This user contributes to Wikipedia Asian Month

Был ҡатнашыусы Википедияла Азия айлығына ярҙам итте

Мин Лилиә Мусина, яҙыусы булараҡ Лилиә Мирза псевдонимы алдым. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ (рус. Кабаково) ауылында йәшәп ятам. Тыуған яғым Ейәнсура, Өфөлә үҫтем. 20-се мәктәпте бөтөрҙөм. Йәшем 60-ты үтеп китте.

Туған телем — башҡорт теле. Һөнәрем: филолог, башҡорт, рус теле уҡытыусыһы. Мәктәптә уҡытҡан стажым — 29 йыл. Тәжрибәм нигеҙендә яңы 21 быуат яңы төр дәреслектәр талап иткәнен тойоп әкиәттәр ярҙамында һөйләргә, уҡырға өйрәткән әлифба яҙҙым, ул «Хәрефтәр донъяһында» исеме менән донъя күрҙе. 20 быуат термины менән әйткәндә был новатор дәреслек, хәҙерге терминологияла «яңы технология». 21 быуаттың беренсе сиреге үтеп бара, иҫкергән традицион педагогика менән уҡытыу күңелемде әрнетә. Шул уҡ принциптар буйынса яҙылған рус әкиәтле әлифбаһының ҡулъяҙмаһы ла ята үҙ сәғәтен көтөп китап кәштәмдә. 47 йәшемдә әкиәттәр яҙыу һәләте асылып, «Кәкүк менән ҡояш» исемле 9 әкиәтте һыйҙырған китап баҫтырҙым. 2021 йылда «Китап» нәшриәтендә 23 әкиәтте һыйҙырған «Ҡояш ғәскәре» йыйынтығы баҫылды. 2022 йылдан алып Башҡортостан яҙыусылары союзы ағзаһы.

Төрөксә бер аҙ уҡый, һөйләшә, яҙыша алам.

Баҫтырылған китаптарым: «Хәрефтәр донъяһында» - әкиәттәр аша уҡырға өйрәткән әлифба; «Кәкүк менән ҡояш», «Ҡояш ғәскәре» - ике телдә; башҡортса һәм русса әкиәттәр йыйынтыҡтары, "Мөғәллимә" - башҡорт теле аша ғәрәпсә уҡырға өйрәткән әлифба.

Греция Республикаһы ордены

Ҡоралдар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә