Тютчев Фёдор Иванович

Фёдор Иванович Тютчев (рус. Фёдор Иванович Тютчев) — рус яҙыусыһы, шағир, дипломат. Санкт-Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы. 1803 йылдың 5 декабрендә Орёл губернаһы, Брянск өйәҙе, Овстуг имениеһында тыуған. 1873 йылдың 27 июнендә Царское Селола үлгән. Санкт-Петербургтағы Новодевичий монастыре ҡәберлегендә ерләнгән.

Тютчев Фёдор Иванович
рус. Фёдор Иванович Тютчев
Рәсем
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
Патронимы йәки матронимыИванович[d]
Тыуған көнө23 ноябрь (5 декабрь) 1803[3][4]
Тыуған урыныОвстуг[d], Брянск өйәҙе[d], Орёл губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3][4]
Вафат булған көнө15 (27) июль 1873[3][4] (69 йәш)
Вафат булған урыныПушкин[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3]
Ерләнгән урыныНоводевичье зыяраты (Санкт-Петербург)[d]
АтаһыИван Николаевич Тютчев[d]
ӘсәһеЕкатерина Львовна Толстая[d]
Бер туғандарыНиколай Иванович Тютчев[d] һәм Дарья Ивановна Тютчева (Сушкова)[d]
Хәләл ефетеЭлеонора Ботмер[d] һәм Эрнестина Пфеффель[d]
Внебрачный партнёрЕлена Александровна Денисьева[d]
БалаларыИван Фёдорович Тютчев[d], Мария Фёдоровна Тютчева[d], Анна Фёдоровна Тютчева[d], Дарья Фёдоровна Тютчева[d], Фёдор Фёдорович Тютчев[d] һәм Тютчева, Екатерина Фёдоровна[d]
НәҫелеТютчевтар[d]
Туған телурыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр телеурыҫ теле
Һөнәр төрөяҙыусы, шағир, дипломат, фәлсәфәсе, сәйәсмән, тәржемәсе, публицист
Эш урыныСанкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йортоМәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Сәнғәт йүнәлешеРомантизм
Ойошма ағзаһыСанкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Жанрлирик шиғриәт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 1-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Святого Владимира 3-й степени
Гражданский чинйәшерен кәңәшсе[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыавторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Тютчев Фёдор Иванович Викимилектә

Мюнхен, Турин ҡалаларында йәшәгән, Гейне, Шеллинг менән таныш булған. Рәсәйҙең әҙәбиәт тормошонда ҡатнашмаған, үҙен әҙип тип атамаған. Шуға ҡарамаҫтан, Тютчевтың 400-гә яҡын шиғырҙары һаҡланған, уларҙың юлдары Рәсәйҙә йыш ҡына телгә алыналар. Уның тәүге шиғырҙары XVIII быуаттағы шиғри ғөрөф-ғәҙәттәр тәьҫирендә яҙылған. 1830-сы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында Европа (бигерәк тә немец) романтизмы йүнәлеше көслө. Уның фәлсәфәүи (медитатив) лирикаһында төп темалар булып ил, кеше ғүмере, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар тора. 1840-сы йылдарҙа Рәсәй һәм көнбайыш цивилизациялары араһында булған мөнәсәбәттәргә бағышланған сәйәси мәҡәләләр яҙа. 1850-сы йылдарҙа Тютчев мөхәббәткә бағышланған һәм йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә, унда мөхәббәт бәхетһеҙлек, ҡайғы мәғәнәһендә аңлатыла. Һуңыраҡ был шиғырҙар "Денисьева циклы"на, йәғни шағирҙың Е. А. Денисьева исемле һөйәркәһенә бағышланған шиғырҙар шәлкеменә, инә. 60-70-се йылдарҙа Тютчев ижадында бигерәк тә сәйәси шиғырҙар өҫтөнлөк итә.

Иң танылған шиғыры «Silentium!» — әсенеү менән өндәшмәҫкә саҡыра, сөнки бер кешенең әйткәнен икенсе кеше бер ваҡытта ла һуңынаса аңлап бөтмәй. «Аҡыл менән Рәсәйҙе аңлап булмай», «Әйтелген һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайтасағын алдан фаразлап булмай» һәм «Әйтелгән уй ул алдау» тигән шиғри юлдар Тютчевтың иң йыш ҡабатланған афоризмдары.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр



Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә