Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры

Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы (2 май 1924 йыл — 14 август 2012 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры. Майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Милләте — башҡорт[2].

Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған көнө2 май 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1]
Тыуған урыныОло Баҙраҡ ауылы, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө14 август 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1] (88 йәш)
Вафат булған урыныӨфө, Рәсәй[1]
Биләгән вазифаһымәктәп директоры[1]
Уҡыу йортоБашҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

Тажетдин Баһауетдин улы Ғиләжетдинов 1924 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Оло Баҙраҡ ауылында[3][4] тыуған.

1942 йылдан — Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылдың декабрендә Гурьев хәрби пехота училищеһын тамамлай.

1943 йылдан Көньяҡ, 4-се Украин һәм 1-се Балтик буйы фронттарында хеҙмəт итə. 1944 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

1945 йылдың ноябренән капитан Ғиләжетдинов Т. Б. — отставкала. 1960 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Борай районы Баҙраҡ мәктәбендә — уҡытыусы, райондың халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, КПСС райкомының икенсе секретары, Баҙраҡ урта мәктәбе директоры булып эшләй.

Отставкалағы майор (2000 йыл). Борай районы Оло Баҙраҡ ауылында йәшәй, артабан республиканың баш ҡалаһы Өфөгә күсә.

2012 йылдың 14 авгусында Советтар Союзы Геройы Өфөлә вафат була[5]. Тыуған ауылында ерләнә.

Батырлығы

Ҡырымды немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

665-се уҡсылар полкы артиллерия батареяһының лейтенант Ғиләжетдинов Тажетдин етәкселегендәге ут взводы (4-се Украин фронты, 51-се армия, 216-сы уҡсылар дивизияһы) 1944 йылдың 7 апреленән 9 апрелгә тиклем Тархан ауылы өсөн (хәҙер Украинаның Ҡырым өлкәһе Красноперекопск районы Вишневки ауылы) алыштарҙа тура наводкалағы ут менән дошмандың өс дзотын, ике ауыр минометтар батареяһын һәм танкыларға ҡаршы өс пушканы ҡыйрата.

1944 йылдың 9 майында Севастополь ҡалаһы өсөн алыштарҙа Ғиләжетдиновтың ут взводы ике танкты һәм ике штурмлау орудиеһын юҡҡа сығара. Яраланыуына ҡарамаҫтан лейтенант Ғиләжетдинов Т. Б. тағы ла бер дошман танкыһын юҡ итә.

«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Ноғманов Илнур. Алыш өсөн миҙал… Инша. «Алые паруса. Проект для одаренных детей» сайты. 2016, 5 май[10].
  • Үтәбәй Ә. Юлай Ғәйнетдинов: Баҡыр алтындың варианты була алмай. «Ағиҙел» журналы, 2014[11].
  • Вахитов Ф. Дан туртаһының әҫәре лә юҡ. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 26 ғинуар.
  • Республика Башҡортостандың һуңғы Советтар Союзы Геройы менән хушлашты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 15 август[5].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә