыуаһы (Баймаҡ районында Ирәндек һыртында) һәм Урал эндемигы ненец ҡаҙ йыуаһы (Ауырғазы, Благовар, Мәләүез райондары) осрай.

Файҙаланыу

Һары ҡаҙ йыуаһы — декоратив үҫемлек, составында С витамины, каротиноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

 класс
Двудольные
 ещё 9 семейств 
     
 отдел
Покрытосеменные
  порядок
Лилиецветные (Liliales)
  род
Гусиный лук (Gagea )
        
 царство
Растения
  класс
Однодольные
  семейство
Лилейные (Liliaceae)
  
       
 отдел
Голосеменные
 ещё 9 порядков
(согласно Системе APG II)
 ещё 16 родов
см. Лилейные
   

Төрҙәре

Ике йөҙгә яҡын төрө билдәле.

Gagea chlorantha — Йәшкелт-һары ҡаҙ йыуаһы
Gagea minima — Ваҡ ҡаҙ йыуаһы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә