Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
? Шыршы турғайы |
---|
Самцы клеста-еловика в Национальном лесу Deschutes, Орегон (США) |
Фәнни классификация |
---|
|
Латинса исеме |
---|
Loxia curvirostra Linnaeus, 1758 |
Подвиды |
---|
Включает 8 подвидов (см. текст) |
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106008878 |
Шыршы турғайы (Клест-еловик ). Тәресуҡыш, нарат сыпсығы.
Турғай ҙурлыҡ. Туп булып йөрөйҙәр. Осҡанда тауышланалар, ағастарға ҡунһалар, тынып ҡалалар. Суҡыштарының остары ҡайсыланып тора. Ата ҡоштоң дөйөм төҫө ҡыҙғылт һары, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара-көрән. Инә ҡоштоң һырты һорғолт йәшел, кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт һоро, ҡорһағы һары. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-кли-кли». Сырҡылдап һәм һыҙғырып һайрай.
Ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Башлыса шыршы һәм ҡарағай орлоҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош, һирәк осрай. Ояһы ағаста була. Көрән таплы йәшкелт зәңгәр төҫтәге 3—4 бөртөк йомортҡа һала.
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90