Шобухова Лилиә Булат ҡыҙы

Рәсәй марафонсыһы, Башҡортостан спортсыһы

Шо́бухова Лилиә Булат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы — Шаһбалова, беренсе никахтан һуң — Волкова[2]; 13 ноябрь 1977 йыл, Белорет, Башҡорт АССР-ы, СССР) — оҙон дистанцияларға йүгереүҙә Рәсәйҙең иң көслө спортсыларының береһе, 2009 йылдан марафонда махсуслаша. Марафонда Рәсәй рекордсыһы[2] (һөҙөмтәһе 2013 йылда юҡҡа сығарылғанға тиклем). Чикаго марафоны тарихында тәүге өс тапҡыр чемпион[3] (һөҙөмтәһе 2013 йылда юҡҡа сығарылғанға тиклем). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры[4].

Шобухова Лилиә Булат ҡыҙы
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай Рәсәй
Тыуған көнө13 ноябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] (46 йәш)
Тыуған урыныБелорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөмарафонец, легкоатлет-стайер, еңел атлет
Спорт командаһы ағзаһыЦентральный спортивный клуб армии[d]
Масса50 килограмм
Спорт төрөЕңел атлетика
Спорт дисциплинаһыМарафон
ҠатнашыусыОлимпиада уйындары 2012, Летние Олимпийские игры 2008[d] һәм Йәйге Олимпия уйындары 2004[d]
Бейеклеге/буйы169 сантиметр
 Шобухова Лилиә Булат ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы

Лилиә Шобухова Афиналағы һәм Пекиндағы Олимпия уйындарында 5000 метрлыҡ дистанцияла йүгереүҙә ҡатнаша, беренсеһендә 13-сө, икенсеһендә 6-сы урын ала. Тәүге ҙур наградаларын 1500-ҙән 10 000 метрға тиклем араларға уҙыштарҙа яулай. 2006 йылдың февралендә Мәскәүҙә 3000 метрға залда йүгереү буйынса донъя рекорды ҡуя — 8.27,86. 2007 йылда Прага ярыммарафонында еңә. 2009 йылда Лондон һәм Чикаго марафондарында уңышлы сығыш яһай: Лондонда — бронза[5], Чикагола алтын миҙалға лайыҡ була. 2010 йылда был марафондарҙың икеһендә лә еңә, шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар араһында бик абруйлы World Marathon Majors серияһында 2009—2010 йылдар һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе тип табыла[6]. 2010—2011 миҙгелендә World Marathon Majors серияһында тағы беренсе урынды яулай[7].

«AIMS/ASICS йыл спортсыһы» (2011 йыл) наградаһына лайыҡ булған беренсе Рәсәй спортсыһы[8][9].

2012 йылғы Олимпия марафонында фавориттарҙың береһе сифатында ҡатнаша. Ләкин янбашы имгәнеү арҡаһында 23-сө километрҙа дистанциянан сыға[10].

2012 йылдың 7 октябрендә Чикаго марафонында 02:22.59 күрһәткесе менән дүртенсе урынды ала[11].

Белорет ҡалаһында йәшәй һәм күнегә. Кейәүҙә, 2003 йылда ҡыҙы тыуа; ире Игорь — бер үк ваҡытта Лилиәнең тренеры ла.

Дисквалификацияланыуы

2013 йылда Бөтә Рәсәй Еңел атлетика федерацияһының допингҡа ҡаршы комиссияһы биологик паспортының гематологик профилендәге норманан тайпылышлы күрһәткестәре нигеҙендә Лилия Шобухованы дисквалификациялай. Халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһының Допингҡа ҡаршы ҡағиҙәләренең 32.2 (б), 40.2 һәм 40.10 (с) пункттарына ярашлы, Лилиә Шобуховаға ҡарата 2 йылға дисквалификациялау рәүешендә дисциплинар санкция ҡулланыла. Лилиә Шобухованың дисквалификацияланыу мөҙҙәте 2013 йылдың 24 ғинуарында башлана һәм 2015 йылдың 23 ғинуарында тамамлана. 2009 йылдың 9 октябренән башлап бөтә өлгәшкәндәре юҡҡа сығарыла[12]. Лилиә Шобухова һәм уның тренеры ике йылға дисквалификацияланыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуймай, сөнки уның менән ризалашмай. ИААФ дисквалификациялау мөҙҙәтен оҙайттырырға тип ныҡыша һәм спортсыға карьераны яңынан башларға рөхсәт бирмәй[13].

2015 йылдың июнендә Спорт арбитраж суды ИААФ менән ВФЛА араһында дисквалификацияның 3 йыл да 2 айлыҡ мөҙҙәте тураһында мировой килешеүҙе раҫлай, уға ярашлы, был мөҙҙәт 2016 йылдың 23 мартында тамамланырға тейеш була[14]. Ләкин Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлығы (WADA) Лилиә Шобухованың допингҡа ҡаршы көрәштә күрһәткән ярҙамы өсөн дисквалификациялау мөҙҙәтен ете айға ҡыҫҡарта. Ҡыҫҡартылған мөҙҙәт 2015 йылдың 23 авгусында тамамлана[15]. Шуға ҡарамаҫтан, Лондон марафонының башҡарма директоры Ник Бител спортсыға World Marathon Majors серияһындағы марафондарҙа ҡатнашыуҙың ғүмерлеккә тыйылыуы тураһында белдерә. World Marathon Majors серияһына Лондон, Бостон, Берлин, Чикаго, Нью-Йорк һәм Токио марафондары инә[16].

2016 йылдың июлендә суд Лилиә Шобухованан £337 меңлек призды Лондон марафонын ойоштороусыларға компенсация рәүешендә кире ҡайтарттырыу тураһында ҡарар сығара.[17].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә