Татьяна Будович

Татьяна Будович (бел. Таццяна Будовіч, ысын исеме Таццяна Васільеўна Барадуля, 12 ғинуар 1977 йыл, Минск) — белорус шағирәһе, әҙәби тәнҡитсе, пародист. Максим Богданович исемендәге дәүләт әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре. Белорус Яҙыусылары союзы ағзаһы[1].

Татьяна Будович
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Беларусь
Тыуған көнө12 ғинуар 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыныМинск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрөшағир, әҙәби тәнҡитсе, пародист
Эш урыныQ59347920?
Институт истории НАН Беларуси[d]
Литературный музей Максима Богдановича[d]
Белорусская хатка[d]
Уҡыу йортоИнститут современных знаний имени А. М. Широкова[d]
исторический факультет Белорусского государственного университета[d]
Ойошма ағзаһыСоюз белорусских писателей[d]

Биографияһы

Татьяна Будович 1994 йылда 154-се мәктәпте тамамлай. 1998 йылда Хәҙерге белем институтын «Финанс һәм кредит» һөнәре буйынса тамамлай[2].2005 йылда ситтән тороп Белорус дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Максим Богданович музейының «Белорусская хатка» филиалында, Беларусь Милли фәнәдәр академияһының Тарих институтында эшләй. Максим Богданович исемендәге дәүләт әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре[3].

Парашют спорты һәм альпинизм буйынса 3-сө спорт разряды бар.

Кейәүҙә. Ике ул тәрбиәләп үҫтерә.

Ижады

Ижади юлын шиғриәттән башлай, һуңынан тәнҡиткә күсә. Проза яҙа, ҡайһы берҙә пародия жанрына мөрәжәғәт итә[4] (Та дорШпілька псевдонимы аҫтында).

1995 йылда беренсе шиғри йыйынтығы «Першацвет» журналында (белорус теленән — «Первоцвет») баҫылып сыға[5]. Һайланма шиғырҙары «Маладосць», «Полымя», «Бярозка» журналдарында, «Літаратура і мастацтва», «Чырвоная змена (белор.)баш.», «Наша Ніва» гәзиттәрендә һ.б. баҫылып сыға. 2002 йылда уның «Дуэль паглядаў» («Дуэль взглядов») шиғырҙар йыйынтығы «Беларускі кнігазбор» нәшриәтендә сыға. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре һәм бер нисә күҙәтеүҙәре бер нисә тапҡыр «Новы час» («Литературная Беларусь» ҡушымтаһы). баҫылып сыға.

Библиография

  • Будовіч Т. В. Дуэль паглядаў: кніга вершаў. — Мінск: Беларускі кнігазбор, 2002. — 49 с.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә