Фоменков Михаил Петрович

хор дирижёры, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1978). Профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Фоменков Михаил Петрович (5 ноябрь 1924 йыл22 ғинуар 2004 йыл) — хор дирижёры, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1978). Профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].

Фоменков Михаил Петрович
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө5 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыныӨфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө22 ғинуар 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыныӨфө, Рәсәй
Һөнәр төрөдирижёр, уҡытыусы
Эш урыныЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Уҡыу йортоӨфө сәнғәт училищеһы
Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия академияһы[d]
П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Ғилми исемепрофессор[d]
Ғилми дәрәжәсәнғәт фәндәре кандидаты[d]
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Михаил Петрович Фоменков 1924 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуа. 1948 йылда Өфө музыка училищеһын (О.М.Райцын класы), 1954 йылда Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтын (В.П.Мухина, О.Ф.Шиманский кластары) һәм һәм П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында аспирантура тамамлай[2].

1941 йылдан алып Эске эштәр ХК клубы (Өфө), 1942 йылда Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1946 йылдан башлап Стәрлетамаҡ физик культура техникумы концертмейстеры[1]. 1948—64 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1961—68 йылдарҙа Өфөлә Дәүләт музыка-педагогия институтының уҡыу-консультация пунктында уҡыта. 1968—70 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор менән дирижёрлыҡ итеү һәм халыҡ инструменттары кафедра мөдире[3].

Һөнәри музыкаль эшмәкәрлектең күп өлкәләрендә тәүге асыусы була. Ул Балалар музыка мәктәбендә һәм Өфө сәнғәт училищеһында баян класы буйынса беренсе уҡытыусы, Өфө сәнғәт институтында яңы ғына асылған уҡыу һәм ғилми эштә беренсе проректор, берләштерелгән хор менән дирижёрлыҡ итеү һәм халыҡ инструменттары кафедраһының беренсе мөдире, төрлө һөнәр студенттары хорының беренсе дирижёр-хормейстеры, Башҡортостандың башҡарыу белгеслеге һәм бер нисә фәнни-ағартыу һәм халыҡ монографияһы буйынса беренсе фән һәм халыҡ ғилеме авторы була[4].

1968—2003 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө дәүләт сәнғәт академияһында: хор менән дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире (1968—70, 1990—95), проректор (1968—70, 1992—95). 1970—73 йылдарҙа Әстерхан консерваторияһының вокаль‑хор менән дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире. 1959—71 йылдарҙа БАССР‑ҙың Хор йәмғиәте рәйесе. Фоменков етәкләгән ижади коллективтар (2‑се педагогия училищеһы хоры һәм профсоюздарҙың хор капеллаһы) Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып Г.В.Свиридовтың “Патетик оратория” (“Патетическая оратория”), В.П.Стародубровскийҙың “Йырым минең Башҡортостан тураһында” (“О Башкирии песнь моя”) ораторияларын, З.Ғ.Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитовтың хор әҫәрҙәрен башҡара. Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (баш хормейстер һәм дирижёр).

Уҡыусылары араһында Э.Х.Ғәйфуллина, З.Х.Ғөбәйҙуллина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В.И.Тарасов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Н.Л.Горюшкина һәм М.Ғ. Солтанова, БАССР‑ҙың — Л.Ғ. Төхвәтуллина, БР‑ҙың — Ә.Р.Белогонова, Р.А.Воронина һ.б[1].

Бик күп башҡорт халыҡ йырҙары эшкәртмәләре авторы. Башҡортостанда музыка мәҙәниәте үҫешенең тарихы тураһында бик күп мәҡәлә-очерктар авторы. Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәренең дүрт йыйынтығын төҙөүсе-мөхәррир.[5]

1958—1978 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй Хор йәмғиәте Идараһы Президиумы ағзаһы, 1958—1970 йылдарҙа БАССР Хор йәмғиәте рәйесе булып эшләй. Музыкаль тыуған яҡты өйрәнеү мәсьәләләрендә М.П. Фоменковтың роле ҙур[2].

2004 йылдың 22 ғинуарында Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1995)

Хеҙмәттәре

Башкирская народная песня. Уфа, 1976; Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001; Воспоминания о шаляпинском зале. Уфа, 2003.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә