Тәртешкә

Тәртешкә — аш-һыу әҙерләү ҡоралы, тимерҙән йәки утҡа бирешмәй торған башҡа берәй материалдан эшләнелгән ҡулайлама.

Тәртешкә

Мейестә йә сыуалда янған күмерҙе тартыу, торонбаш ҡағаштырыу өсөн ҡулланыла. Ғәҙәттә осо тура мөйөшләп, яҫмаҡлап тапап бөгөлгән тимер таяҡтан эшләйҙәр. Болғауыс, киҫәү ағасы тигән атамаһы ла бар.Киҫәү ағасы — һабы ағастан эшләнә, һап өлөшө көпшәләп тимерҙән эшләнгән ырғаҡҡа кейҙерәләр.Урыҫ халҡында тәртешкәгә ҡыҫтырып сыраҡ та яндырғандар.

«Тәртешкә» мыҫҡыл һүҙе булараҡ та ҡулланылған: тәртешкә аяҡ. Һәлкәүерәк кешене тәртешкә йотҡан тип тә мыҫҡыллағандар. Тәртешкәңде ал — аяғыңды ал.

Бөгөнгө ҡулланылышы

Тәртешкә бөгөнгәсә ҡулланыла, уны ҡала йорттарында ла күрергә мөмкин, сөнки сыуал (камин) көнкүрештә модаға инде. Тәртешкәне матурлап, төрлөсә һырлап, биҙәкләп, интерьерҙың бер биҙәге итеп тә ҡулланалар.[1]

Тәртешкә әҙәбиәттә һәм мифологияла

Һоҙғаҡҡа тәртешкә менән һуғып, бүре ҡыуған булабыҙ — үҙебеҙ ҡурҡабыҙ.
Нажия Игеҙйәнова, "Саша","Башҡортостан ҡыҙы" )
мифологизированный предмет; участвует в отгонной магии
Ф.Ғ.Хисаметдинова: Тәртешкә. Кочерга )

Әҙәбиәт

  • Ф. Г. Хисамитдинова. Мифологический словарь башкирского языка[2].
  • Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге — Мәскәү, 1993, 2-се том. — 449 б.
  • Игеҙйәнова Н. Саша — Башҡортостан ҡыҙы 2010, № 12,

Ҡарағыҙ

  • Һоҙғаҡ
  • Табатотҡос

Һылтанмалар


Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битИкенсе донъя һуғышыВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәЕнси актВикипедия:ҠоролтайҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЯпония әҙәбиәтеМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрБашҡортостан автономияһыБашҡортостанЭкватор ГвинеяһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрФутбол буйынса Европа чемпионатыВикипедия:Алфавитлы күрһәткес28 ноябрьГеорг Вильгельм Фридрих ГегельМетеорологияФекерләшеү:Баш битАсыҡ контентПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградалары14 февральВикипедия:КатегорияНью-ЙоркПроект:МириадаКатегория:Ҡалыптар:ҺылтанмаларҠыҙыл төҫ28 майПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикиБашҡорт алфавиты