Харьков

Харьков (укр. Харків) — Украиналағы ҡала. Харьков өлкәһенең административ үҙәге.

Ҡала
Харьков
укр. Харків
Флаг[d]Герб[d]
ФлагГерб
Ил

Украина

Координаталар

50°00′ с. ш. 36°14′ в. д.HGЯO

Мэр

Кернес Геннадий Адольфович

Майҙаны

350 км²

Рәсми теле

Украин теле

Халҡы

1 452 887 кеше (2015)

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+380 57(2)

Почта индексы

61000-61499

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

city.kharkov.ua

Харьков (Украина)
Харьков
Харьков

Украинала кеше һаны буйынса икенсе ҡала. СССР тарҡалғанға тиклем Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡалышып, танк, трактор, турбиналар төҙөү буйынса икенсе урында[1] индустрия, фән һәм транспорт үҙәге булараҡ өсөнсө урындағы ҡала булған[2] . XX быуаттың икенсе яртыһында — Көньяҡ-Көнсығыш Европаның төп транспорт магистрале бынан үтә[3].

Ҡалаға нигеҙ 1654 йылдар тирәһендә һалынған [4] . Элек был урында Харьков тигән боронғо рус ҡаласығы булған, XI быуатта ҡыпсаҡтарҙың Шарукань ҡаласығы йәки V быуатта һундарҙың Харька ҡаласығы булған[5][6] тигән фараздар бар.

1917 йылдың декабренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Украина Халыҡ Республикаһы Советының, 1918 йылдың февраль – мартында Донецк – Кривой Рог республикаһының, 1919 йылдан 1934 йылға тиклем Украина Совет Социалистик Республикаһының беренсе баш ҡалаһы була.

Ҡалала 142 фәнни-тикшеренеү институты[7][8], 45 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән Харьков университеты (1805 йылда нигеҙләнгән) һәм Харьков пилитехник университеты (1885 йылда нигеҙләнгән)[9]; 16 музей[10], ҡала картиналар галереяһы[9], 6 дәүләт театры[9], 80 китапхана[9] эшләй.

Ҡала Ленин (1970) Һәм Октябрь Революцияһы ордендары (1983) менән наградланған. Ҡаланың Европа Советынан алған наградалары бар (2010)[11]). 2013 йылдың 8 июлендә Харьков «хәрби дан ҡалаһы» (Украина тарихында беренсе тапҡыр)[12] исемен ала.

2012 йылда, Украинала беренселәрҙән булып, футбол буйынса Европа чемпионатын ҡабул итә.

== Билдәле шәхестәре ==http://bashenc.online/ru/articles/75084/

Физик-географик урыны

Ҡала Рәсәй урта һыҙаты ҡалыҡыулығының көньяғында урынлашҡан.Ҡалала Харьков, Лопань, Уды, Немышля, Алексеевка, Саржинка, Очеретянка, Роганка, Студенок йылғалары бар. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 135 м. Иң юғары нөктәһе 205 м, иң түбән нөктәһе — 94. Ҡаланың рельефы тигеҙ түгел. Ҡалаың агломерацияһы бар.

Харьковтан яҡындағы ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлдары буйлап)[17]
 Санкт-Петербург ~ 1411 км.
Минск ~ 986 км.
Сумы ~ 189 км.
 Мәскәү ~ 749 км.
Орёл ~ 375 км.
Белгород ~ 78 км.
 Воронеж ~ 393 км.
Старый Оскол ~ 245 км.
Полтава ~ 147 км.
Киев ~ 495 км.
Львов ~ 1049 км.
Роза ветров
Луганск ~ 350 км.
Волгоград ~ 839 км.
Днепропетровск ~ 234 км.
Одесса ~ 704 км.
Запорожье ~ 307 км.
Мелитополь ~ 426 км.
/ Симферополь ~ 671 км.
Донецк ~ 311 км.
 Ростов-на-Дону ~ 489 км

Климат

Харьков уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан.Харьковта климаты уртаса – континенталь, ҡыш сағыштырмаса йомшаҡ һәм оҙайлы, йәй ваҡыты менән ҡоро килә.

  • Уртаса йыллыҡ температуры — +8,1 C°
  • Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 3,9 м/с
  • Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 74 %
Ҡала климаты
КүрһәткесҒинФевМарАпрМайИюнИюлАвгСенОктНояДекЙыл
Абсолют максимум, °C11,014,621,830,534,536,837,639,833,729,320,313,439,8
Уртаса максимум, °C−2,2−1,64,314,020,824,326,425,719,412,03,6−1,112,1
Уртаса температура, °C−4,6−4,50,79,215,619,321,320,314,47,90,9−3,58,1
Уртаса минимум, °C−7−7,3−2,44,610,314,216,214,99,84,3−1,5−5,94,2
Абсолют минимум, °C−35,6−35−32,2−13,1−6−1,15,71,2−4,8−10,7−22,6−31,4−35,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм363332345061604247444136516
Сығанаҡ: Погода и климат погода в Харькове (архив температур)

Эске бүленеш

Ҡала 9 районға бүленә:

  • Биҫтәһе районы
  • Индустриаль районы
  • Киев районы
  • Мәскәү районы
  • Немышля районы
  • Основа районы
  • Һалҡын Тавы районы
  • Шевченко районы
  • Яңы Бавария районы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә