Сауков Александр Александрович

Александр Александрович Саков (19021964) — совет геохимигы; геология-минералогия фәндәре докторы (1943), профессор (1943), СССР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1953).

Сауков Александр Александрович
Тыуған көнө

2 (15) август 1902

Вафат көнө

23 октябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (62 йәш)

Биографияһы

1902 йылдың 2 авгусында (15 август, яңы стиль) Ярославль губернаһы Мологский өйәҙенең Чурилово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1910 йылда ул Веретея ауылындағы башланғыс мәктәпкә уҡырға инә, унан һуң Молога ҡалаһындағы Юғары башланғыс училищела уҡый башлай. 1919—1920 йылдарҙа ул педагогик курстарҙа белем алыуын дауам итә. 1920—1921 йылдарҙа Золотково ауылындағы ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1922 йылда Сауков Петроград политехник институты химия факультетының геохимия бүлегенә уҡырға инә, һәм уны 1929 йылда тамамлай. Студент сағында, 1925 йылда ул Үҙәк Азияла тәбиғи етештереү көстәрен өйрәнеү Комиссияһы экспедицияһының (СССР Фәндәр академияһы янындағы) Фирғәнә разведка партияһында А. Е. Ферсман етәкселегендә практик күнегеүҙәр үтә, һәм шулай уҡ 1927—1928 йылдарҙа Хайдарканда (Алай һырты) һәм Чаувайҙа (көньяҡ Фирғәнә) терегөмөш рудаһы сығанаҡтарын өйрәнеү өсөн экспедицияларҙа ҡатнаша.

1929 йылда, институтты тамамлағас, А. А. Сауков СССР Фәндәр академияһында тәбиғи етештереү көстәрен өйрәнеү комиссияһына контролер булып эшкә алына һәм терегөмөш рудаһы сығанағын өйрәнеү өсөн Байкал аръяғына ебәрелә. 1932 йылда Сауков СССР Фәндәр академияһының М. В. Ломоносов исемендәге Минералогия, геохимия һәм кристаллография институтының ғилми секретары вазифаһына ҡабул ителә, һәм шул уҡ йылда Көньяҡ Нарва геохимия отрядтәре башлығы вазифаһында СССР Фәндәр академияһының Таджик-Памир экспедицияһы эшендә ҡатнаша. 1935—1937 йылдарҙа минералогия, геохимия һәм кристаллография институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып хеҙмәт итә. 1937 йылдан ул Мәскәү дәүләт университетында һәм Мәскәү геологик эҙләнеү институтында геохимия уҡыта. 1938—1943 йылдарҙа Үҙәк химия лабораторияһы мөдире, 1944—1949 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Геология фәндәре институтының фәнни эштәр буйынса директоры урынбаҫары. 1949—1952 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Геология фәндәре институтының Үҙәк Азия экспедицияһы начальнигы, 1952—1964 йылдарҙа фәнни директоры булып хеҙмәт итә.

Фәнни эшсәнлектән тыш, ул ижтимағи эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1945 йылдан КПСС ағзаһы. «Геохимия» журналының редакция советы ағзаһы була (1963—1964).

Ул 1964 йылдың 23 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Уны Новодевичье зыяратында ерләйҙәр (6 уч., 11 юл).[2]

Ғаиләһе

  • Атаһы — Сурков Александр Федорович, Беренсе бөтә донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышы ҡатнашыусыһы, Веретеский улусы башҡарма комитетының беренсе рәисе.
  • Әсәйе — Саукова Анна Ивановна (1878—1950).
  • Һеңлеләре — Мария (1905—1942), Надежда (1910—1960) һәм Лидия (1919 б.).
  • Ҡатыны — Саукова (ҡыҙ саҡта Дадаки) Элкиони Дмитриевна (1916—?), төҫлө металл һәм алтын институтын тамамлаған.
    • Улы — Сергей Александрович Сауков (1942 йылда тыуған), Мәскәү энергетика институтын тамамлаған.

Бүләктәре

  • 3 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (06/10/1945; 1954; 1963);
  • миҙалдар;
  • Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1947) - «Геохимия ртути» ғилми хеҙмәте өсөн (1946);
  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) - «Геохимия» дәреслеге өсөн, 2-се яңыртылған баҫма (1951);
  • СССР Фәндәр академияһының А. Е. Ферсман исемендәге премияһы (1964);
  • Король Корнуолл геология йәмғиәтенең почетлы ағзаһы (Бөйөк Британия) (1961).

Хәтер

  • А. А. Сауков хөрмәтенә минерал (Hg, Cd, Zn) S - цинк һәм кадмий булған метациннабарит төрө сауковит тип аталды. Ул Уланду һәм Таулы Алтайҙың Ҡурай руда зонаһында кварц-барит-карбонат ҡатламдарындағы терегөмөш рудаһы составында табылған[3]
  • Шулай уҡ, Ярославль ҡалаһынең Заволжский районында һәм Хайдаркен ауылында (Ҡырғыҙстан ) бер урам уның хөрмәтенә аталған.
  • Мемориаль таҡталар Веретея ауылындағы башланғыс мәктәптә ( Ярославль өлкәһе, 1977) һәм Ярославл ҡалаһындағы 52-се урта мәктәп бинаһында (2007) урынлаштырылған.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә