Талси

Талси[5][6][7], шулай уҡ Талсы (лат. Talsi) — Латвияла ҡала, Стенде тимер юлы станцияһынан 12 км алыҫлыҡта ята. XIII быуаттан билдәле. 1917 йылға тиклем Тальсен (нем. Talsen) тип аталған[8].

Талси
латыш. Talsi
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1917
Рәсем
Рәсми атамаһыTalsi
Дәүләт Латвия
Административ үҙәгеТалсинский край[d]
Административ-территориаль берәмекТалсинский край[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанVilkmuižas ezers[d] һәм Q16355226?
Халыҡ һаны8649 кеше (1 ғинуар 2024)[1]
Туғандаш ҡалаЧортков[2]
Майҙан7,85 км² (1 ғинуар 2023)[3],
7,65 км² (1 ғинуар 2023)[3]
Почта индексыLV-3201[4]
Иң тәүге яҙма ваҡыты1231
Карта
 Талси Викимилектә

Халҡы 2008 йылға 11 395 кеше тәшкил иткән. Ҡалала аҙыҡ-түлек, текстиль, металл эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән. Тыуған яҡты өйрәнеү һәм художество музейы бар.

Тарихы

Немец рыцарҙарының ябырылыуына тиклем Талси һәм уның тирә-яҡтарында ливалар йәшәй, һуңынан бында куршиндар төпләнә. Яҙма сығанаҡтарҙа ҡаланың исеме тәүге тапҡыр 1231 йылда осрай. Яҡшы нығытылған Талси замогы тураһында шулай уҡ йылъяҙмаларҙа телгә алына. Боронғо заманда Талси Курш округының мөһим үҙәге булған.

Талси ҡаласығы Талси күленең көнсығыш ярында урынлашҡан. Убаның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 32 метр. Был иң ҙур һәм иң нығытылған ҡаласыҡтарҙың береһе булған. Ҡаҙыу мәғлүмәттәре бында X быуаттан алып XIII быуатҡа тиклем иртә феодал дәүеренең ҙур үҙәге булыуы тураһында һөйләй. XIII быуат аҙағында йәки XIV быуат башында Дзирнавкалнс ҡалҡыулығында орден һарайын төҙөү Талсиның үҫешенә булышлыҡ итмәй.

Һуңынан Талси округаһының ерҙәрен поляктар, шведтар һәм урыҫтар яулап ала.

1657 һәм 1709 йылдарҙа чума эпидимияһынан күп халҡы вафат була.

Талсила латыш яҙыусы Упит Эрнест-Бирзниек һәм рус яҙыусыһы Сергей Сергеев-Ценский уҡыта. XIX быуат аҙағында Талсиның халҡы 4000 кешегә арта; 1897 йылдағы иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡалала 4200 кеше, шул иҫәптән латыштар (2 088), йәһүдтәр (1 402), немецтар (623) һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй[9]. Талси ҡала хоҡуғын 1917 йылда ала.

1918 йылдың 18 ноябрендә Латвияла Латвия Республикаһы иғлан ителә. Талси крайы территорияһы, аҙаҡ өйәҙе, ә 1949 йылдан һуң районы күп тапҡыр үҙенең сиктәрен һәм күләмен үҙгәртә, әммә биләмәнең үҙәге булып һәр ваҡыт Талси ҡала.

Туғандаш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

  • Ҡалып:Книга:СГНСССР
  • Талси — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Тальсен // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Һылтанмалар

    🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә