Сәләхов Таһир Теймур улы

совет әзербайжан һәм Рәсәй рәссамы

Сәләхов Таһир Теймур улы (әзерб. Tahir Teymur oğlu Salahov;[7][8]; 29 ноябрь 1928 йыл, Баҡы) — 21 май 2021 йыл, Берлин) — СССР һәм Рәсәйҙең театр рәссамы, педагог, профессор. 1979 йылдан СССР Художество академияһы Президиумы ағзаһы, 1997 йылдан Рәсәй Художество академияһы вице-президенты.

Сәләхов Таһир Теймур улы
әзерб. Tahir Teymur oğlu Salahov
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Әзербайжан
 Рәсәй
Тыуған көнө29 ноябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыныБаҡы, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө21 май 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[4] (92 йәш)
Вафат булған урыныБерлин, Германия[5]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Ерләнгән урыныБаҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d]
АтаһыTeymur Salahov[d]
Бер туғандарыЗарифа Салахова[d]
Хәләл ефетеВанцетта Мухитдиновна Ханум[d]
БалаларыАйдан Таировна Салахова[d] һәм Q124436206?
Туған телӘзербайжан теле
Һөнәр төрөрәссам, сәйәсмән, художник-график
Эш урыныВ. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты
Биләгән вазифаһыСССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йортоВ. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты
Художественное училище имени Азима Азимзаде[d]
УҡыусыларQ108933087?
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы2011[6]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Сәнғәт йүнәлешереализм[d]
Ойошма ағзаһыСССР Рәссамдар союзы[d], КПСС Үҙәк комитеты һәм Международной Экоэнергетической Академии[d]
Жанрпортрет[d], пейзаж[d], сценография[d] һәм натюрморт
Ҡулланылған телурыҫ теле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһыӘзербайжан Милли сәнғәт музейы, Дәүләт Третьяков галереяһы[d], Музей Российской академии художеств[d] һәм Словацкая национальная галерея[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Сәләхов Таһир Теймур улы Викимилектә

СССР Художество академияһы академигы (1975; 1966 йылдан мөхбир ағза). СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1973). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1989). СССР Дәүләт премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (2012)[9]. 1964 йылдан КПСС ағзаһы.

СССР-ҙың 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (19661974). Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы депутаты (1963—1967). 19901991 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы.

Биографияһы

Таһир Теймур улы Сәләхов 1928 йылдың 29 ноябрендә Баҡыла партия хеҙмәткәре Теймур Сәләхов (1898 йылғы) һәм уның ҡатыны Сонаның (1901 йылғы) ғаиләһендә тыуа. Атаһын 1937 йылда ҡулға алалар һәм аталар, 1956 йылда ғәйепһеҙ тип аҡлайҙар[10].

1950 йылда А. Азимзадә исемендәге Әзербайжан художество училищеһын тамамлай, ләкин биорафияһындағы «халыҡ дошманының улы» тигән юл уға И. Е. Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтына инергә ҡамасаулай. Шулай ҙа В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академия художество институтына инергә насип була, уны 1957 йылда живопись рәссамы һөнәре буйынса тамамлай (П. Д. Покаржевскийҙың оҫтаханаһы).

1964 йылдан КПСС ағзаһы.

1963—1974 йылдарҙа Таһир Сәләхов — М. Алиев исемендәге Әзербайжан дәүләт институтында, 1975 йылдан В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтында уҡыта (башта доцент, 1973 йылдан — профессор)[11][12].

Училищела һәм институтта уҡыған сағында уҡ Сәләховтың һүрәттәре («Тулҡындар», «Эстакада» (1955), Суриков институтындағы «Вахтанан» (1957) тигән диплом эше) тамашасыларҙың һәм белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Тиҙҙән ул «бер аҙ йомшаҡлыҡ» осоро совет рәссамдары араһында айырыуса билдәлеләрҙең береһе булып таныла. Ул — шулай уҡ һынлы сәнғәттә «ҡырыҫ стилгә» нигеҙ һалыусыларҙың һәм уның башында тороусыларҙың береһе.

Рәссам ижадында Әзербайжан нефтселәре тураһындағы әҫәрҙәр циклы мөһим урынды биләй. Сәләховтың иң билдәле эштәре араһында — «Иртәнге эшелон» (1958), «Ремонтсылар» (1960), «Каспий өҫтөндә» (1961), «Апшерон ҡатындары» (1967), «Каспийҙа иртә» (1986) һәм башҡалар. Сәләховтың портреттар галереяһы, шул иҫәптән «Айдан» (1967), әсә портреттары, «Дандың портреты» (1983), мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре образдары галереяһы, атап әйткәндә:

  • композиторҙар Дмитрий Шостакович, Ҡара Ҡараев, Ф. М. Д. Әмиров
  • рәссам Р. Раушенберг,
  • актёр М. Шелл,
  • яҙыусылар Мирза Әләкпәр Сабир, Рәсүл Рза, Г. Гессе, Мәҡсүд Ибраһимбәков,
  • виолончелсе М. Л. Ростропович һәм башҡаларҙың портреттары ҙур уңыш ҡаҙана.

Рәссамдың натюрморттары һәм Апшерон пейзаждары, спектаклдәргә декорациялары, АҠШ-та, Италияла, Мексикала («Мексика корридаһы»; 1969) һәм башҡа илдәрҙә башҡарған эштәре менән дә танылыу ала.

Ижадсының әҫәрҙәре Рәсәйҙең, Әзербайжандың, Украинаның һәм башҡа БДБ дәүләттәренең эре музейҙарында, донъяның төрлө музейҙарында һәм шәхси тупланмаларҙа һаҡлана. 1950-се йылдарҙан башлап ул республика, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара художество смотрҙарында ҡатнаша. Персональ күргәҙмәләре Мәскәүҙә, Баҡыла, донъяның күп илдәрендә бер нисәшәр тапҡыр ойошторола.

Оҫта Мәскәүҙәге Ҡотҡарыусы Христос ғибәҙәтханаһында реставрация эштәренә өлөш индерә, ул Рәсәй Художество академияһының был эшкә етәкселек иткән художество советында эшләй. Ғибәҙәтхананың мөһим биҙәү эштәрен Сәләховтың уҡыусылары башҡара. Сәләховтың тырышлығы менән Рәсәйҙә Ф. Бэкон, Г. Юккер, Д. Розенквист, Р. Раушенберг, Я. Кунеллис, Р. Тамайо кеүек билдәле сит ил рәссамдарының күргәҙмәләре ойошторола.

Таһир Сәләхов Әзербайжан Рәссамдар союзының яуаплы секретары була (19601961), М. А. Алиев исемендәге Әзербайжан дәүләт сәнғәт институтында уҡыта (1963—1974).

19841992 йылдарҙа В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художество институтында живопись һәм композиция кафедраһына етәкселек итә, бик күп билдәле рәссамдар тәрбиәләй. СССР Рәссамдар союзы идараһының беренсе секретары вазифаһын биләй (1973—1992).

1979 йылдан әлегә тиклем Рәсәй Художество академияһының живопись бүлексәһе академик-секретары һәм академия президиумы ағзаһы булып тора; 1997 йылда Рәсәй Художество академияһы вице-президенты итеп һайлана.

1992 йылдан — Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының вице-президенты.

Ғаиләһе

Беренсе ҡатыны — Ванцетта Мөхөтдин ҡыҙы Ханум, СССР-ҙың халыҡ артисы Тамара Ханумдың ҡыҙы.

  • Сәләхова Лара Таһир ҡыҙы (1949) — ҡыҙы.
  • Сәләхова Алагез Таһир ҡыҙы (1953) — ҡыҙы, Константин Райкиндың элекке ҡатыны.
  • Сәләхова Айдан Таһир ҡыҙы (1964) — ҡыҙы, Рәсәй һәм Әзербайжан рәссамы, галереясы, Рәсәй Художество академияһы академигы.
    • Кайхан Сәләхов (1993) — ейәне, рәссам, архитектор, скульптор.

Икенсе ҡатыны — Варвара Александровна Сәләхова, Игорь Моисеевтың Дәүләт ансамбле солисы.

  • Сәләхов Иван Таһир улы (1977) — улы, живопись реставраторы, Дәүләт Третьяков галереяһында эшләй.

Ҡайһы бер күргәҙмәләре

  • 2009 — «Таир Салахов. Живопись. Графика». «Екатерина» мәҙәниәт фонды, Мәскәү.
  • 2008 — «Тебе, человечество!». Айдан галерея, Мәскәү.
  • 2016 — «Солнце в зените». Дәүләт Третьяков галереяһы, Мәскәү.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

Маҡтаулы исемдәре

Ордендары

СССР:

Рәсәй:

Т. Т. Сәләхов. Айдан. 1967 йыл Рәсәй Почта маркаһы, 2011 йыл

Әзербайжан:

Башҡа дәүләттәр:

Премиялары

  • СССР Дәүләт премияһы (1968)
  • Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы (2013)[20]
  • Мирза Фатали Ахундов исемендәге Әзербайжан ССР-ының Дәүләт премияһы (1965)
  • Әзербайжан ССР-ының Дәүләт премияһы (1970)
  • Гейдар Алиев премияһы (2015)
  • Софияла үткән реалистик живопись буйынса Халыҡ-ара Триеннале күргәҙмәһенең 1-се премияһы (Болгария, 1979)
  • СССР Художество академияһының көмөш миҙалы (1960)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сәләхов Таһир Теймур улы. «Герои страны» сайты.

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә