Степанов Лев Борисович

Степанов Лев Борисович (26 декабрь 1908 йыл — 25 июнь 1971 йыл[1]) — композитор. СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1939). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1951). Беренсе башҡорт балеты «Сыңрау торна» авторҙарының береһе[1].

Степанов Лев Борисович
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Тыуған көнө13 (26) декабрь 1908
Тыуған урыныТомск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө25 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, СССР
Ерләнгән урыныМәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрөкомпозитор
Уҡыу йортоП. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһыСССР Композиторҙар союзы[d]
ЖанрОпера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Әҫәрҙәре араһында опералар, балеттар, оркестр менән төрлө инструменттар өсөн концерттар, камерный вокаль һәм камерный инструменталь әҫәрҙәр, халыҡ йырҙарына эшкәртмәләр, кинофильмдарға музыка.

Күренекле композитор Л. Б. Степановтың исеме Башҡорт опера һәм балет театры менән бәйле: 1944 йылдың мартында Өфөлә «Сыңрау торна» («Журавлиная песнь») беренсе башҡорт балетының премьераһы уҙа (Л. Степанов һәм З. Исмәғилев музыкаһы, балетмейстеры Н. А. Анисимова)[1].

Биографияһы

Лев Борисович Степанов 1908 йылдың 26 декабрендә Томск ҡалаһында тыуған. Пианист булараҡ музыкаль белем ала. 19301932 йылдарҙа Мәскәү эстрадаһында һәм Радиоүҙәктә — пианист-аккомпаниатор, бер үк ваҡытта 1931—1933 йылдарҙа П. И. . Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында опера класы концермейстеры булып эшләй. 1933 1935 йылдарҙа Коммунистик көнбайыш милли аҙсылыҡтар универстетының агитация коллективы художество етәксеһе була. 1935—1937 йылдарҙа Дәүләт академия Ҙур театр (ГАБТ) концертмейстер . 1937—1941 йылдарҙа СССР халыҡ бейеүҙәре ансамбленең музыкаль етәксеһе.

1938 йылда Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (Н. Я. Мясковский класы) тамамлай[1]. Студент йылдарында уҡ опералар яҙа башлай.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.

1946 йылдан алып СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы сәнғәт эштәре буйынса музыкаль учреждениелар идаралығының Баш репертуар комитетында эшләй.

Лев Борисович Степанов Мәскәүҙә 1971 йылдың 25 июнендә вафат була. Дон зыяратында ерләнгән.

Әҫәрҙәре

Опералар

  • «Аэлита» (А. Толстойҙың повесы буйынса, үҙ либреттоһы, 1930)
  • «Дуня бәхете» (1937)
  • «Дарваз тарлауығы» (диплом эше, либреттоһы Я Гольденберг менән берлектә, 1939)
  • «Сик һаҡсылары» (үҙ либреттоһы, 1939)
  • «Гвардеецтар» (үҙ либреттоһы, 1947)
  • «Иван Болотников» (либреттоһы Добржанский менән берлектә, 1950)
  • «Йәшәү хаҡына» (үҙ либреттоһы,, 1952)
  • «Чекист» (либреттоһы Дубравин В. менән берлектә, 1954)
  • «Голсан» (1959)
  • «Кешеләр һәм йылдар» (Горький, 1967)

Балеттар

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — «Иван Болотников» операһы өсөн (1950).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә