Станко Анастасия Романовна

Анастасия Романовна Станко (укр. Анастасія Романівна Станко; 8 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (37 йәш), Нижнев[d], Ивано-Франковск өлкәһе) — украин журналисы, телевидение алып барыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Громадское телевидение» тапшырыуының баш мөхәррире (2020 йыл).

Станко Анастасия Романовна
укр. Анастасія Романівна Станко
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Украина
Тыуған көнө8 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (37 йәш)
Тыуған урыныНижнев[d], Тлумачский район[d], Ивано-Франковск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Яҙма әҫәрҙәр телеукраин теле
Һөнәр төрөжурналист, телетапшырыуҙар алып барыусы, радиоведущий, йәмғиәт эшмәкәре
Эш урыныSlidstvo.info[d]
Уҡыу йортоИван Франко исемендәге Львов милли университеты
ҠатнашыусыЕвромайдан[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Станко Анастасия Романовна Викимилектә

Биографияһы

Анастасия Романовна Станко 1986 йылдың 8 авгусында Ивано-Франковск өлкәһенең Нижневе ҡалаһында тыуған. Бала сағында журналист йәки археолог булырға хыялланған[1]. «Пласта» скаут ойошмаһы ағзаһы, «Пласта» Киев ячейкаһының пресс-секретары[2].

Иван Франко исемендәге Львов дәүләт университетының журналистика факультетын (2008) тамамлай. Беренсе курста курсташтары менән берлектә студенттарҙың «13» гәзитен ойоштора[3]. Икенсе курстан Львовта «Эко Радиола» эшләй башлай, «Бергә» телеканалы ойоштороуҙа ҡатнаша. Бишенсе курста «Ровно 1» телеканалы менән хеҙмәттәшлек итә башлай. 2008 йылда Киев ҡалаһына күсенә, «Беренсе милли» каналдың журналисы була. 2011 йылда ТВі журналисы була. «Стоп цензуре!» хәрәкәте ағзаһы[4].

2013 йылда «Громадское телевидение» проектын ойоштороусыларының береһе була[5]. «Громадское радио» проектын төҙөү өҫтөндә эшләй[6]. 2013 йыл сентябрендә «Генплан» авторлыҡ программаһын алып бара башлай[7]. 2013 йылдың ноябрендә Польшала әҙерлек үтә[8].

Евромайҙан ваҡытында Киевта уҙған ваҡиғалар трансляцияһын алып бара[9][10]. 2014 йылдың майында «Демократик альянс» партияһын хуплауы тураһында белдерә[11]. 2014 йыл башынан Украинаның көнсығышында ҡораллы конфликт башланыу менән хәрби хәрәкәт зонаһындағы ваҡиғаларҙы яҡтырта[12]. 2014 йылдың 14 июнендә Станконы Луганск өлкәһенең Меловое ҡасабаһы янында Рәсәй сик һаҡсылары ҡулға ала[13]. Өс сәғәт үткәндән һуң журналисты ебәрәләр[14]. Бынан һуң Украинаның Прокуратураһы журналист Анастасия Станконы законһың ҡулға алыуҙары һәм профессиональ эшмәкәрлегенә ҡамасау яһағандары өсөн тикшереү башлай[15].

2014 йылдың 1 июлендә Станко һәм оператор Илья Безкоровайныйҙы Луганск Халыҡ Республикаһы вәкилдәре ҡулға ала[16]. Журналистарҙың юғалыу факты буйынса Украинаның Эске эштәр министрлығы енәйәт эше аса[17]. Украина Президенты Петр Порошеко Станко һәм Илья Безкоровайныйҙы азат итеү өсөн барыһын да эшләргә ҡуша[18]. ОбСЕ вәкиле Дуня Миятович яуаплы кешеләрҙе кисекмәҫтән журналистарҙы аза итергә саҡыра[19]. ЛНР вәкилдәре һүҙҙәре буйынса, журналистар шпионлыҡ эшмәкәрлеге өсөн ҡулға алына[20]. Икенсе көнөнә өс эре Рәсәй телекомпаниялары етәкселәре Олег Добродеев (ВГТРК), Константин Эрнст (Беренсе канал) һәм Владимир Кулистиков (НТВ) ЛНР етәкселегенә «Громадское телевидение» журналистарын иреккә сығарыу өсөн үтенес менән мөрәжәғәт итә[21]. Һөҙөмтәлә ЛНР башлығы Валерий Болотов журналистарҙың иреккә сығарылыуы тураһында хәбәр итә[22].

2014 йылдың 10 ноябрендә Станко «Громадское телевидение» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы итеп алына[23]. 2015 йылдың май айында «Громадское телевидение» ойошмаһының программа советы составына инә[24]. 2015 йылдың июнендә «Хеҙмәттәре өсөн» дәүләт орденынан баш тарта[25][26]. «Стоп цензуре! Граждане за свободные страны» конкурсының жюри составына инә[27].

2016 йылдың 8 июлендә АТО штабы матбуғат үҙәге Украина хәүефһеҙлек хеҙмәтенән Украина Ҡораллы Көстәренең хәрби объекттарын урынлаштырыу тураһындағы мәғлүмәттәрҙе таратыуы өсөн хәрби хәрәкәттәр зонаһында Анастасия Станко, Константин Реуцкий һәм Юлия Полухинаның аккредитацияһын туҡтатыуҙы һорай[28]. 2016 йылдың 29 авгусында Станко һәм Реуцкийға аккредитация тергеҙелә[29].

2020 йылдың апреленән — «Громадское телевидение» проектының баш мөхәррир урынбаҫары [30]. 2020 йылдың авгусында «Громадское телевидение» проектының берләштерелгән редакцияһын етәкләй[31].

Фильмдары

2015 йылда Анастасия Станко Александр Жеребко менән бергә «Битва за „Октябрь“» фильмында төп ролде башҡара. Фильм «86» кинофестивале программаһының финалисы була[4].

Ангелина Карякина менән бергә Евромайҙан тураһында «20 февраля. Излом» һәм «Амнистия» фильмдарын төшөрә[32][33]. «20 февраля. Излом» фильмы Mezhyhirya fest-2016 фестиваленең «профессиональ тикшереү» номинацияһында премия ала[34].

«Тайный изолятор СБУ» фильмы баҫмаһынан һуң Украина территорияһындағы йәшерен төрмәләр тураһындағы Анастасия Станконың мәғлүмәттәре «Миротворец» сайты базаһына индерелә[35].

Йоғонтоһо

Станко 2020 йылда «Фокус» аҙналығы төҙөгән «Украинаның 100 иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙҙары» исемлегенә инә[36].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Шәхси тормошо

Беренсе ире — Антонюк Владимир[41]. 2020 йылдың июлендә оператор Илья Безкоровайныйға кейәүгә сыға[42]. 2021 йылдың 1 ғинуарында улы Отсап тыуа[43].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә