Хәсән ибн Али

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне

Әл-Хәсән ибн Али әл-Ҡорайыши (ғәр. الحسن بن علي بن أﺑﻲ طالب‎; 1 март 624(06240301) — 5 март 669[5]) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне, ике туған ҡустыһы Али ибн Әбү Талиптың һәм ҡыҙы Фатиманың улы. Бишенсе хәлифә (661 йылдың ғинуарынан июлгә тиклем). Шиғыйҙарҙың икенсе имамы. Шиғыйҙар Хәсәндең үлеменә Мүәвиә ибн Әбү Суфыян ғәйепле, ә үлтереүсеһе — уның ҡатыны тип һанай.

Хәсән ибн Али
ғәр. أَبُو مُحَمَّدٍ الْحَسَنُ بْنُ عَلِيِّ بْنِ أَبِي طَالِبٍ الْهَاشِمِيُّ الْقُرَشِيُّ
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ Хаҡ хәлифәт
 Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө1 март 625({{padleft:625|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыныМәҙинә, Хижәз[1]
Вафат булған көнө669[2][3][4][…]
Вафат булған урыныМәҙинә, Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Үлем төрөһомицид[d]
Үлем сәбәбеяд[d]
Км үлтергәнДжа`дат бинт аль-Ашас[d]
Ерләнгән урыныӘл-Баҡый
АтаһыАли[2]
ӘсәһеФатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы[2]
Бер туғандарыРукайя Машхад[d], Үмм Күлсүм бинт Ғәли, Зәйнәб - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ейәнсәре, Мухсин ибн Али[d], Хөсәйен ибн Али, Хилал ибн Али[d], Усман ибн Али[d], Аббас ибн Али[d], Abdullah ibn Ali ibn Abi Talib[d], Джафар ибн Али[d], Мухаммад ибн аль-Ханафия[d], Abu Bakr ibn Ali[d] һәм Fatima bint Ali[d]
Хәләл ефетеУмм Исхак бинт Талха бинт Убейдалла[d], Хаула бинт Манзур[d] һәм Джа`дат бинт аль-Ашас[d]
БалаларыАль-Хасан аль-Мутанна[d], Ҡасим ибн Хәсән, Фатима бинт Хасан[d], Хусейн ибн Хасан[d], Абу Бакр ибн Хасан[d], Abdullah ibn Hasan ibn Ali[d], Talha ibn Hasan[d] һәм Зейд ибн Хасан[d]
Туған телклассик ғәрәп теле[d]
Һөнәр төрөдәүләт эшмәкәре, полководец, хәлифә
Биләгән вазифаһыУн ике имам һәм Хаҡ хәлифә
Һуғыш/алышверблюжья битва[d], Сиффинская битва[d] һәм Битва при Нахраване[d]
КуньяQ109298691?
 Хәсән ибн Али Викимилектә
Хәсән шәмаилы

Биографияһы

Атаһы

Атаһы Али (Ғәли) ибн Әбү Талип — атаҡлы сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре[6]; Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы, кейәүе һәм сәхәбә, дүртенсе хаҡ хәлифә (656—661) һәм шиғыйҙарҙың беренсе имамы.

Хәҙрәте Али Ислам ҡабул иткән беренсе бала була; Мөхәммәт Пәйғәмбәр иң тоғро сәхәбәләренең береһе. Ислам дошмандары менән алып барған барлыҡ яуҙарҙа ҡатнаша. Тарихта фажиғәле яҙмышлы хәлифә булып теркәлеп ҡала, сөнки уны харижиҙар үлтерә.

Әсәһе

Фатима бинт Мөхәммәт (ғәр. فاطمة بنت محمد‎‎) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатыны Хәҙисәнән донъяға килгән, бик яратҡан кесе ҡыҙы. Рәсүлдән ҡалып вафат булған берҙән-бер балаһы.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр яуҙарҙан ҡайтыу менән беренсе итеп сәләмде Фатимаға биргән, ә киткәндә иң һуңында уның менән хушлашҡан[7].

Фатиманан башҡа ҡиәфәте, етдилеге, ҡыланышы менән Пәйғәмбәргә шул тиклем дә оҡшаған башҡа бер кемде лә белмәйем. Фатима килеп инеүгә Аллаһ Рәсүле уға ҡаршы барып, үбеп ала ла үҙ урынына ултырта торғайны. Рәсүлуллаһ өйгә килеп ингәндә Фатима уға ҡаршы барып, үбеп ала ла үҙ урынына ултырта торғайны.

— Сәхих Тирмизи, т.2, б.319

Фатима исеме Ислам донъяһында бик ҙурлана, ихтирам ителә. Башҡорттарҙың ауыҙ — тел ижадында, им-томда Рәсүлебеҙҙең хәләл ефете Ғәйшәнең һәм ҡыҙы Фатиманың исемдәре ҡушып ҡулланыла һәм шифалы көскә эйә тип һанала[8]

Балалары

Хәсәндең 15 балаһы булған (8 улы, 7 ҡыҙы).

Сығанаҡтарҙа Хәсәндең никахтары һәм ҡатындарын айырыуҙары яҙылған, мәгәр уларҙың һандары бәхәсле. Ҡатындарының исемдәре бик асыҡ булмаһа ла, балаларыныҡы бер аҙ килеп еткән[9][10][11].

Хәлифәлеге

Атаһы Али ибн Әбү Талип хәлифә булған осорҙа Сиффин һуғышында ҡатнашҡан. 661 йылда уның фажиғәле үлеменән һуң Хәсән р.ғ. Ғәрәп хәлифәте хәлифәһе итеп һайлана, мәгәр бер нисә айҙан бының өсөн кәрәгенсә көсө һәм матди мөмкинлеге юҡлығын күреп, хакимлыҡты Мүәвиә I ибн Әбү Суфыянға тапшыра. Тәхеттән баш тартҡас, ул ағаһы Хөсәйен менән Мәҙинәгә ҡайтып китә[12].Килешеү буйынса, Мүәвиәнең үлеменән һуң Ғәрәп хәлифәте менән идара итеү ҡабат Хәсәнгә ҡайтырға тейеш була[13][14]. Шиғыйҙар фекеренсә, Мүәвиә ҡулынан хакимиәтте ысҡындырғыһы килмәй, улы Йәзидкә ҡалдырырға теләй. Шуның өсөн дә улар имам Хәсәнде ағыулап үлтерә[15].

Хәҙис шәриф

Хәҙистә уның хаҡында әйтелгән:

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Хәсән ибн Али үҙе янында булғанда былай тигән: «Хаҡ ки, был балам — хаким, Аллаһ уның аша мосолмандарҙың ике ҙур төркөмөн берләштерәсәк»[16].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Хәсән ибн Али (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Большаков О. Г. История Халифата. — М.: Восточная литература, 1998. — Т. 3. Между двух гражданских войн (656—696). — С. 90—109.
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә