Царева Рима Шөғәй ҡыҙы

Царева Рима Шөғәй ҡыҙы (1 май 1941 йыл) — СССР һәм Рәсәй юғары мәктәп педагогы. Филология фәндәре кандидаты (1975), педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1999). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004).

Рима Шөғәй ҡыҙы Царева
Тыуған көнө

1 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (83 йәш)

Тыуған урыны

Өфө, БАССР, СССР

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

педагогика

Эшләгән урыны

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы

Альма-матер

СДПИ

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты
педагогия фәндәре докторы

Биографияһы

Царева Рима Шөғәй ҡыҙы 1941 йылдың 1 майында Өфөлә тыуа.

1964 йылда ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Артабан Бәләбәй районының Спартак урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1965 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1985—1986 йылдарҙа филология факультетының декан урынбаҫары.

1975 йылда — «филология фәндәре кандидаты», 1998 йылда «педагогия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәләргә диссертация яҡлай, бер йылдан профессор вазифаһына лайыҡ була.

1996 йылда — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1990 йылда — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, 2004 йылда — Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре исемдәре менән бүләкләнә.

Цареваның ғилми эшмәкәрлеге юғары мәктәп педагогикаһы, сит ил әҙәбиәте тарихы мәсьәләләренә бағышланған.

Уның 240 тирәһе фәнни хеҙмәте бар.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Психолого-педагогический потенциал зарубежной литературы. Стәрлетамаҡ, 2013
  • Зарубежная литература XIX века: романтизм и реализм. Стәрлетамаҡ, 2014

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004)

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә