Казахская национальная академия искусств имени Т. К. Жургенова (КазНАИ) | |
Academy zhurgenov logo.jpg | |
Исеме | Т. Қ. Жүргенов атындағы Қазақ ұлттық өнер академиясы |
---|---|
Асылған йылы | |
Ректор | Сатыбалды, Азамат |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы | Республика Казахстан, 050000 Алматы, ул. Панфилова, 127 |
Сайт |
Т. К. Жургенов исемендәге ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы (ҡаҙ. Т. Қ. Жүргенов атындағы Қазақ ұлттық өнер академиясы)- Алма-Атала (Ҡаҙағстан) урынлашҡан юғары уҡыу йорто.
Академия тарихы 1955 йыл Ҡаҙаҡ ССР -ының халыҡ артисы А. Т. Тоҡпанов Ҡорманғазы исемендәге Алма-Ата дәүләт консерваторияһында театр факультеты асыуҙан башлана. Уның нигеҙендә 1977 йылда Алма-Ата театр-художество институты асыла. 1978 йылда театр һәм сәнғәт факультеттарына беренсе тапҡыр студенттар ҡабул ителә[1].
1982—1983 уҡыу йылында институтта 490 студент уҡый, 95 уҡытыусы, шул иҫәптән 5 профессор һәм фән докторы, 7 доцент һәм фән кандидаты эшләй[2].
1989 йылың 28 ғинуарында институтҡа Ҡаҙағстандың беренсе мәғариф халыҡ комиссары Тимербәк Жургенов исеме бирелә[1].
1993 йылда юғары уҡыу йорто Т.К.Жургенов исемендәге ҡаҙаҡ дәүләт театр һәм кино институты итеп үҙгәртелә, «Кино һәм телевидение» факультеты ойошторола. 1994 йылдың 22 июнендә Т.Жургенов исемендәге ҠаҙДТК (ГИТИК) эргәһендә Юғары хореография мәктәбенә нигеҙ һалына, һуңынан ул хореография факультеты итеп үҙгәртелә[1].
2000 йылда Т. Жургенов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт театр һәм кино институты менән Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы берләштерелә һәм Т.Жургенов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы ойошторола . [1].
2001 йыл5 июлендә Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты указы менән академияға айырым дәүләт юғары уҡыу йорто статусы бирелә[3]. Академияның төп уҡыу корпусы элекке Ҡаҙаҡ ССР-Ы Халыҡ Комиссарҙары советы бинаһында урынлашҡан, архитекторы- М. Я. Гинзбург (1927—1930).
Т. К. Жургенов исемендәге сәнғәт академияһында студенттар телестудияһы эшләй, ул студенттарҙың ижадҡа һәләтен үҫтереү һәм үҙ эшенең һөҙөмтәһен асыҡтан-асыҡ күрһәтеү өсөн мөһим уҡыу платформаһы булып тора.[4]
Ҡаҙаҡ ССР-ының баш ҡалаһын Ҡыҙыл Урҙанан Алма-Атаға күсергәс, дәүләт учреждениелары өсөн яңы административ үҙәк төҙөү хәжәте тыуа. Шуға күрә 1927—1931 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР — ы Хөкүмәте өсөн бина төҙөлә (хәҙерге адресы-Богенбай батыр урамы, 136). Проект авторҙары- М. Гинзбург һәм Ф. Милинис, инженер В. Орловский. Бина проекты Мәскәү архитектура йәмғиәтенең Бөтә союз конкурсында еңеүсе була.
Бинала билдәле совет эшмәкәре Л. И. Мирзоян -Ҡаҙағстан Компартияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары эшләгән[5].
1941 Йылда архитекторҙар Б.Дергачева, Г. Кушнаренко һәм инженер Н. Оразмыбетов проекты Буйынса бина реконструкциялана , һөҙөмтәлә ике яҡтан төкәтмәләр төҙөлөп бөтә һәм ҡыйыҡ алмаштырыла[6].
Яңыһы төҙөлгәндән һуң Хөкүмәт биналары 1958 йылда С. М. Киров исемендәге ҡаҙаҡ дәүләт университетына бирелә. Был осорҙа уҡыу корпусы вестибюлендә Киров һәйкәле тора.
1982 йылда бинала театр-художество институты урынлаша, һуңыраҡ ул Т. Жургенов исемендәге Алама-Ата театр һәм кино институты тип йөрөтөлә[5].
Әлеге ваҡытта бинала Жургеновсемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы урынлашҡан.
Бина конструктивизмстилендә төҙөлгән . . Бинаның каркасы йомшаҡ ҡамышит менән тултырылған монолит тимер-бетон, тәүге тапҡыр был материал Алма-Атала йәмәғәт биналарын төҙөгәндә ҡулланыла[5].
2002 йылда бина алдында Тимербәк Жургеновҡа һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәлдең скульпторы Е. А. Сергебаев.
1979 йылдың 4 апрелендә Халыҡ депутаттарының Алма-Ата ҡала Советы башҡарма комитетының 139-сы Һанлы «Алма-Ата ҡалаһының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлеген раҫлау тураһында» Ҡарары ҡабул ителә, унда ҠаҙДУ-ның уҡыу корпусы бинаһы атала[7]. Ҡарар һәйкәлдәрҙе һаҡлау йөкләмәһен рәсмиләштереү һәм реставрациялау проекттарын әҙерләүҙе күҙ уңында тота .
1982 йылдың 26 ғинуарында бина Ҡаҙаҡ ССР -ының республика әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән[8].
Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандар:
- Байгазин Әмир Кенжегази улы, кинорежиссёр
- Ержанов Әдилхан, кинорежиссёр