Ҡамышлы (Свердловск өлкәһе)

Ҡамышлы (рус. Камышло́в) — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге ҡала, өлкә кимәлендәге статусҡа эйә категориялы административ-территориаль берәмек; Ҡамышлы районының административ үҙәге, Ҡамышлы ҡала округы составындағы муниципаль берәмек ойошторған берҙән-бер тораҡ пункт.

Ҡамышлы
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы1668
Рәсем
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәгеКамышловский район[d] һәм Камышловский уезд[d]
Административ-территориаль берәмекСвердловск өлкәһе, Камышловский район[d], Камышловский уезд[d] һәм Шадринский округ[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+05:00[d]
Халыҡ һаны26 444 кеше (1 ғинуар 2018)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек95 метр
Майҙан52 км²
Почта индексы624860
Рәсми сайтgorod-kamyshlov.ru
Урындағы телефон коды34375
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыКатегория:Похороненные в Камышлове[d]
Карта
 Ҡамышлы Викимилектә

Географияһы

Көнсығыш идара итеү округының «Ҡамышлы ҡала округы» муниципаль берәмеге Ҡамышлы ҡалаһы Екатеринбургтан көнсығыштараҡ, Пышма йылғаһының һул ярында Ҡамышлы йылғаһы ҡойған урында урынлашҡан. Автомобиль юлдары үҙәге. Свердловск тимер юлының тимер юл станцияһы, Екатеринбург — Төмән участкаһы ошонан үтә. Екатеринбургҡа тиклемге ара — 128 саҡрым (автомобиль трассаһы буйынса — 140 саҡрым), Төмәнгә — 183 саҡрым. Ҡала янында Пышма яры буйында ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ҡамышлы Ҡарағайлығы, шулай уҡ «Обухов» бальнеология курорты урынлашҡан, унда «Обухов» минераль һыуҙар ҡойоу цехы эшләй.[2].

Тарихы

Ҡамышлы ҡалаһына көнбайыштан дөйөм күренеш. 1912 й.

Слобода

1668 йылдың ноябрендә Пышма слободаһы приказчигы Семен Миронович Будаков тарафынан воевода И. Я. Колтовскийға, бында 1966—1668 йылдарҙа Ирбит һәм Пышма слободаларынан күсереп килтерелгән крәҫтиәндәр һәм казактар Ҡамышлы слободаһына нигеҙ һалған, тип хәбәр ебәрелә. Верхотур воеводаһы күрһәтмәһе буйынса, Будаков «Пышма йылғаһы үренә сығып, нығытма төҙөрлөк урын табырға» тейеш булған, 1668 йылда Ҡамышлы йылғаһы буйында Ҡамышлы нығытмаһы нигеҙләнә. «Ҡалмыҡ һәм башҡорт һуғышсан кешеләренән һаҡланыу» («оберегания от калмыцких и башкирских воинских людей») өсөн нығытма төҙөү 1678—1679 йылдарҙа тамамланған.

1687 йылдан Ҡамышлы слободаһы тип атала.

XVIII быуат башында халыҡтың төп шөғөлө — игенселек, шулай уҡ крәҫтиәндәр Уктус һәм Каменск ҡаҙна заводтарына беркетелгән булған[2].

1763 йылда слобода аша Себер тракты үтә, ул иген менән сауҙа итеү үҙәгенә әйләнә[3]

Иген Тобольскиға тиклем барып етә. Слобода батша һарайын ыласын менән тәьмин итеүсе булып тора[2].

1773—1775 йылдарҙа слобода һәм уның тиәрһендәге тораҡ пункттар Пугачев ихтилалы солғанышында ҡала.[4]

Өйәҙ ҡалаһы

1781 йылдан Ҡамышлы Пермь наместниклығының өйәҙ ҡалаһы булып китә[3].

1885 йылдың декабрендә Транссебер тимер юлы буйынса хәрәкәт асыла, вокзал бинаһы төҙөлә. 1871 йылда ҡыҙҙар гимназияһы, 1907 йылда — ир-егет прогимназияһы асыла, 1888 йылдан — дини училище, 1899 йылда ҡала училищеһы, шулай уҡ ике сиркәү приходы мәктәбе эшләй[2].

Совет власы йылдарында

1918 йылдың июлендә Ҡамышлыны — Себер армияһы, 1919 йылдың июлендә — Ҡыҙыл Армия көстәре баҫып ала. Ҡамышлы өйәҙе территорияһы 1921 йылғы 1921 йылғы Көнбайыш Себер ихтилалы солғауында ҡала.

1924—1934 йылдарҙа — Урал өлкәһенең , 1934 йылдан — Свердловск өлкәһе район үҙәге.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡамышлының шифалы, яра уңалтыу сифаттарына эйә диатомиты (аҡ балсыҡ) яралыларҙы дауалағанда киң ҡулланыла. 1941 йылда диатомит комбинатына Ленинградтан электротехник фарфор етештереүсе «Пролетарий» изолятор заводы эвакуациялана, «Урализолятор» заводына шулай нигеҙ һалына[2].

1960 йылда паровоз депоһы элемтә һәм сигнализация оҫтаханалары базаһында электротехника заводы, металл эшкәртеү заводы, 1967 йылда — елем заводы, юл машиналары заводы, 1975 йылда — хром күн заводы, ҡошсолоҡ фабрикаһы, һөтсөлөк һәм икмәк комбинаттары, 1953 йылда тегеү фабрикаһы төҙөлә[2].

1963 йылдың 1 февралендә Ҡамышлы хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы Свердловск өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы ҡарамағына тапшырыла[5].

2016 йылдың 15 февралендә Ҡамышлы ҡала суды бөтөрөлә.

Халҡы

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[6] ҡалаһы араһында [7] 375-се урында була2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[6] ҡалаһы араһында [8] 375-се урында була

Халыҡ иҫәбе
1856[9]1897[9]1913[9]1926[9]1931[9]1959[10]1967[9]
170082009000990010 30030 13732 000
1970[11]1979[12]1989[13]1992[9]1996[9]1998[9]2000[9]
30 77031 93933 46233 00032 30031 80031 600
2001[9]2002[14]2003[9]2005[9]2006[9]2007[9]2008[9]
31 40028 91428 90028 60028 40028 30028 400
2009[15]2010[16]2011[9]2012[17]2013[18]2014[19]2015[20]
28 36826 87026 90026 98326 78226 73226 573
2016[21]
26 566

2002 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, милли составы: урыҫтар — 96,8 %[22].

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә