Чекалин (ҡала)


Чекалин (1944 йылда Лихвин) — Рәсәйҙең Тула өлкәһе Суворов районындағы ҡалаһы.

Чекалин
Герб
Нигеҙләү датаһы1565
Рәсем
Рәсми атамаһыЧекалин
Кем хөрмәтенә аталғанАлександр Павлович Чекалин[d]
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәгеМуниципальное образование город Чекалин[d][1], Черепетский район[d] һәм Лихвинский уезд[d]
Административ-территориаль берәмекМуниципальное образование город Чекалин[d][1]
Сәғәт бүлкәтеUTC+3:00[d]
Халыҡ һаны914 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек190 метр
Почта индексы301414
Рәсми сайтchekalin.tulobl.ru
Урындағы телефон коды48763
Карта
 Чекалин Викимилектә

Чекалин ҡала статусын йөрөтөүсе ҡала биләмәһе менән бергә уның составындағы берҙән-бер тораҡ пункты булған муниципаль берәмек[3].

Халҡы— 914 кеше (2018 йыл мәғлүмәттәре буйынса), Рәсәйҙең иң аҙ һанлы халыҡ йәшәгән ҡалаларының береһе.

Географияһы

Чекалин ҡалаһы Ока йылғаһының һул яҡ ярында, Тула ҡалаһынан 102 км алыҫлыҡта, Суворовтан 16 км алыҫлыҡта, 30 км алыҫлыҡта Перемышлдан 30 км алыҫлыҡта, Тула — Козельск линияһының Чекалин тимер юл станцияһынан 7 км алыҫлыҡта (2009 йылдан алып эшләй), Калуга өлкәһенең Перемышль районының сигендә урынлашҡан.

Ҡала гербы

История

Ҡала Лихвин исеме аҫтында 1565 йылдан алып билдәле[4], ул Иван Грозный ваҡытында опричниктар ҡалаһы була һәм нығытыла. XVI быуат аҙағында ҡала урман ҡырҡылған сиктә тора һәм Лихвин нығытмаһының үҙәге була. Ҡала имән стеналар һәм дүрт манара менән уратып алынған (нығытма ҡалдыҡтары әлегә тиклем һаҡланған).

1727 йылдан алып Лихвин — Мәскәү губернаһы Лихвин өйәҙе ҡалаһы, 1776 йылдан — Калуга губерна наместниклығына ҡарай[5]. 1776 йылда губерна архитекторы П. Р. Никитин Лихвиндың генераль планын эшләй. XIX быуат башында Лихвин ока йылғаһының пристанлы сауҙа ҡалаһы була, ул Белев, Калуга, Алексин ҡалалары менән сауҙа бәйләнеше тота.

XIX быуат аҙағында ҡала бер квадрат саҡрым майҙанды биләй; ҡалала 266 йорт иҫәпләнә (шул иҫәптән 21 таш), 4 ғибәҙәтхана, 25 сауҙа кибет, трактирҙар һәм 7 күмәртә шарап склады; 4 шарап ҡыуыу заводы эшләй. Бынан тыш, Лихвинда 80-дән ашыу һөнәрселек йорто иҫәпләнә. Өс училищела белем алырға тәҡдим ителә: өйәҙ ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һәм ике класлы ир-ат мәхәллә училищеһы була. 30 карауатлыҡ дауахана эшләй, ул 1905 йылда земство табибы Лисицын тырышлығы менән ойошторола. XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып ҡала яйлап хәлһеҙләнә: Ока йылғаһының һайығайыуы арҡаһында сауҙа кәмей, ә иҡтисад үҫешенә булышлыҡ итә алырлыҡ тимер юл магистрале Лихвинды урап үтә. Ваҡыт үтеү менән Ока йылғаһы Лихвин районында бөтөнләй һайыға һәм уға караптар инә алмай.

1905 йылдың 25 декабрендә Тула ҡалаһы— «Мәскәү» төп тимер юлы вокзалынан Тула - Лихвин тимер юлы буйынса поездар хәрәкәте асыла. Лихвин станцияһының һуңғы туҡталышы Ока йылғаһының ҡапма-ҡаршы яҡ ярында урынлаша. 1941 йылда Лихвин станцияһында хәрәкәт ябыла, сөнки киң колеялы Тула—Козельск тимер юлында хәрәкәт башлана, ә Тула-Лихвин тар колеялы тимер юлы 1996 йылға тиклем эшләй[6].

1941 йылда Лихвин Черепеть районы үҙәге булып тора, ә 1944—1958 йылдарҙа — Чекалин районы үҙәге була.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡала ике ай немец-фашист оккупацияһы аҫтында була (1941 йылдың 19 октябренән алып).

1944 йылда[4] Лихвин ҡалаһына 1941 йылдың 6 ноябрендә ҡалала язалап үлтерелгән 16 йәшлек партизан, Советтар Союзы Геройы А. П. Чекалин исеме бирелә.

Совет заманында бында бер нисә предприятие эшләй: һөт заводы; юрғандар етештереүсе комбинаты етештергән одеял; леспромхоз һәм балалар шифаханаһы.

1970 йылдың 7 авгусында ҡалала драма түңәрәге ойошторла, хәҙер ул Чекалин халыҡ театры кимәленә үҫкән[7].

2006 йылда «Чекалин ҡалаһы» Чекалин ҡала биләмәһе барлыҡҡа килә. 2008 йылда ҡаланың генераль планы эшләнә. 2012 йылда Суворов район хакимиәте ҡала биләмәһе статусын ауыл биләмәһе тип үҙгәртергә тәҡдим итә, был Чекалин халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра; һөҙөмтәлә ҡала статусы һаҡланып ҡала.

Иҡтисад

Совет осоронда эшләгән предприятиелар хәҙер ябылған. Чекалин ҡалаһы халҡы башлыса социаль сферала эшләй, ҡала халҡы күбеһенсә күрше Суворов һәм Краинка ҡалаларында эшләй.Янғын һүндереү депоһы эшләй (20-нән ашыу кеше-2014 йылда).2014 йылда ҡалала 3 магазин эшләй (ике аҙыҡ-түлек һәм 1 хужалыҡ тауарҙары магазины).

Социаль сфера

Ҡалала мәғариф объекттарынан мәктәп һәм балалар баҡсаһы бар. Мәктәптә музей асылған. Дауахана — Суворов ЦРБ филиалы — ғәмәлдә әлеге ваҡытта амбулатория режимында эшләй; 2014 йылда бында бары 2 табип ҡына даими эшләй. Ҡала мәҙәниәт йортонда китапхана бар. Шулай уҡ ҡалала почта бүлексәһе, берҙән-бер йәмәғәт туҡланыуы йорто — «Лихвин» трактиры— 2014 йылдың йәйендә эшләмәй торған. Халыҡты хеҙмәтләндереүсе банк ябыҡ, яҡын бүлексәһе- Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы Черепеть ҡасабаһында урынлашҡан.

Галереяһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә