Урал дәүләт медицина университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Урал дәүләт медицина университеты (УГМУ) — Свердловск өлкәһендә юғары белемле табип һәм провизорҙар әҙерләүсе берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Төбәктең профилһеҙ һөнәр уҡытмаған һирәк дәүләт юғары уҡыу йорттарының береһе.

Урал дәүләт медицина университеты
Нигеҙләү датаһы1930[1][2]
Рәсем
Рәсми атамаһыСвярдлоўскі медыцынскі інстытут, Уральская дзяржаўная медыцынская акадэмія һәм Уральскі дзяржаўны медыцынскі ўніверсітэт
РекторОльга Петровна Ковтун[d]
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмекЕкатеринбург
УрынЕкатеринбург
Уҡыусылар һаны4513[3]
Баш компания (ойошма, предприятие)Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Входит в состав списка памятников культурного наследияСписок памятников культурного наследия Екатеринбурга (окраины)[d]
Мираҫ статусыТөбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсми сайтusma.ru[1]
Зимнее изображение
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһыКатегория:Преподаватели Уральского медицинского университета[d]
Карта
 Урал дәүләт медицина университеты Викимилектә

Тарихы

УДМУ-ның стоматология поликлиникаһы (2017 йылдың апреле)

РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1930 йылдың 10 июлендәге махсус ҡарары нигеҙендә 1931 йылдың 1 мартында «Свердловск медицина институты» асыла. Уның бер — дауалау-профилактика факультеты була, унда 100 студент белем ала. Институттың беренсе директоры — Пётр Спиридонович Катаев.

1953 йылда, СССР-ҙағы башҡа медицина юғары уҡыу йорттары кеүек үк, Свердловск медицина институты ла дөйөм союз әһәмиәтендәге ике репрессив — «табиптар эше» һәм сионизмға ҡаршы көрәш кампанияларынан зыян күрә. Юғары уҡыу йортонда ҡоротҡос табиптарҙы һәм сионистарҙы эҙләйҙәр. Шулай СССР Юғары Аттестация Комиссияһы Свердловск медицина институтының ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау кафедраһы ассистенты Р. Б. Пинустың «Кисты гайморовой пазухи» диссертацияһын, «социализм осоронда яман шеш юҡ» тигән һығымта яһап, кире ҡаға[5]. 1953 йылда Свердловск медицина институтында (ҡала медицина учреждениеларынан) йәһүд табиптар эштән сығарыла[6]. Ҡайһы бер йәһүд хеҙмәткәрҙәренең фамилия һәм исемдәрен урыҫса исемгә алмаштырырға тырышҡаны тыйыла. Мәҫәлән, М. Е. Рутберг, Свердловск медицина институты хеҙмәткәре 1953 йылда, 1948 йылда паспорт алмаштырғанда үҙенең исеме Мерраны Мери тип үҙгәрткәне өсөн (партбилетында исем элеккесә ҡалған була) иҫәп карточкаһына выговор теркәп ҡуялар[7].

Тарихсы А. С. Киммерлинг фекеренсә, партия органдары Свердловск медицина институтының госпиталь хирургияһы кафедраһында ойошторорға тырыша 1953 йылда «табиптар эше» ойошторорға тырыша[8]. Кафедра мөдире профессор А. Г. Лидскийға тәҡдим ителгән әҙәбиәт исемлегенә «табип-үлтереүсе» А. И. Фельдмандың[9] хеҙмәттәрен индереү факты буйынса аҡланырға тура килә. Свердловск медицина институтының госпиталь хирургияһы һәм нервы ауырыуҙары кафедраларында хәлде өйрәнеү өсөн комиссия ойошторола, әммә ул яй эшләй һәм «табип-үлтереүселәр» кампанияһы аҙағына тиклем эшмәкәрлеген тамамлап өлгөрмәй[10]. 1953 йылдың апрелендә «табиптар эше» дөйөм союз кимәлендә туҡтатыла, һәм урындарҙағы медиктарға ҡаршы кампаниялар ҙа һүнә.

1979 йылда медицина фәнен үҫтереүгә һәм кадрҙар әҙерләүгә индергән өлөшө өсөн институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1995 йылда институт Урал дәүләт медицина академияһы тип үҙгәртелә (УГМА).

2013 йылда академияға университет статусы бирелә һәм исеме Урал дәүләт медицина университеты (УГМУ)[11]тип үҙгәртелә.

Етәкселеге

УГМУ ректоры Ольга Ковтун юғары уҡыу йортоноң профсоюз конференцияһында УГМУ студенттары менән (уңда), 2019 йылдың 6 декабре
  • Ректор Ковтун Ольга Петровна
  • Университет президенты Кутепов Сергей Михайлович
  • Уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса проректор Бородулина Татьяна Викторовна
  • Фәнни һәм клиник эштәр буйынса проректор Уфимцева Марина Анатольевн
  • Перспектив үҫеш һәм халыҡ-ара эшмәкәрлек буйынса проректор Флягин Михаил Александрович
  • Өҙлөкһөҙ медицина белеме биреү һәм төбәкте үҫтереү буйынса проректор Сабитов Әлибай Усманович

Структураһы

Психологик-социаль эш һәм юғары шәфҡәт туташтарына белем биреү (ВСО) факультеты деканы Евгения Набойченко

Университет структураһында 7 факультет:

    • дауалау-профилактика — деканы Чернядьев Сергей Александрович
    • педиатрия — деканы Вахлова Ирина Вениаминовна
    • стоматология — деканы Жолудев Сергей Егорович
    • медицина-профилактика — деканы Ануфриева Елена Владимировна
    • фармацевтика — деканы Андрианова Галина Николаевна
    • психологик-социаль эш һәм шәфҡәт туташтарына белем биреү — деканы Набойченко Евгения Сергеевна
    • квалификацияны күтәреү һәм һөнәри камиллашыу әҙерлеге — деканы Кузьмин Вячеслав Валентинович
    • Диплом алғандан һуңғы белем биреү:
    • юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү идаралығы — Левчук Лариса Васильевна

Юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү:

Юғары уҡыу йортона тиклемге әҙерлек үҙәге етәксеһе Абрамова Надежда Сергеевна

Инновацион мәғлүмәт технологиялары идаралығы;Административ-хужалыҡ эштәре идаралығыИҡтисад, бухгалтерия иҫәбе һәм отчётлылыҡ менән идара итеү;Кадрҙар сәйәсәте һәм хоҡуҡи тәьминәт идаралығы;Ғилми-тикшеренеү идаралығы;Тәрбиә һәм уҡыуҙан тыш эштәре буйынса идаралыҡ;Уҡытыу-методик идаралыҡ;Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы;Ғилми китапхана;Музей.

Клиник кафедралар ҡулланған койка фонды 10 мең самаһы койка тәшкил итә. Университетта ҙур ғилми китапхана — 42 мең том сит ил медицина әҙәбиәтен индереп, яҡынса 600 мең дана китап һәм ваҡытлы баҫма һаҡлана. 1750 урынға иҫәпләнгән 5 студент ятағы, торлаҡҡа мохтаж студенттарҙы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.

78 йыл дауамында 36 меңдән ашыу табип сығарылған, 11 меңдән ашыу табип һөнәре буйынса камиллаштырыу һәм специализация үткән.

Профессор-уҡытыусылар составы

Университеттың 70-тән ашыу кафедраһында юғары квалификациялы белгестәр эшләй, улар араһында 2-һе Рәсәй Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты, Рәсәй медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты, 20 йәмәғәт академиялары академиктары һәм ағза-корреспонденттары, биш атҡаҙанған фән эшмәкәре, 50-нән ашыу атҡаҙанған табип биш һәм РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, ике РФ Хөкүмәте премияһы лауреаты, ике Г. Ф. Ланг исемендәге премия (РАМН) һәм ете — Татищев һәм де Геннин исемендәге премия лауреаты.

Билдәле уҡытыусылары

  • Шулутко Михаил Львович — м. ф. д., профессор

Килемдәре һәм сығымдары

2015 йылда юғары уҡыу йортоноң килеме 1,2 миллиард һум самаһы тәшкил итте, шул иҫәптән федераль бюджеттан 560 млн һум күсте, ә 641 миллион һумын юғары уҡыу йорто үҙе эшләп алды[12].

Билдәле тамамлаусылары

  • Булдаков, Лев Александрович — РАМН академигы.
  • Гуськов, Константиновна Ангелин — РАМН ағза-корреспонденты.
  • Величковский, Борис Тихонович — РАМН академигы.
  • Ковригин, Мария Дмитриева — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры.
  • Лазарев, Василий Григорьевич — летчик-космонавт.
  • Мурашко, Михаил Альбертович — РФ һаулыҡ һаҡлау министры.
  • Сакович, Владимир Петрович — медицина фәндәре докторы, РФ-тың атҡаҙанған табибы.
  • Стародубов, Владимир Иванович — РФ-тың һаулыҡ һаҡлау министры.
  • Тахчиди, Периклович Христо — РАМН ағза-корреспонденты.
  • Владимир Уйба Викторович — РФ һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә