Санто-Доминго (Антьокия)

Санто-Доминго (исп. Santo Domingo) — Колумбияның төньяғындағы ҡалаһы һәм муниципалитеты, Антьокия департаменты территорияһында урынлашҡан. Төньяҡ-Көнсығыш Антьокия суб. төбәге составына инә.

Санто-Доминго
исп. Santo Domingo
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы1778
Рәсем
Рәсми атамаһыSanto Domingo
Дәүләт Колумбия
Административ-территориаль берәмекАнтьокия[d]
Халыҡ һаны10 759 кеше (2012)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек1975 ± 1 метр
Майҙан271 км²
Рәсми сайтsantodomingo-antioquia.gov.co/…
Урынлашыу картаһы
Карта
 Санто-Доминго Викимилектә

Тарих

Һуңыраҡ ҡалаға тиклем үҫешкән ауылға нигеҙ 1778 йылдың 12 ғинуарында һалынған. 1814 йылда Санто-Доминго айырым административ берәмек булып китә.

Географик урыны

Санто-Доминго муниципалитеты

Ҡала департаменттың көнсығыш өлөшөндә, Үҙәк Кордильер тауында, департаменттың үҙәге Медельиндан төньяҡ-көнсығышҡа табан 46 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 2003 метр.Санто-Доминго муниципалитеты төньяҡтан Йоломбо һәм Сиснерос, төньяҡ-көнбайышта — Санта-роса-де-Осос, көнбайышта — Донматиас һәм Барбоса, көньяҡта — Консепсьон һәм Алехандрия, көнсығышта — Сан-Роке муниципалитеттары менән сиктәш. Муниципалитет майҙаны 271 км² тәшкил итә.

Халыҡ

Колумбия Милли администрация департаментының статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылда ҡала һәм муниципалитеттың бергә дөйөм халҡы 10 759 кеше тәшкил итә.

Муниципалитетта йылдар буйынса халыҡ һанының динамикаһы:

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
20052006200720082009201020112012
11 56711 44011 32011 22011 10310 99110 87410 759

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 2005 йылда ир-егеттәр Санто-Доминго халҡының 51,5 %, ҡатын — ҡыҙ- 48,5 процентын тәшкил иткән. Расаға ҡарата аҡ тәнлеләр һәм метистар 98,4 процент; негрҙар, мулаттар һәм райсалдар — 1,6 %.

Халыҡтың 15 йәштән өлкән кешеләре араһында грамоталылыҡ кимәле −90 %.

Иҡтисад

Санто-Доминго иҡтисады нигеҙендә ауыл хужалығы етештереү тора. Муниципалитет территорияһында башлыса кофе, шулай уҡ шәкәр ҡамышы, маниок, картуф, помидор, кукуруз, фасоль үҫтерәләр.Ҡала һәм муниципалитект предприятиеларының 38,4 процентын сауҙа өлкәһе предприятиелары, 39,2 процентын — хеҙмәтләндереү өлкәһе, 18,8 % — сәнәғәт предприятиелары, 3,6 проценты — предприятие иҡтисадының башҡа тармаҡтары тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә