Ҡарматтар

Ҡарматтар (ғәр. قرامطة‎; рус. Карматы) — хәрбиләштерелгән ҙур дини-сәйәси ислам ағымы, 899 йылда Бахрейндағы утопик община тарафынан төҙөлгән.

Ҡарматтар
ғәр. قرامطة
Дин:

ислам

Ағым:

исмәғилилек (бәхәсле[⇨])

Нигеҙләнгән:

IX быуат

Нигеҙләүсе:

Хамдан Кармат

Илдәр:

Бахрейн һ.б..

Тарихы

Ғәҙәттә, уларҙың лидеры Хәмдан Ҡармат Фатими хәлифәлегенә нигеҙ һалыусы имам Ғөбәйдуллаһты имам һәм мәхди тип танымағандан һәм «ысын йәшерен имам» Мөхәммәт ибн Исмәғилдең (Жәғәфәр әс-Садиҡтың ейәне) килеүен көтөп йәшәй башлағандан һуң, уларҙы исмәғилиҙәрҙән айырып ҡарайҙар.

890 йылда Ҡарматтар Ираҡ Севадында Дәр-үл-Һижрәт ҡәлғәһен төҙөй; 899—901 йылдарҙа улар, Әбү Сәид әл-Жәннәби тырышлығы менән, кәмһетелгән халыҡ йәшәгән Бахрейнға тарала. Ғәрәп хәлифәләре ҡарматтар алдында үҙҙәрен көсһөҙ итеп тоя, өс сирек быуат буйына улар Ғәрәбстан, Сүриә, Ираҡ һәм Фарсыстандың ҡотон алып тора; улар кешеләрҙе талай, әсирлеккә алып китә, йолом түләтә һәм ҡурҡытып тота.

930 Йылда Әбү Сәйеттең ҡустыһы — күптән инде хаж ҡылыусыларға Мәккәгә юл бирмәй тотҡан Әбү Таһир әл-Жәнәби хажды тулыһынса юҡ итергә ҡарар итә; ҡапыл Мәккәгә һөжүм итеп, ҡот осҡос һуйыш ҡыла һәм Ҡара ташты урлай. Тик 951 йылда ғына изге таш мосолмандарға ҡайтарыла.

Ахыры

976 йылда Ғәббәсиҙәрҙән еңелгәндән һуң ҡарматтарҙың статусы түбәнәйә, әкренләп күршеләре уларға яһаҡ түләүҙән туҡтай, һәм ҡарматтар дәүләте ҡыҫыла башлай. 1067 йылда ғәрәп Абдулла бин Али әл-Ғүйүни ғәскәре һәм Ираҡ сәлжүктәре берләшеп, Хуфуфты ҡамайҙар һәм ете йылдан һуң ҡарматтарҙы баш һалырға мәжбүр итәләр[1].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә