Ширин Эбади

Иран хоҡуҡ яҡлаусыһы

Ширин Эбади (фарс. شیرین عبادی — Širin Ebâdi; 21 июнь 1947 йыл) — Иран хоҡуҡ яҡлаусыһы, юрист. Профессор Торолф Рафто иҫтәлеге премияһы лауреаты (2001), «демократия һәм кеше хоҡуҡтары, айырыуса Иранда ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар хоҡуҡтары өсөн көрәшкә индергән өлөшө өсөн» тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы лауреаты (2003).

Ширин Эбади
фарс. shirm ebadi
Рәсем
Ҡултамға
Затҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ Иран
Тыуған көнө21 июнь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][3][4][…] (77 йәш)
Тыуған урыныХәмәдан, Иран
Һөнәр төрөсудья, яҙыусы, хоҡуҡ яҡлаусы, антивоенный активист, адвокат, борец за права женщин, сәйәсмән, юрист
Эш урыныТәһран университеты
Биләгән вазифаһысудья[d]
Уҡыу йортоТәһран университеты
ҠатнашыусыDialogue for Catalonia[d]
Ойошма ағзаһыНобелевская женская инициатива[d][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Ширин Эбади Викимилектә

Биографияһы

Ширин Эбади Хәмәдан ҡалаһында уның элекке баш нотариусы, коммерция хоҡуҡиәте профессоры Мөхәммәт Али Эбади ғаиләһендә тыуа. Британника буйынса[6], Ширин Эбади иран сығышлы. Нобель лекцияһында милли сығышы тураһында ул былай ти: «Мин — иран. Мин — Бөйөк Кир тоҡомонан[7]».

Тәһран университетының хоҡуҡ факультетын тамамлай (1969), ярты йыл практика үткәс, судья була. 1971 йылда диссертация яҡлай, ә 1975 йылда Иранда урындағы суд (Тәһрандың ҡала суды) етәксеһе итеп ҡуйылған беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Әммә Ирандағы ислам инҡилабынан һуң ул, суд системаһындағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек үк, суд секретары вазифаһына күсерелә, сөнки власҡа килгән исламсылар фекеренсә, ирҙәр мотлаҡ үтәргә тейешле ҡарарҙарҙы ҡатын-ҡыҙҙар сығарырға тейеш түгел. Эбади отставкаға сыға һәм 10 йылдан ашыу үҙенең юридик специальносы буйынса эшләй алмай. 1993 йылда ғына ул юридик консультация асырға рөхсәт ала. 1980-се йылдарҙа Эбади башлыса китаптар һәм мәҡәләләр яҙа, улар уны Иранда ярайһы уҡ билдәле итә.

Хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеге

1990-сы йылдарҙа Эбадиға Тәһран университетында уҡытыу форсаты сыға. Ул шул осорҙа Иран йәмғиәтендә уртаса либераль тенденцияларҙың көсәйеүенә этәргес яһай. Ә Ирандың ижтимағи тормошонда ҡатын-ҡыҙҙар ролен арттырыу буйынса агитацияһы 1997 йылда президент һайлауҙа Мөхәммәт Хатамиҙың еңеүе өсөн ҡулай була.

Адвокат сифатында Эбади 1990-сы йылдарҙағы Ирандың мөһим суд процестарында ҡатнаша. Мәҫәлән, ул оппозицияла торған Иран интеллигенцияһы вәкилдәренең үлтерелеүе буйынса бер нисә эштә һәләк булғандарҙың мәнфәғәтен яҡлаусы була. Ошондай процестарҙың береһендә 2000 йылда Эбади Ирандың консерватив дини лидерҙары яғынан Хатами яҡлы сәйәсмәндәрҙе үлтертеүгә заказдар яһалыуы тураһында шаһит Әмир Фәрхәд Ибраһимиҙың видеояҙмаларын күрһәтә. Был дәлилдәрҙе халыҡҡа билдәле иткәне өсөн Эбадиҙы 5 йылға төрмәгә ябыу тураһында хөкөм ҡарары сығарыла (һуңынан ҡарар көсөнән сығарыла). Эбади шулай уҡ Иран гәзиттәрен тыйыу тураһындағы эштәрҙе ҡарай, эҙәрләнгән Бахаи динен тотоусыларҙы яҡлай.

Ширин Эбади Ирандың ике хоҡуҡ яҡлау ойошмаһын ойоштора һәм уларҙың етәксеһе була. Был ойошмалар — Иран бала хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте һәм Хоҡуҡ яҡлау үҙәге.

Эбадиға Нобель премияһы бирелеүе тураһындағы яңылыҡҡа (2003) Иранда мөнәсәбәт ике төрлө була. Иран йәмәғәтселеге был яңылыҡты ҡайнар хуплай, тигән хәбәрҙәр тарала[8]. Шул уҡ ваҡытта Иран президенты Хатами бик тотанаҡлы телмәр менән сығыш яһай, телмәрҙән аңлашылыуынса, тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы — күп йәһәттән теге йәки был илгә сәйәси баҫым яһау ҡоралы ул.

Лауреатлығы тураһында белдерелгәс, Эбади үҙенең сығыштарында ислам диненә тоғро булыуын һәм илһөйәрлеген айырым билдәләр була. Ул сит дәүләттәрҙең Иран эштәренә ҡыҫылыуына ҡаршы булыуын белдерә, Иранда кеше хоҡуҡтары өсөн көрәште ирандар үҙҙәре алып барырға тейешлеген билдәләй[9]. Эбади шулай уҡ Иран ядро программаһын да яҡлап сыға[10].

2009 йылдың ноябрендә Иран властары хоҡуҡ яҡлаусының Нобель премияһы миҙалын һәм дипломын тартып ала[11][12].

Библиография

Эбадиҙың инглиз телендәге китаптары:

  • «Бала хоҡуҡтары. Иранда бала хоҡуҡтарының хоҡуҡи яҡтарын тикшереү» (ингл. The Rights of the Child. A Study of Legal Aspects of Children's Rights in Iran; Тегеран, 1994),
  • «Иранда кеше хоҡуҡтары тарихы» (ингл. History and Documentation of Human Rights in Iran Нью-Йорк, 2000),
  • «Иран уяна: Инҡилап һәм өмөт тураһында таныҡлыҡ» (ингл. Iran Awakening: A Memoir of Revolution and Hope; Нью-Йорк, 2006).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Эбади көнбайыштың күп университеттарының, шул иҫәптән Торонто, Британ Колумбияһы, Йорк, Австралия католик университеттарының почетлы докторы.
  • 2003 йылда Ширин Эбадиға тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы бирелә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә