Хертвиси

Хертвиси (груз. ხერთვისის ციხესიმაგრე) — грузин урта быуатының иң боронғо һәм иң яҡшы һаҡланып ҡалған ҡәлғәләренең береһе. Самцхе-Джавахети крайында, Грузияның көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан.

Хертвиси
груз. ხერთვისის
Нигеҙләү датаһыX быуат
Рәсем
Название с огласовкамиחֶרְתְּוִויסִי
Дәүләт Грузия
Административ-территориаль берәмекАспиндзский муниципалитет[d] һәм Самцхе-Джавахети[d]
УрынKhertvisi[d]
ХужаһыКабинет министров Грузии[d]
Архитектура стилегрузинская архитектура[d]
Современное состояниеруины[d]
Карта
 Хертвиси Викимилектә

Тарихы

Хертвисиға көнбайыштан күренеш

Хертвиси ҡәлғәһе тарлауыҡтың иң бейек ҡаялы убаһында Кура йылғаһының һәм уның уң ҡушылдығы Паравани йылғаһы ҡушылған урында урынлашҡан.

Хертвисины йылъяҙмасы Леонти Мровели телгә ала — уны Александр Македонский походтары менән бәйле Грузияның беренсе ҡалаларының береһе тип иҫәпләй (беҙҙең эраға тиклем IV быуатта)[1]. Иртә урта быуаттар дәүерендә ҡала тарҡала һәм тик X—XI быуаттарҙа ғына яңынан төҙөлгән ҡәлғә ҡала масштабына тиклем ҙурая һәм Месхети төбәгенең үҙәге була.

985 йылда ҡәлғәлә сиркәү төҙөлә. 1283 йылда ер тетрәү һөҙөмтәһендә емерелгән иҫке диуарҙары урынына 1354 йылға яңылары төҙөлә. X—XI быуатта Хертвиси Самцхе-Джавахети төбәгенең үҙәге була. XII быуатта ҡәлғә ҡала статусын ала. XIII быуатта монголдар ҡәлғәне емерә һәм XV быуатҡа тиклем ҡәлғә үҙенең власын юғалта. XV быуатта ул Джакели династияһынан Самхце- Джавахети хакимдарына ҡарай.

XVI быуатта Грузияның көньяҡ төбәге төрөктәр тарафынан баҫып алына, һәм ул өс быуат дауамында уларға ҡарай. 1828 йылда рус-төрөк һуғышы барышында ҡәлғәне рус һәм грузин ғәскәрҙәре баҫып ала һәм Адрианополь солохо килешеүе буйынса Хертвиси Рәсәй империяһына күсә[2].

Шунан һуң Хертвиси төбәктең башҡа ҡәлғәләре менән бергә үҙенең оборона функцияһын юғалта һәм фортификацион ҡомартҡы булып ҡына ҡала.

Архитектура ансамбле

Үҙәк өлөшө көнсығыш ҡәлғә башняһына күренеш хертвисеть

Ҡәлғә ансамбле күп ҡатлы. Ул үрге ҡәлғәнән (цитаделдән) тора, уға көньяҡ-көнсығыштан йәнәшә торған түбәнге ҡәлғәнең күп өлөшө бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Булған ҡоролмаларҙың төп массаһы X—XIV быуаттарға ҡарай, ҙур булмаған XVI—XVIII быуаттар төкәтмәләре бар.

Хәҙерге статусы

Хертвиси Грузияның архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Вардзиа монастыры комплексы менән бергә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты исемлегенә кандидат булып тора[3][4]. 2017—2018 йылдарҙа Хертвиси ҡәлғәһе төҙөкләндерелә. Административ бинаһын, визитер үҙәген йүнәтәләр, күпер һалалар, ҡапҡаларын тергеҙәләр, һыу менән тәьмин итәләр, паркинг төҙөйҙәр. Шул уҡ ваҡытта инфраструктураһы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тулыһынса яраҡлаштырыла[5].

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Мелитаури, Константин Николаевич. Уджарма, Цихисдзири, Мачисцихе, Бочорма, Хертвиси, Шхепи, Турисцихе, Кохта // Крепости дофеодальной и раннефеодальной Грузии / Д. Л. Мусхелишвили. — Тбилиси: Мецниереба, 1971. — Т. 2. — 72 с.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә