Чухарев Александр Иванович

Чухарев Александр Иванович (23 декабрь 1915 йыл — 2 март 2007 йыл) — СССРҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник (1961). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан осоусы, штурм авиация полкының эскадрилья командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).

Чухарев Александр Иванович
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған көнө23 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыныДыуан районы
Вафат булған көнө2 март 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыныПодольск, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыныПодольск
Һөнәр төрөофицер
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби званиеполковник[d]
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Файл:Александр Иванович Чухарев (Тыл — фронту, Магнитогорск).jpg
Александр Чухарев исеме менән табличка, Магнитогорск, Тыл — фронтҡа монументы янында

Биографияһы

Александр Иванович Чухарев 1915 йылдың 23 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Ләмәҙ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1928 йылда Магнитогорск металлургия комбинаты төҙөлөшөнә килә.

Магнитогорскиҙә мәктәпте, һуңынан 97-се профессиональ училищены тамамлай, комбинаттың домна цехы горновойы була.

1931 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1935 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Авиация мәктәбен тамамлай, унда инструктор булып хеҙмәт итергә ҡала.

1943 йылдың мартынан 3-сө Украина фронтында немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта ҡатнаша. Капитан, 995-се Измаил штурм авиация полкының эскадрилья командиры. Шәхсән үҙе 11 һауа һуғышы үткәрә; дошмандың ике самолетын бәреп төшөрә, ерҙә — биш самолетын юҡ итә.

Һуғыштан һуң Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1961 йылдан запастағы полковник. Отставканан һуң Подольск ҡалаһында йәшәй.

2007 йылдың 2 мартында вафат була. Подольск ҡалаһы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Выпускники и работники учреждений начального профессионального образования Челябинской области — Герои Советского Союза // ГУ ПО адм. Челяб. обл., ЧелИПРО; сост.: Н. И. Голендухин, Ф. М. Крылов, Е. М. Донских — Челябинск, 1998. — 31 с.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә