Фирҙәүси кәшәнәһе

Фирҙәүси кәшәнәһе (фарс. ">آرامگاه فردوسی) — Иранда Хөрәсән-Резави провинцияһындағы боронғо Тус ҡалаһында урынлашҡан аҡ мәрмәрҙән төҙөлгән мемориаль комплекс. Бөйөк фарсы шағирына, «фарсы теле атаһы» Хәким Әбүлҡасим Мансур Хәсән Фирҙәүси Тусиға арналған.

Фирҙәүси кәшәнәһе
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталғанФирҙәүси[1]
Дәүләт Иран
Административ-территориаль берәмекМешхед[d]
УрынТус[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек1002 метр[2]
Илһам сығанағыКир кәшәнәһе[1]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгәнмәрмәр[d][1] һәм фаянс[d][1]
АрхитекторХусейн Лурзаде[d][1] һәм Хушенг Сейхун[d][1]
Архитектура стилеПехлевийская архитектура[d][1]
Рәсми асылыу датаһы1934[1] һәм 1969[1]
Мираҫ статусыИран милли мираҫы[d][3]
Оҙонлоҡ16 метр[1]
Киңлек16 метр[1]
Категория Викисклада для интерьера элементаCategory:Interior of Ferdowsi Mausoleum[d]
Карта
 Фирҙәүси кәшәнәһе Викимилектә

Фирҙәүси кәшәнәһенең панорама күренеше

Урынлашыуы

Фирҙәүси кәшәнәһе Тус ҡалаһында, Мәшһәдтән (Хөрәсән-Резави провинцияһының баш ҡалаһы) төньяҡ-көнбайышҡа 25 километрҙағы ике ауыл араһында — Тус-е Софали һәм Эсламиела урынлашҡан. Тус ҡалаһына «Мәшһәд — Кучан» автомагистрале буйлап барырға мөмкин[4].

Тасуирламаһы

Комплекс фарсыларҙың традицион «чахарбаг» (фарс. چهارباغ) баҡсаһы стилендә төҙөлгән. Баҡса уртаһында ҡоролма урынлашҡан, уның күпселек өлөшө аҡ мәрмәрҙән эшләнгән. Уны нигеҙгә һәм шул нигеҙгә ҡоролған һәр яҡтан колонналар, «Шаһнамә» поэмаһынан күренештәр һәм өҙөктәр менән биҙәлгән кубок конструкцияһына бүлергә мөмкин. Фарсы каллиграфияһының традицион шрифты — насталик менән яҙылған[5]. Кәшәнә шулай уҡ сәскә орнаменты менән биҙәлгән.

Шағирҙың мәйете конструкцияның өҫкө өлөшө аҫтында ята. Кәшәнә нигеҙенең аҫҡы нөктәһенән алып кубок конструкцияһы башланғанға тиклем илткән ун ике баҫҡысы бар.

Архитектура характеристикаһы буйынса Пасаргадтағы Бөйөк Кирҙың ҡәберлеген хәтерләтеүе конструкцияның үҙенсәлеге булып тора. Бындай оҡшашлыҡ алдан уҡ күҙалланған, сөнки шул рәүешле архитектор конструкцияны Әһәмәниҙәр осорондағы традицион стилгә яҡынайтырға тейеш булған.[6]. Ерләү урынының һәр яғы зороастризм символы — фаравахар менән биҙәлгән.

Уның эске стеналары «Шаһнамә» героик эпосының төп сәхнәләре менән биҙәлгән. Кәшәнәнең эске биҙәлешен архитектор Феридун Садеки эшләгән. Ул поэма геройҙары статуяларын һәм рельефтарын файҙаланып, юғары ысынбарлыҡҡа тап килгән сюжеттар проектлау менән шөғөлләнә. Рөстәм баһадир диуарҙарҙа һүрәтләнгән бөтә сәхнәләрҙә лә тиерлек ҡатнаша.

Фирҙәүсиҙең мәрмәр ҡәберенә шағирҙың фарсы әҙәбиәтенә индергән өлөшө хаҡында фарсы телендәге юлдар уйып яҙылған. Бында шулай уҡ Фирҙәүсиҙең тыуған һәм вафат булған көндәре һәм кәшәнәнең төҙөлгән көнө бар[7].

Тарихы

Күренекле фарсы шағиры, данлыҡлы «Шахнамә» героик эпосы авторы Фирҙәүси 1020 йылда Тусала вафат була. Мәрхүм булғас ҡына уға танылыу килә. Туғыҙ быуат дауамында Фирҙәүсиҙең кәшәнәһе ябай ғына булған: Ғәзнәүиҙәр нәҫеле хакимдарының береһе Фирҙәүсиҙең ҡыҙы атаһын ерләгән йорттоң баҡсаһында ҙур булмаған ғибәҙәтхана төҙөргә бойороҡ биргән. Һуңыраҡ Абдулла хан II (1533—1598) ошо ҡорамды тергеҙеү эштәрен башҡарырға ҡуша.

XX быуат башында Иран хөкүмәте бындай бай тарихлы дәүләт менән идара итеү өсөн милли оҡшашлыҡтың (идентичность) мөһимлеген аңлай башлай.

1934 йылда Риза шаһ Пәхләүи хөкүмәте Фирҙәүсиҙең мәҙәни һәм әҙәби әһәмиәтен таныны һәм уның хөрмәтенә монументаль кәшәнә ҡороу тураһында ҡарар ҡабул итте[4]. Проекттың башлығы булып Иран архитекторы Хажи Хөсәйен Лурзаде сығыш яһаны. Ул ваҡытында Иранда Рамсарҙағы шаһ һарайы, имам Хөсәйен мәсете һәм Мәрмәр (Гөлөстан) һарайы ансамбленең бер өлөшө кеүек байтаҡ архитектура шедеврҙарын эшләгән.

Фирҙәүсиҙең мең йыллығы менән тап килгән кәшәнәне асыу тантанаһына[8]төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Тажикстандан (СССР), Һиндостандан, Германиянан, Франциянан, Бөйөк Британиянан һәм башҡа илдәрҙән бик күп шағирҙар саҡырыла. Һуңғараҡ Иран ғалимдары йыйған аҡсаға шағирға һәйкәл ҡуйыла. Ул әле мемориаль комплекстың икенсе яғында, ҡәберлек ҡаршыһында урынлашҡан.

Күпмелер ваҡыттан һуң архитектор Кәрим Таһирзаде мәҙәни объекттың тәүге йөҙөн бер аҙ үҙгәртте: ҡәберҙең көмбәҙгә оҡшаш формаһы хәҙерге дизайнға (параллепипед формаһы) үҙгәртелде. Шулай итеп Фирҙәүси ҡәберенең стиле Әһәмәниҙәр династияһының архитектура стиленә, атап әйткәндә, Пасаргадтағы Бөйөк Кирҙың ҡәберенә оҡшатып махсус рәүештә эшләнә. Ирандың зооастрий партияһының Кейхосров Мәжлесендәге вәкиле Шаһрок Әһәмәниҙәр һәм Сәсәниҙәр классик архитектура стилен тергеҙеү идеяһын айырыуса әүҙем тәҡдим итте.

Пәхләүи династияһы Фирҙәүси образын Ирандың мәҙәни абруйын донъя берләшмәһендә күтәрергә һәләтле фактор итеп файҙаланды. Шуның арҡаһында 1979 йылда революционерҙар ҡәберлекте емерергә лә уҡталды. Ләкин төҙәтә алмаҫлыҡ хәлгә барып етмәне.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Фирҙәүси

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә