Симонов Юрий Гаврилович

Симонов Юрий Гаврилович (17 март 1923 йыл — 14 август 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-географы һәм геоморфологы, профессор, география фәндәре докторы (1968). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993)[2], Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры (1997). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге 1996 йылғы премияһы лауреаты[3] Ломоносов премияһы лауреаты (2003), Тәбиғи фәндәрҙең Рәсәй академияһы академигы (1999).

Симонов Юрий Гаврилович
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө17 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыныӨфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө14 август 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1] (96 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыныМиус зыяраты[d]
Һөнәр төрөгеограф
Эшмәкәрлек төрөгеография
Эш урыныМ. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йортоМ. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжәгеография фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Владимир Путин Ю.Г. Симоновҡа 1929 йылда бөтөрөлгән Константинов миҙалын — Рәсәй географик йәмғиәтенең наградаһын тапшыра
(27 апрель 2015 йыл).

Юрий Гаврилович Симонов 1923 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә дәүләт хеҙмәткәре һәм уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Ата-әсә икеһе лә сығышы менән крәҫтиән була. 1927 йылда ғаилә Мәскәү ҡалаһына күсеп килә. 1930 йылда әсәһе вафат була, ә 1938 йылда атаһы Юрий Гавриловичты ҡулға алалар, ул 1941 йылда лагерҙа вафат була.

1940 йылда Юрий Симонов Мәскәү университетының география факультетына уҡырға инә, әммә һуғыш башланыу менән уҡыуын туҡтатып тора. Фронтта пехотала хеҙмәт итә, алғы сафтарҙа 1943 йылдың июненән алып 1944 йылдың апреленә тиклем була. Артабан 1944—45 йылдарҙа Мәскәүҙә хәрби тәржемәселәр курсында уҡый. Хәрби әсирҙәр ротаһында тәржемәсе сифатында бер аҙ хеҙмәт иткәндән һуң демобилизациялана һәм университетҡа кире ҡайта.

1950 йылда Симонов геоморфология кафедраһы буйынса география факультетын тамамлай, унан һуң аспирантураға тәҡдим ителә. 1954 йылда «Оценка рельефа территории Иркутско-Черемховского промышленного района на стадии районной планировки» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Артабанғы бөтә ғүмере дауамында Ю. Г. Симонов университетта эшләй. Фәнни һәм уҡытыу эшмәкәрлеген уңышлы берләштереп, ул кесе ғилми хеҙмәткәрҙән алып профессорға тиклем юл үтә (1968). 1967 йылда «Проблемы регионального анализа внутриконтинентальных геоморфологических областей (на примере Забайкалья)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Шулай уҡ өлгөрөү йылдарында география факультетының партия ойошмаһын етәкләй.

35 йыл дауамында Ю. Г. Симонов университеттың Комплекслы Көнсығыш экспедицияһы менән етәкселек итә.

Ю. Г. Симоновтың фәнни эшмәкәрлегенең төп яланы булып булып геоморфология тора. Уның тарафынан бәләкәй йылға бассейндары тураһында тәғлимәт төҙөлә, төрлө тәртиптәге йылғалар бассейнының эшмәкәрлеге һәм төҙөлөшөнөң һүрәтләү принциптары билдәләнә; тәбиғәттән файҙаланыуҙы үҙгәртеп ҡороуҙың заманса йүнәлешендә эколог-геоморфологик айырыу ысулдары билдәләнә. Шулай уҡ Симонов тарафынан йүнәлештең геоморфологик индикацияһы, тектоник хәрәкәттәрҙең интенсивлығы һәм оҙайлығы өсөн нигеҙҙәр тәҡдим ителә,

Симонов 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙған, улар араһында методология, геоморфология һәм география фәне тарихы буйынса күп монографиялар һәм дәреслектәр бар. Ул 10 фән докторы һәм 50-нән ашыу кандидат әҙерләгән. География факультеты студенттары өсөн 10-дан ашыу уҡыу курстары төҙөгән, уларҙың күбеһен автор бөгөнгө көнгә тиклем үҙе уҡый.

2008 йылда ғалимдың 85 йыллыҡ юбилейы менән бәйле уның «Һайланма хеҙмәттәр» йыйынтығы баҫылып сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Төп баҫмалары

  • Региональный геоморфологический анализ. М., 1972;
  • Проблемы регионального географического прогноза. М., 1982;
  • Инженерная геоморфология. М., 1993;
  • Морфометрический анализ рельефа. Москва-Смоленск, 1998;
  • Методы геоморфологических исследований. М., 2002.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Краснопольский А. В. Отечественные географы (1917—1992): Биобиблиографический справочник (в 3-х томах) / Под ред. проф. С. Б. Лаврова; РАН, Русское географическое общество. — СПб.: Б.и., 1993. — Т. 2 (Л—Х). — С. 311. — 456 с. — 1000 экз.
  • Симонов Ю. Г. История географии в Московском университете: события и люди. Том.1. М.: Городец, 2008. 504 с. ISBN 978-5-9584-0212-0

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә